БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Страница 2 из 24

— Был һөйәк минең һөйәгемдән, тәне минең тәнемдән.

Ҡатын тип аталасаҡ ул, сөнки ирҙән алынған ул.

24 Бына шуға күрә кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр. 25 Улар икеһе лә — ир ҙә, ҡатын да — шәрә ине, әммә бер-береһенән оял ма ны.

Гонаһ һәм уның эҙемтәләре

З1 Раббы Алла бар иткән бөтә йәнлектәр араһында йылан иң хәйләкәре ине. Ул ҡатындан:

— Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы? — тип һораны.

2 — Ағастарҙың емешен ашай алабыҙ беҙ, — тине ҡатын йыланға. 3 — Алла, тик йәннәт уртаһындағы ағастың ғына емешен ашамағыҙ, хатта теймәгеҙ ҙә, юғиһә үлерһегеҙ, тине.

4 — Юҡ, үлмәйһегеҙ, — тине йылан ҡатынға. 5 — Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаһағыҙ, күҙегеҙ асыласаҡ та изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ.

6 Ҡатын күрҙе: был ағастың емештәрен ашағы килеп тора, ҡарар күҙгә күркәмдәр, өҫтәүенә, улар белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Ул бер емеште алды ла ашаны; янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны. 7Икеһенең дә күҙҙәре асылды. Үҙҙәренең яланғас булыуҙарын аңланылар һәм, инжир ағасы япраҡтарын тегеп, алъяпҡыс бәйләп алдылар.

8 Көн ҡыҙыуы һүрелгәс, кеше менән ҡатын баҡсала йөрөгән Раббының тауышын ишеттеләр ҙә, унан ҡасып, ағас араһына йәшенделәр.

9 — Ҡайҙа һин? — тип өндәште Раббы Алла кешегә.

10 — Мин баҡсала тауышыңды ишеттем дә яланғас булыуым-дан ҡурҡып йәшендем, — тип яуап бирҙе кеше.

11 — Яланғас икәнеңде һиңә кем әйтте? — тип һораны Раббы Алла. — Мин ашама тип тыйған ағастың емешен ашаныңмы әллә?

12 — Һин миңә иш итеп биргән ҡатын — ул бирҙе миңә был ағастың емешен, ә мин ашаным, — тип яуапланы кеше.

13 — Ниңә улай эшләнең? — тип һораны Раббы Алла ҡатындан.

Ҡатын:

— Йылан ҡотортто мине, шуға ашаным, — тине.

14 Раббы Алла йыланға былай тине:

— Ҡәһәр алдың һин был ҡылығың өсөн,

барлыҡ мал-тыуар, кейектәр араһында ҡәһәрле һин, ғүмерең буйына ерҙә һөйрәлерһең, туп раҡ менән туҡ ла ныр һың.

15 Һинең менән ҡатын араһына дошманлыҡ һалам Мин; балаларығыҙ ҙа бер-береһенә дошман булыр, ҡатындың улы башыңды гел иҙер,

ә һин сағырһың уның аяғын.

16 Раббы Алла ҡатынға былай тине:

— Ғазаплы итәм Мин йөклө сағыңды, яфаланып табасаҡһың балаңды.

Иреңде гел көҫәп торорһоң: ирең булыр һинең хакимың.

17 Ә кешегә Раббы Алла шуны әйтте:

— Ҡатынды тыңлап, Мин ашама тип тыйған емеште ейҙең һин!

Хәҙер ер ҙә ҡәһәрләнде һинең арҡала:

яфаланып табасаҡһың уның емешен ғүмерең буйына.

18 Тупраҡ сәнскәк менән билсән үҫтерәсәк һиңә, яландағы үләндәр менән туҡланасаҡһың хәҙер;

19 әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде.

Ерҙән яратылғайның һин,

ергә кире ҡай тасаҡ һың,

сөнки саң-туҙан һин

һәм яңы нан саң буласаҡ һың.

20 Кеше — Әҙәм ҡатынына Һауа тип исем бирҙе, бөтә кешеләрҙең әсәһе булды ул.

21 Раббы Алла, тиренән кейем-һалым эшләп, Әҙәм менән ҡатынын кейендерҙе.22Шунан Раббы Алла былай тине:

— Бына Әҙәм, изгелек менән яуызлыҡты белеп, беҙҙең кеүек булды. Инде ғүмер ағасының емешен өҙөп ашап, үлемһеҙ ҙә булып ҡуй ма һын тағы!

23 Раббы Алла кешене йәннәттән ҡыуып сығарҙы — үҙе яратылған тупраҡты эшкәртһен әйҙә, тине.24Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, ғүмер ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Эден баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп тороусы утлы ҡылыс ҡуйҙы.

Әҙәм менән Һауаның улдары

41 Әҙәм ҡатыны Һауа менән йоҡланы. Һауа ауырға ҡалды һәм Ҡабил исемле ул тапты. Әйтте Һауа: «Раббы рәхмәте менән уллы булдым». 2 Һуңынан уның ҡустыһы Һабилды тыуҙырҙы. Һабил һарыҡ көттө, ә Ҡабил ер эшкәртте.

3:20 Әҙәм — йәһүдсә кеше, Һауа йәшәү тигәнде аңлата.

3:24 Кирубтар — был урында Алланың ожмахты ҡарауылларға ебәргән һаҡсылары.

3 Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ҡабил үҫтереп алған уңышынан Раббыға хәйер килтерҙе. 4 Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның хәйерен хуш күрҙе, 5 ә Ҡабилды һәм уның хәйерен оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо.

6 — Ниңә кәйефең ҡырылды? — тип һораны Раббы Ҡабил-дан. — Ниңә йөҙөңдө һөрөм ҡапланы?

7 Күңелең яҡшы икән — хәйерең булыр ҡабул, яуыз уйлы кеше булһаң, хәйерең булмаҫ ҡабул.

Һәм ишегең төбөндә гонаһың көтөп торор.

Үҙенә ылыҡтырырға ул һине көҫәп торор,

Әммә ләкин һин уға хужа бул.

8 Ҡабил ҡустыһы Һабилға:

— Әйҙә, яланға сығайыҡ, — тине.

Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.

9 Раббы Ҡабилдан:

— Һабил ҡайҙа, ҡустың ҡайҙа һинең? — тип һора ны.

— Белмәйем, — тип яуапланы Ҡабил. — Әллә мин ҡустыма һаҡсы мын мы?

10 — Ни эшләнең һин? — тине Раббы. — Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә! 11Туғаныңдың һин ҡойған ҡанын эсер өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй. 12 Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һине туйындырмаҫ. Берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең ер йөҙөндә.

13 — Күтәрә алмаҫлыҡ ауыр яза был миңә, — тине Ҡабил Раббыға.

14 — Ҡыуаһың һин мине был тупраҡтан, ҡасып китәм инде һинән.

Берәҙәк мин ер йөҙөндә, ҡасаҡ, һәр осраған мине үлтерә аласаҡ.

15 Әммә Раббы былай тине:

— Кем дә кем Ҡабилды үлтерә, шул кешенән ете тапҡыр артығыраҡ ҡон ҡайтарыласаҡ. — Һәм Раббы, осраған кешеләрҙең береһе лә үлтермәһен өсөн, Ҡабилға бер билдә һалды.

16 Ҡабил, Раббы янынан китеп, Эдендан көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты. 17 Ҡабил ҡа ты ны менән йоҡ ла ны. Ҡа тыны ауырға ҡалды һәм Ханох исемле ул тапты. Ҡабил ҡала төҙөнө, уны улының исеме менән Ханох тип атаны. 18 Ханохтың улы — Ирад, Ирадтың — Михуаел, Михуаелдың — Метуша-ел, Метушаелдың Ламех исемле улдары тыуҙы. 19 Ламех ике ҡатынға өйләнде, береһенең исеме Ада, икенсеһенеке Силла ине. 20 Аданың Явал исемле улы тыуҙы; ул мал аҫырап, сатырҙа йәшәүсе халыҡтарҙың ата-бабаһы булды. 21 Явалдың ҡустыһы Ювал исемле ине — унан көснәлә һәм һыбыҙғыла уйнаусылар нәҫеле таралды. 22Силланың Тувалҡаин исемле улы тыуҙы — ул баҡырҙан, тимерҙән төрлө ҡоралдар яһаусы булды. Тувалҡаиндың Наама исемле һеңлеһе тыуҙы.23Ламех ҡатындарына былай тине:

— Ада, Силла, тауышымды ишетегеҙ!

Ҡатындарым, мин әйткәнде тыңлағыҙ!

Мине зыянлаған өсөн бер кешене үлтерҙем!

Мине яралаған өсөн бер егетте үлтерҙем!

24 Ҡабил өсөн үс алынһа ете тапҡыр,

Ламех өсөн — ете булыр етмеш тапҡыр!

25 Әҙәм ҡатыны менән тағы йоҡланы. Һауа малай тапты һәм уға Шет тип исем бирҙе. Был «Алла миңә Ҡабил үлтергән Һабил урынына тағы бала бирҙе» тигәнде аңлата ине. 26Шеттың улы булды, уны Энош тип атаны. Шул ваҡыттарҙан алып кешеләр Раббының исемен телгә ала башланы.

Әҙәмдең Нухҡа тиклемге тоҡомо

51 Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе: Алла ке ше не ярат ты, бар ҡылды, рәүешенә Үҙенең оҡшатты.

2 Яратты Ул ир менән ҡатынды, уларға фатиха ҡылды.

Ярат ҡан сағында уларҙы исемдәрен кеше тип атаны.

3 Әҙәмгә йөҙ ҙә утыҙ йәш тулғанда, уның улы тыуҙы — тап үҙенә оҡшағайны һәм үҙе рәүешле ине. Әҙәм уға Шет тип исем бирҙе. 4 Шет тыуғандан һуң, Әҙәм һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла тыуҙы. 5 Туғыҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәп, Әҙәм вафат булды.

6 Шетҡа йөҙ ҙә биш йәш тулғанда, уның улы Энош тыуҙы.

7 Энош тыуғандан һуң, Шет һигеҙ йөҙ ете йыл йәшәне; тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. 8 Туғыҙ йөҙ ун ике йыл йәшәп, Шет вафат булды.

9 Эношҡа туҡһан йәш булғанда, улы Кенан тыуҙы. 10 Кенан тыуғандан һуң, Энош һигеҙ йөҙ ун биш йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. 11Туғыҙ йөҙ биш йыл йәшәгәндән һуң, Энош вафат булды.

12 Кенанға етмеш йәш булғанда, улы Маһалалел тыуҙы.

13 Маһалалел тыуғандан һуң, Кенан һигеҙ йөҙ ҡырҡ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. 14 Кенан туғыҙ йөҙ ун йәшендә вафат булды.

15 Маһалалелға алтмыш биш йәш булғанда, улы Яред тыуҙы.

16 Яред тыуғандан һуң, Маһалалел һигеҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине. 17 Маһалалел һигеҙ йөҙ туҡһан биш йыл йәшәне.

18 Яредҡа йөҙ ҙә алтмыш ике йәш булғанда, уның улы Ханох тыуҙы. 19 Ханох тыуғандан һуң, Яред һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине. 20 Туғыҙ йөҙ алтмыш ике йыл йәшәп, Яред вафат булды.

21 Ханохҡа алтмыш биш йәш булғанда, улы Мофассал тыуҙы. 22 Мофассал тыуғандан һуң, Ханох өс йөҙ йыл йәшәне, ғүмере буйына ул Алланан айырылманы. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды. 23 Өс йөҙ ҙә алтмыш биш йәш йәшәне Ханох,

24 ғүмере буйына ул Алла хозурында булды, шунан юҡ булды Ханох: Алла уны Үҙенә алды.

25 Мофассалға йөҙ ҙә һикһән ете йәш булғанда, уның улы Ламех тыуҙы. 26 Ламех тыуғандан һуң, Мофассал ете йөҙ һикһән ике йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла бар ине.

27 Мофассал туғыҙ йөҙ алтмыш туғыҙ йыл ғүмер итте.

28 Ламехҡа йөҙ ҙә һикһән ике йәш булғанда, уның улы тыуҙы.

29 Ламех уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Ул эшебеҙҙә, Раббы ҡәһәрләгән тупраҡтағы хеҙмәттәребеҙҙә беҙгә йыуаныс килте рер», — тине.

Претензии к содержанию