БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Страница 24 из 24

Ҡанунын енәйәтсел рәүештә боҙғанда пакланыу өсөн гонаһ ҡор ба ны салынған. Уның барышында ҡаһин ҡорбанлыҡтың ҡаны менән пакланыу йолаларын башҡарған, ә майын усаҡта яндырған. Был ҡорбан яңылыштан йә белмәйенсә ҡылынған гонаһтар өсөн дә килтерелгән. Ғәйеп ҡорбаны ла пакланыу маҡсатында салынған. Уны енәйәттәрҙең ҡайһы бер төрҙәренән таҙарыныу өсөн ғәмәлгә ашырғандар. Ашлыҡ саҙаҡаһы килтереү өсөн бойҙай онон еҫле май ҡушып болғатҡандар һәм бер ус ҡатнашманы тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағына һалып яндырғандар. Ондоң ҡалғаны ҡаһинға бирелгән. Тотош яндырыу ҡорбанына һирпеү шарабы өҫтәлер булған. Ғәҙәттә, ҡыҙыл шарап ҡулланғандар. Төтәҫләү ҡорбаны өсөн ладан һәм башҡа хуш еҫле матдәләрҙән махсус ҡатнашма эшләнгән. Ҡаһин ырыуҙарының һәр ҡайһыһы уны яһау ысулын сер итеп һаҡлаған. Ҡорбан килтереү йолаһының асылы, күрәһең, бергәләшеп табын ҡороп ултырыу ғәмәленән торғандыр. Ҡорбан ашында кеше менән Алла табындаш булған, шуның менән уларҙың берҙәмлеге нығытылған.

ҠЫНААН — Иордан йылғаһының көнбайышынан Урта диңгеҙгә тиклемге ер. «Ҡалҡыу ер» тигәнде аңлатҡан Арамдан (Сирия) айырмалы рәүештә, Ҡынаан «уйпат ер» тигән мәғәнәне бирә. Гректар уны Финикия, йәғни «ҡыҙыл ер» тип йөрөткән.

ЛӘҒНӘТ — Ҡара: ФАТИХА.

МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ — Библияла осраған музыка ҡоралдары хәҙерге заман ҡоралдарының тынлы, ҡыллы һәм һуҡма төрҙәренә тап килә. «Башланмыш» китабында көснә (Баш. 4:21; 31:27), дөңгөр (Баш. 31:27) һәм һыбыҙғы (Баш. 4:21) телгә алына. Көснәнең ҡылдары резонатор ҡапҡасына параллель һуҙылған, рамы бөгөлгән ике таяуға ҡуйылған. Музыкант йышыраҡ баҫып тороп уйнай, һул ҡулы менән ҡылдарҙы сиртә, уң ҡулы менән плектр ярҙамында ҡылдарҙы кәрәкле тауыш юғарылығына көйләй. Дөңгөр ағас дүңгәләккә мал тиреһе киреп эшләнә. Тире тауыш сығарыусы яры булып тора. Исраилда был ҡоралда тик ҡатын-ҡыҙ ғына уйнаған. Һыбыҙғы ағастан эсе ҡыуыш итеп эшләнгән, мөштөгөнә өрөп көй сығарғандар, клапандарға баҫып тауыш юғарылығын һайлағандар. Бына тыш, Библияла һуҡма музыка ҡоралдары телгә алына: кипарис үҙағасынан яһалған ксилофон, үртәлгән балсыҡтан шалтырауыҡтар, тимер шөңгөр, бронза цимбал, баш ҡаһиндың итәгенә тағыла торған ҡыңғырауҙар. Тынлы музыка ҡоралдарынан ишле гобой, көмөш торбалар, һарыҡ йәки кәзә тәкәһе мөгөҙө билдәле. Тынлы музыка ҡоралдарынан тоҡ кеүек итеп эшләнгән резонаторлы лира осрай. Исраилда музыка ҡоралдары оҙатыуында йырлағандар, оркестр тип атарлыҡ ансамблдәр ҙә булған, улар дини ғибәҙәт йолаларына йәлеп ителгән. Әлбиттә, музыка ҡоралдары күңел асҡанда ла ҡулланылған.

МӘЛИК — Боронғо Иҫке Ғәһед яҙмаларында «мәлик» һүҙе «Алла илсеһе» тигәнде аңлата. «Алла мәлиге» йәки «Раббы мәлиге» тип әйткәндә, күп осраҡта әҙәм ҡиәфәтендә күренгән йә кешеләргә мөрәжәғәт иткән Алланың Үҙе күҙ уңында тотола. «Мәлик» атамаһы шулай уҡ Аллаға яҡын булған күктәге заттарға ҡарата ла ҡулланыла. Алла — батша рәүешендә, ә мәликтәр Уның миһырбанлығын данлаусы, Уның ихтыярын үтәүсе ярҙамсылары булараҡ күҙ алдына баҫа. Йәһүдтәр ҡарашынса, Ҡанунды Мусаға Синай тауында нәҡ мәликтәр тапшырған.

раббы — бында Алла исеменең тәржемәһе. Боронғо йәһүд яҙмаларында бары тик тартынҡы хәрефтәр генә ҡулланылғанлыҡтан, ул Йһвһ тип яҙылған. Йәһүдтәр, христиандар һәм мосолмандар Ал ла ның исе мен әйтмәй, уның уры ны на Раббы тип мөрәжәғәт итә.

РАББЫ МӘЛИГЕ — Ҡара: МӘЛИК.

тотош яндырыу — Ҡара: ҠОРБАН.

тәүге түл — Бөтә тереклектең Алланыҡы булыуының билдәһе итеп, тәүге түлдән булған иркәк мал Аллаға ҡорбан ителгән.

ФАТИХА — Йәһүдтәр фекеренсә, әйтелгән һәр һүҙҙең ғәйрәтле көсө бар. Был көс, әлбиттә, һүҙ эйәһенең холоҡ-фиғеленә, шәхси һыҙаттарына бәйле. Ҡайһы бер кешеләрҙә фатиха биреү һәләте була. Ауырыуҙарҙа ул әжәл яҡынлашҡанда асылып китеүсән (Яҡуп — Баш. 48). Бәғзе берәүҙәрҙә осрай торған ғәҙәти булмаған сифаттар, ҡаһиндарҙың үҙ вазифаһына бәйле халыҡҡа фатиха биреү бурысы ла ошо күренеште хасил итә. Ләғнәт (ҡәһәр, ҡарғыш) юридик ғәмәл булып торған, уны хоҡуҡ боҙоусының ғәйебен иҫбатлау мөмкин булмағанда ҡулланғандар. Дини йолалар башҡарған саҡта, Ҡанун ҡабул ителгәнлеген иҫкә төшөрөп, халыҡта Алла ихтыярын үтәүгә ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында ла ләғнәт һүҙҙәре әйтелгән.

ҺЫБЫҘҒЫ — Ҡара: МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ.

ШӘМБЕ — Ете көнлө аҙнаның һуңғы көнө. Ете көнлөк аҙна төшөнсәһе иң элек Исраилда барлыҡҡа килгән. Уның мәғәнәһен, моғайын, ошо көндө үткәрелә торған ғибәҙәт йолалары билдәләгәндер, шунлыҡтан ул тик Аллаға ғына бағышланған көнгә әүерелә барғандыр. Һуңынаныраҡ ул көн сөннәтләү кеүек үк исраилдарҙы башҡаларҙан айырып торған төп һыҙаттарҙың береһенә һәм Исраил халҡы менән уның Аллаһы араһындағы килешеүҙең билдәһенә әйләнгән.

1

Б1ЪНа НеЪгака 51иИдаг(;еп51а 51һ ЕёШо ^и^п^а, 51иИдаг1, 1997

2

Масореттар — урта быуатта Иҫке Ғәһед китаптарын йыйған, һаҡлаған һәм күсереп яҙған кәтиптәрҙең дөйөм исеме. Масореттар тырышлығы арҡаһында ғәйәт яҡшы һаҡланған Соёех 1ешпдгаёеп515 (1009 й.) ҡулъяҙмаһы беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. В1Ъ11а НеЪгака 51иНдаг(;еп51а баҫмаһының нигеҙен ул тәшкил итә.

3

Был традиция бигерәк тә Синод тәржемәһендә асыҡ сағыла. Унда төп нөсхәгә төрлө сығанаҡтар — Септуагинта, сиркәү-славян телендәге Елизавета Библияһы, Библияның латинсаға тәржемәһе Вульгата һәм башҡаларҙан алынған өҫтәлмәләр ҡушылған. Уларҙың ҡайһылары икенсе төрлө шрифт менән бирелһә лә, бәғзеләре айырып күрһәтелмәгән.

Претензии к содержанию