Страница 23 из 24
ИЗГЕ булыу — Был төшөнсә донъя диндәрендә төрлөсә аңлатыла. Йыш ҡына изге төшөнсәһе ниндәй ҙә булһа әйберҙәргә, кешеләргә, урын-ергә, йолаларға ҡағыла һәм шомло, серле, ҡурҡыныс көстө аңлата. Бындай мәғәнәлә ул кешеләргә, илаһтарға һәм ендәргә бойондороҡһоҙ эш итә, һәм кешегә уның менән осрашыу хәүефле. Әммә был ҡотолғоһоҙ, шунлыҡтан, аралашыу сараһын табып, һаҡланыу талап ителә. Изге менән осрашыу ҡурҡыта ла, ҡыуандыра ла, ул бер үк ваҡытта яҡшы ла, яман да. Изге ҡәҙимгенән, йәғни изге түгелдән, нәҡ шуның менән айырыла. Исламда Мөхәммәт пәйғәмбәр тормошондағы бөтә ғәҙәттән тыш, сәйер һәм серле хәл-күренештәр изге, йәғни ҡағылғыһыҙ (ҡағылырға ярамаған) һәм һаҡлаулы һанала. Айырыуса Мәккә, Мәҙинә һәм Йәрүсәлим ҡалалары изге. Мосолмандарҙың инаныуынса, Мөхәммәт үҙе, башҡа пәйғәмбәрҙәр, ислам ғалимдары Алланың яҡындары һәм изгеләр тип һанала. Изге — Библияла үҙәк төшөнсә, ул Алланың иң төп сифатын, хатта Уның асылын билдәләй. Тик Алла ғына ысын мәғәнәһендә изге. Фараз ителеүенсә, изге төшөнсәһен аңлатыусы йәһүд һүҙе боронғо семит телдәрендәге «ҡырҡып алыу, айырыу» һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Алланың изгелеге Уның, кешенән айырмалы рәүештә, бөтөнләй башҡа булыуында сағыла, һәм нәҡ ошо шарт кешенең үҙенең изге түгеллеген, лайыҡһыҙлығын, пак булмауын аңлауға килтерә.
Әммә кеше, тик Алланың изге булыуын таныһа ла, үҙе лә Уға табан ынтыла һәм Алла үҙенең һайланма халҡы араһында изге тип раҫлай. Шулай итеп, изгелек — Исраил Аллаһының илаһи асылын билдәләүсе һәм Уны берҙән-бер итеүсе төшөнсә. Кеше уйлап сығарған башҡа аллалар иһә кешенән бер ни менән дә айырылмай. Бынан тыш, изге — мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыусы төшөнсә булып тора: Алла ғәҙеллек, ярлыҡау, донъяны яратыу, ҡотҡарыу менән изгелеген ғәмәлгә ашыра. Шулай итеп, Библияла изгелек төшөнсәһе әхлаҡи камиллыҡты ла үҙ эсенә ала. Библияла изгелек культ ҡына булып ҡалмай, ә бар донъя, барлыҡ әйберҙәр, кешеләр һәм бөтә тарихҡа тарала: бөтәһе лә изге булыуға ынтылырға тейеш! Алланың изге исеменең йорто булған ҡорам изге, ҡорам урынлашҡан Сион тауы изге, был тау менән ҡорам торған Йәрүсәлим ҡалаһы изге, шулай уҡ Алла Исраилға бүләк иткән ер изге. Бынан тыш, алтарь, йола кәрәк-ярағы, ҡорбанлыҡ, йола икмәге, йола башҡарыуҙы хеҙмәтләндереүселәр, уларҙың кейемдәре, хуш еҫле май — һәммәһе изге. Айырым предметтарҙы изгеләштереү уларҙың һәр ваҡыт, һәр урында, һәр маҡсатта ҡулланыла алмауын аңлата, сөнки улар тик Аллаға хеҙмәт итеү йолаларында ғына тотонола. Шулай уҡ Алла тарафынан башҡа ҡәүемдәр араһынан айырып алынған һайланма Исра-ил халҡы изге. Ниһайәт, аҙнаның башҡа көндәренән айырып алынған ял көнө — шәмбе һәм байрам көнө, шулай уҡ ураҙа көнө изге.
Былар изгене изге булмағандан, ҡәҙимгенән айырыу принцибына нигеҙләнә лә инде.
ИЗГЕ РУХ — Ҡара: АЛЛА РУХЫ.
килешеү — Килешеү тигән һүҙ Библияла кешеләр араһындағы үҙ-ара килешеү мөнәсәбәттәрен сағылдыра (Баш. 14:13; 21:27; 31:44). Килешеү төшөнсәһе аша белдерелгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәр тиң партнёрҙарҙы ла (Баш. 14:13), тиң булмағандарҙы ла (Баш. 21:27) берләштерә ала. һуңғыһында юғарыраҡ дәрәжәгә эйә булғаны, үҙ ихтыяры менән билдәле бер йөкләмәләрҙе алып (айырым мөнәсәбәт күрһәтеү, мәрхәмәтле булыу), бойондороҡло партнёрына өҫтөнлөктәр бирә. Килешеүҙә ҡатнашыусылар араһындағы айырма был осраҡта бик ҙур: әйтәйек, кенәз һәм килмешәк, батша һәм хеҙмәтсе төрлө баҫҡыстарҙа тора, шунлыҡтан килешеү һәр саҡ өҫтөндөң түбәндәгегә үҙ ихтыярын тағыу төҫөн алыңҡырай (миһырбан күрһәтеү, васыят итеү). Бындай килешеү ике яҡты ныҡлы бәйләй. Ғәмәлдә, уның ваҡыт сикләүе юҡ һәм ул мәңгелек тип иҫәпләнер булған. Килешеү төшөнсәһенең айырыуса киң ҡулланылыу даирәһе Алла менән Ул һайлап алған халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең метафорик сағылышына ҡағыла. «Башланмыш» китабында ошо төшөнсә аша Алланың Нухҡа (Баш. 6:18; 9:8-17), Ибраһимға (Баш. 15:18-21; 17:1-27), шулай уҡ уларҙың тоҡомдарына, Исраил халҡына айырым ихласлығы күрһәтелә. Алла менән килешеүҙең файҙаһы кешегә тейә, килешеү шарттарын үтәһә, ул ғүмер (Баш. 6:18, 20), ил (Баш. 15:18-21), тоҡом (Баш. 17:4), тыныслыҡ һәм хөр тормош, хакимлыҡ, азатлыҡ ала. Килешеү төҙөү билдәгә әйләнерлек ваҡиғалар, изге йолалар солғанышында бара: һандыҡ (Баш.
6:18-21), ҡорбанлыҡ малы (Баш. 8:20), йәйғор (Баш. 9:12-13), урталай сабылған ҡорбанлыҡ түшкәһенең ике өлөшө араһынан үтеү (Баш. 15:17), сөннәтләү (Баш. 17:10-13).
Ниһайәт, тоғролоҡ еңә, тыныслыҡ урынлаша. Аллаға тоғролоҡ һәм Унан айырылғыһыҙ булған хөр тормош Библияла йыш ҡына тәҡүәлелек тип билдәләнә. Алла менән килешеүгә тоғролоҡто һаҡлаған кеше тәҡүәле тип йөрөтөлә. Иҫке Ғәһедтең күп кенә китаптарында килешеү категорияһы иң элек Исраилдын фажиғәле яҙмышын уның Алла менән килешеүгә тоғролоҡ һаҡламағаны өсөн яза тип аңлау ерлегенә күсерелә. Килешеүгә ингән вәғәҙәләрен үтәүсе булараҡ, Алла хәҡиҡәт юлына ҡайтҡан халҡына яйлап фатихаһын бирә һәм ихласлығын күрһәтә бара.
КӨСНӘ — Ҡара: МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ.
КҮРЕНМЕШ — Алланың кеше менән осрашыуы башҡорт теленә «күренмеш» тип тәржемә ителде (Баш. 12:7; 17:1; 18:1; 26:2; 26:24; 35:9; 48:3). Осрашыу Алла тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Дөйөмләштереп әйткәндә, «Алла Үҙен күрергә рөхсәт итте» йәки «Алла Үҙе күренде» тиергә булыр ине. Әммә был ғәмәл ябай ғына күреүҙе түгел, ә тәрән рухи тойоуҙы аңлата. Мәҫәлән, Алланың Лузда Яҡуп менән осрашыуы Яҡуптың төшө итеп һүрәтләнә (Баш. 28:12-16), ә икенсе бер осраҡта, Алла үҙе күренде, тиелә (Баш. 48:3). Төш менән өндөң ҡушылыуы ихтимал. Ҡағиҙә булараҡ, Алланың күренмеше ғибәҙәттәр ҡылып, нәҙер әйтеү арҡылы ғәмәлгә аша.
ҠАҺИН — Иҫке Ғәһедтә билдәле бер ырыуға ҡарағанлығы һәм мәсехләнеүе арҡаһында Аллаға бағышланған йолаларҙы башҡарыу, ҡорбан салыу, Алла ихтыярын аңлатыу хоҡуғын алған кешеләр ҡаһин тип йөрөтөлә. Һарун, Садок ырыуҙары, левиттар ҡаһин ырыуҙары булараҡ билдәле. Ҡаһиндар бер нисә төркөмгә бүленгән, улар, һәр ҡайһыһы үҙ сиратына һәм вазифаларына ярашлы, изге ҡорамдағы изге йолаларҙы башҡарыуҙа ҡатнашҡан. Сөләймән осоронан алып уларҙың өҫтөндә баш ҡаһин торор булған.
ҠОЛ, ҠОЛЛОҠ — Ҡоллоҡ боронғо донъяға хас күренештәрҙең береһе булған. Бер төбәктәге ҡоллоҡ башҡа төбәктәрҙәгенән ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән генә айырылған. Әйтәйек, Исраилда ҡолдарға мөнәсәбәтте уларҙың килмешәктәнме, әллә ерле халыҡтанмы булыуы билдәләгән. Исраил халҡынан берәү үтә етди ғәйепкә тарыһа йә, бик ауыр бәлә-ҡазаға осрап, башҡа ҡотолор юл тапмаһа ғына икенсеһенең ҡолона әйләнә алған. Ауырлыҡҡа түҙмәгән ата-әсә лә балаһын ҡоллоҡҡа һатып ебәргеләгән. Шул уҡ ваҡытта ҡоллоҡҡа һатылған исраил кешеһен бысраҡ һәм ауыр эштәрҙә файҙаланыу тыйылған. Уны ялланған эшсе итеп иҫәпләү фарыз булған һәм шәмбе йылды иреккә ебәреү ҡаралған. Ҡоллоҡҡа һатылған ҡыҙҙарҙы һаҡлау йәһәтенән Ҡанунда айырым талаптар ҡуйылған. Сит-ят халыҡтарҙан ҡолдар һуғыш ғәнимәте сифатында йә ҡол баҙарынан һатып алыныр булған. Исраилда был ҡолдарҙы ғаилә ағзалары кеүек күргәндәр, ләкин улар иң бысраҡ һәм иң ауыр эштәрҙе башҡарырға тейеш булған. Исраилдар араһынан сыҡҡан ҡолдарҙан айырмалы рәүештә, килмешәк ҡолдарҙы һатып ебәрергә лә рөхсәт ителгән.
ҠОРБАН — Ҡорбан килтереү боронғо халыҡтарҙың бөтәһендә лә киң таралған булған һәм дини йолаларҙың айырыуса тантаналы өлөшөн тәшкил иткән. Был йола Алланы хөрмәтләү, Уның мәрхәмәтен яулау йә бәлә-ҡаза ебәрмәүенә өлгәшеү өсөн башҡарылған. Борон Исраилда ҡорбанды мөҡәддәс тип табылған урындарҙа килтергәндәр, һуңынаныраҡ — тик Йәрүсәлимдә генә. Ҡанлы һәм ҡанһыҙ ҡорбандар булған. Емеш, ашлыҡ, шарап, май, хуш еҫле матдәләр ҡанһыҙ ҡорбан итеп килтерелгән, ә ҡанлы ҡорбан итеп үгеҙ, быҙау, һарыҡ, кәзә, күгәрсен салынған. Тотош яндырыу ҡорбаны ҡорбандың иң мөһим төрө тип һаналған. Уны көнөнә ике тапҡыр башҡарып, ҡорбанлыҡты ҡорбан усағында тотошлайы менән яндырып бөтөрөр булғандар. Ҡорбан килтереүҙең киң таралған төрҙәренең береһе берҙәмлек ҡорбаны булған. Тәүге мәлдәрҙә малды йола буйынса салыуҙың һәр осрағы ошо төргә ҡараған. Эс-ҡарыны тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырылған, ите ҡорбан ашында ашалған. Берҙәмлек ҡорбаны, ғәҙәттә, айырым йә бер нисә кешенең шөкөр ҡорбаны булып, мөһим осраҡтарҙа (ауырыуҙан йә бәлә-ҡазанан ҡотолоу) килтерелгән. Алла