Страница 4 из 24
16 Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.
17 Ер йөҙөндә йәшәгән һәммә тере йән менән Мин төҙөгән килешеү билдәһе шул булыр, — тине Алла Нухҡа.
18 Нухтың көплө кәмәнән сыҡҡан уландары — Шем, Хам, Яфет ине. Хам — Ҡынаандың атаһы. 19 Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Нухтың ошо өс улынан таралған.
20 Нух ер эшкәртә башланы; йөҙөм ағасы ултыртты. 21 Бер саҡ Нух, шарап эсеп иҫереп, сатыры эсендә шәрә килеш ята ине. 22 Ҡынаандың атаһы Хам, уның яланғас ятҡанын күреп, был хаҡта ағаларына һөйләне. 23 Шул саҡта Шем менән Яфет, яурындарына сәкмән һалып, ата ла ры ның са ты ры на арттары менән инделәр ҙә өҫтөнә шул сәкмәнде ябып сыҡтылар. Улар, арттарын ҡуйып ингәнлектән, аталарының яланғас тәнен күрмәне. 24 Нух, айнығып уянғас, кесе улының уға ҡарата ни ҡылғанын белеп, 25 былай тине:
— Ҡәһәр төшһөн Ҡынаанға! Ағаларының иң һөйкөмһөҙ ҡоло булһын ул!
26 Йәнә былай тине:
— Раббы, Шем Аллаһы, фатихалы!
Ҡы на ан иһә ағаларының булыр ҡоло.
27 Алла Яфет биләмәләрен киң ҡылһын!
Ул Шемдың сатырҙарында ғүмер һөрһөн!
Ҡынаан иһә ағаһы Шемға ҡол булһын.
28 Туфан ҡайтҡандан һуң, Нух өс йөҙ илле йыл йәшәне. 29 Нух, йәмғеһе туғыҙ йөҙ илле йыл йәшәп, вафат булды.
Нухтан таралған халыҡтар
■1 1 Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Яфеттың шәжәрәһе.
Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Яфеттың балалары тыуҙы.
2 Яфеттың улдары: Ғүмәр, Мәжүж, Мадай, Яван, Тувал, Мешех һәм Тирас.
3 Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Рифат, Тоғарма.
4 Явандың улдары: Элиша, Таршиш, Киттим һәм Доданим.
5 Улар — диңгеҙ буйҙарында йәшәгән халыҡтарҙың аталары.
Уларҙың һәр ҡайһыһының ырыу-ҡәбиләләре, телдәре айырым.
6 Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡынаан.
7 Куштың улдары: Сева, Хавила, Савта, Рама һәм Савтеха.
Раманың улдары: Шева һәм Дедан.
8 Куштың Нәмрүд исемле улы булды, егетлеге менән донъяға танылды. 9 Алла хозурында ҡеүәтле аусы булды ул. «Раббының Нәмрүд кеүек баһадир һунарсыһы бул» тигән әйтем шунан ҡалған. 10 Тәүҙә ул Шинар ерҙәрендәге Бабил, Урук, Аккад, Калне ҡалаларында батшалыҡ итте.11 Был илдән ул Ассирияға китеп, унда Ниневияға, Реховот-Ирға һәм Калахҡа, 12 шулай уҡ Ниневия менән Калах араһындағы Ресенға — ул бик ҙур ҡала — нигеҙ һалды. 13 Мисраим — луд, анам, леһав, нафтух,
14 патрус, каслух (унан пелештиҙәр таралды) һәм кафтор халыҡ тары ның атаһы.
15 Ҡынаандың улдары: Сидон (был уның баш балаһы) һәм Хет, 16 шулай уҡ унан иевустар, әмөриҙәр, гиргаштар, 17хиуиҙар, аркиҙар, синиҙар, 18арвадтар, семариҙар һәм хаматтар таралған.
Һуңынан Ҡынаандың нәҫел-ырыуы бик күп булып таралып китте. 19 Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Аморра, Адма һәм Севоим яғынан Лашаға тиклем һуҙыла. 20 Хамдың нәҫел-нәсәбе, уларҙың телдәре, ерҙәре, ырыу-ҡәбиләләре бына шулай ине.
21Яфеттың ағаһы, Эверҙың нәҫел ебен башлаусы Шемдың да ба ла лары буды.
22 Шемдың улдары: Элам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.
23 Арамдың улдары: Ус, Хул, Гетер һәм Маш.
24 Арпахшадтың — Шела, Шеланың Эвер исемле улдары булды.
25 Эверҙың ике улы тыуҙы: береһенә Пелег, йәғни «бүлеү» тигән исем ҡуштылар, сөнки тап шул ваҡытта ер бүленгәйне, икенсеһен Йоктан тип атанылар.
26 Йоктандың улдары: Алмодад, Шелеф, Хасармавет, Ярах, 27Һадорам, Узал, Дикла, 28 Овал, Авимаел, Шева, 29 Офир, Хавила, Йовав. Былар барыһы ла — Йоктандың улдары. 30 Уларҙың ерҙәре Мешанан көнсығышҡа табан Сефар тауҙарына хәтлем һу ҙы ла ине.
31 Шемдың нәҫел-нәсәбе, уларҙың телдәре, ырыу-ҡәбиләләре бына ошо.
32 Нух улдарының ғаиләләре, шәжәрәләре һәм уларҙан таралған халыҡтар бына шулар. Туфан баҫылғандан һуң ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уларҙан таралған.
Бабил манараһы
П1 Бөтә донъяла бер тел, бер төрлө һүҙҙәр ине. 2 Көн-сы ғыш тан күсеп, ха лыҡ тар Шинар ерендә ти геҙ урын тап ты лар ҙа шунда урын лаш ты лар.
3Бер-береһенә:
— Әйҙәгеҙ, балсыҡтан кирбес һуғайыҡ та уны утта яндырайыҡ, — тинеләр.
Шулай итеп, улар таш урынына — кирбес, ә эзбиз иҙмәһе урынына ер аҫтынан сыҡҡан ҡара ыҫмала ҡуллана башланы.
4 Шунан былай тинеләр:
— Үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк, шулай итһәк, бөтә ер йөҙөнә таралышып бөтһәк тә, даныбыҙ ҡалыр.
5 Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип ергә төштө. 6 Әйтте Раббы:
— Бер үк халыҡ, бөтәһенең дә телдәре бер төрлө. Бына нимә эшләй башлағандар былар; ниәттәрен ғәмәлгә ашырмайынса туҡтамаҫтар! 7 Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек әле, береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!
8 Раббы уларҙы бөтә ер йөҙөнә таратты — бына шулай улар ҡаланы төҙөүҙән туҡтаны. 9Шуға күрә был ҡала Бабил тип атала — Раббы унда ерҙәге барса кешеләрҙең телдәрен бутаны һәм ошо урындан уларҙы бөтә ер йөҙөнә сәсте.
Икенсе бүлек Тәүбабалар Шемдан Ибраһимғаса
10 Бына Шемдың шәжәрәһе: Шемға йөҙ йәш ине; туфандан һуң ике йыл үткәс, улы Арпахшад тыуҙы. 11 Арпахшад тыуғандан һуң, Шем биш йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.
12 Арпахшадҡа утыҙ биш йәш булғанда, уның улы Шела тыуҙы.
13 Шела тыуғандан һуң, Арпахшад дүрт йөҙ ҙә өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.
14 Утыҙ йәшендә Шеланың улы Эвер тыуҙы. 15 Эвер тыуғандан һуң, Шела дүрт йөҙ өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.
16 Эверға утыҙ дүрт йәш булғанда, улы Пелег тыуҙы. 17 Пелег тыуғандан һуң, Эвер дүрт йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.
18 Пелегка утыҙ йәш булғанда, улы Реу тыуҙы. 19 Реу тыуғандан һуң, Пелег ике йөҙ туғыҙ йыл йәшәне, уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.
20 Реуға утыҙ ике йәш булғанда, улы Серуг тыуҙы. 21 Серуг тыуғандан һуң, Реу ике йөҙ ете йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды.
22 Серугка утыҙ йәш булғанда, улы Нахор тыуҙы. 23 Нахор тыуғандан һуң, Серуг ике йөҙ йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды.
24 Нахорға егерме туғыҙ йәш булғанда, улы Терах тыуҙы.
25 Терах тыуғандан һуң, Нахор йөҙ ҙә ун туғыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.
26 Етмеш йәшенән һуң, Терахтың Ибрам, Нахор һәм Аран исем ле улдары тыуҙы.
27 Бына Терахтың шәжәрәһе: Терахтың Ибрам, Нахор һәм Аран тигән улдары булды. Арандың улы Лут тыуҙы. 28 Аран, атаһы Терах иҫән саҡта уҡ, тыуған ерендә, халдейҙарҙың Ур ҡалаһында, вафат булды. 29 Ибрам — Сарайға, Нахор Арандың ҡыҙы Милкаға өйләнде. Аран шулай уҡ Исканың да атаһы ине.
30 Сарай түлһеҙ булды, бала таба алманы.
31Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡынаан еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты (Арандың улын), Ибрамдың ҡатынын — килене Сарайҙы алды. Харран ҡалаһына килеп еткәс, туҡтап, шунда төпләнеп ҡалдылар. 32 Ошонда ике йөҙ ҙә биш йәшкә етеп, Терах вафат булды.
Ибраһим Алланың Ибраһимды һайлап алғаны
1 Раббы Ибрамға былай тине:
— Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит. 2 Һинән бөйөк халыҡ үрсетәсәкмен, һиңә фатихамды бирермен, исемеңде бөйөк итермен, мөбәрәк булырһың!
3 Һиңә берәү фатихаһын бирһә, ул да алыр Минән фатиха!
Ҡәһәр алыр һине ҡәһәрләгән!
11:28 Халдейҙар — Көньяҡ-Көнбайыш Месопотамияла йәшәгән халыҡтың боронғо исеме.
Ер йөҙөндәге бар халыҡ һинең аша булыр фатихалы.
4 Ибрам Раббы бойорғанса юлға сыҡты; уның менән бергә Лут та китте. Харрандан сыҡҡанда Ибрамға етмеш биш йәш ине. 5 Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сарайҙы, ҡустыһының улы Лутты, Харрандағы барлыҡ мөлкәтен һәм бөтә кешеләрен алып, Ҡынаанға юл тотто.
Ҡынаанға килеп еттеләр. 6 Ибрам был ерҙәрҙе Шехем тигән урынға, Море ағаслығына тиклем буйҙан-буйға йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡынаандар йәшәй ине. 7Әммә Раббы килеп, Ибрамға былай тине:
— Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен.
Ошо урында Ибрам, үҙенә күренгән Раббыға бағышлап, ҡорбан усағы эшләне. 8 Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта ятҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ая ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, ҡорбан килтерҙе. 9 Ибрам тағы ҡуҙғалып юлға сыҡты һәм Негевҡа табан йүнәлде.
Ибраһимдың Мысырҙа булғаны
10 Был ерҙә көслө йот булғанлыҡтан, Ибрам Мысырға барып йәшәп торорға булды. 11 Мысырға яҡынлашып килгәндә, ҡатыны Сарайға былай тине:
— Һин бик матур ҡатынһың. 12Мысыр кешеләре һине күрер ҙә: «Был уның ҡатыны», — тип мине үлтерерҙәр, һине тере ҡалдырырҙар. 13 Шуға күрә уларға: «Мин уның һеңле һемен», — тип әйт. Һинең арҡала миңә лә яҡшы булыр, минең ғүмеремде һаҡ лап алып ҡа лырһың.
14 Ибрам Мысырға килеп еткәс, Мысыр кешеләре, ысынлап та, Сарайҙың һылыу икәнен күрҙе. 15 Ҡатынды күргән һарай кешеләре уның матурлығы хаҡында фирғәүенгә еткерҙе. Сарай фирғәүендең һарайына алынды. 16Сарай арҡаһында Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары һәм дөйәләре ишәйеп китте. 17Әммә Раббы Ибрамдың ҡатынын үҙенә алғаны өсөн фирғәүенгә һәм уның яҡындарына ауыр бәлә-ҡазалар ебәрҙе. 18Фирғәүен Ибрамды үҙ янына саҡырып алды ла былай тине: