Страница 5 из 24
— Ни эшләттең һин мине? Ниңә уның ҡатының икәнен әйтмәнең? 19 Ни өсөн уны һеңлем тинең? Шунлыҡтан мин уға өйләнергә булғайным. Ҡатыныңды ал да кит!
20 Фирғәүен үҙенең кешеләренә әмер бирҙе, һәм Ибрамды ҡатыны, бөтә мөлкәте менән оҙатып ебәрҙеләр.
Ибраһим менән Лут
В1 Ибрам ҡатыны, барлыҡ мөлкәте менән Мысырҙан ҡуҙғалып сығып, Негевҡа юл тотто. Лут та уның менән ине. 2 Ибрам бик байығып киткәйне — мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине уның. 3 Негевтан ул бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, Бейт-Илгә тиклем килде. Бейт-Ил менән Ая араһындағы элек сатыр ҡорған урынға етте. 4 Үҙе ҡорбан усағы эшләгән урынға туҡтап, унда Раббыға ҡорбан бағышланы.
5 Ибрам менән бергә күсенеп йөрөгән Луттың да мал-мөлкәте, сатырҙары бар ине. 6 Малдары бик күбәйгәнгә күрә, уларға бергә йәшәр өсөн ер етмәй башланы. 7 Ибрам менән Луттың көтөүселәре араһында ғауға сыҡты. Ул саҡта был ерҙәрҙә ҡынаандар менән периздар йәшәй ине. 8 Ибрам Лутҡа:
— Беҙ бит туғандар, — тине. — Үҙебеҙҙең арала ла, көтөүселәребеҙ араһында ла ыҙғыш-талаш булмаһын! 9 Бына бөтөн ер һинең алдыңда. Әйҙә, айырылайыҡ: әгәр һин һулға китһәң, мин уңға китермен. Һин уңға йүнәлһәң, мин һулға ҡайырылырмын.
10 Лут тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан үҙәне тотош, — Соарҙың үҙенә тиклем — Раббының йәннәтеләй, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине (был Раббы Содом менән Аморраны юҡ иткәнгә тиклем булғайны). 11 Лут үҙенә тотошлайы менән Иордан йылғаһы үҙәнен һайланы ла көнсығышҡа табан китте. Шулай итеп, улар айырылышты: 12 Ибрам Ҡынаан ерендә йәшәп ҡалды, Лут үҙәнлектәге ҡалалар араһында төйәкләнде. Содомға яҡын бер ерҙә сатырҙарын ҡорҙо. 13 Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.
14 Лут айырылып киткәс, Раббы Ибрамға былай тине:
— Үҙең баҫып торған урындан күҙеңде күтәреп баҡ: төньяҡҡа ла, көньяҡҡа ла, көнсығышҡа ла, көнбайышҡа ла ҡара. 15 Күҙ алдыңда ятҡан бөтә ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк
быуындарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен, 16 нәҫелеңде ерҙәге ҡомдай иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен: ерҙәге ҡом булһа ни саҡлы, нәҫелең булыр һинең шул саҡлы.
17 Бар, Мин һиңә бирәсәк ерҙәрҙең иңен-буйын йөрөп сыҡ.
18 Ибрам, сатырын алып, тағы юлға сыҡты, барып Хеврон ҡалаһы янындағы Мамре ағаслығында урынлашты. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.
И1Шинар батшаһы Амрафел, Элласарҙа — батша Ариох, Эламда — батша Кедорлаомер, Гоимда батша Тидал хакимлыҡ ҡылған замандарҙа 2һуғыш булды: улар Содом батшаһы Бераға, Аморра батшаһы Биршаға, Адма батшаһы Шинавҡа, Севоим батшаһы Шемәвергә һәм Бела (хәҙер ул Соар тип атала) батшаһына ҡаршы яу асты. 3 Улар барыһы ла бөгөн Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә йыйылды. 4 Был батшалар ун ике йыл буйына Кедорлаомер иҙеүе аҫтында булды, ә ун өсөнсө йылда баш күтәрҙеләр. 5 Ун дүртенсе йылда Кедорлаомер үҙе яҡлы батшалар менән Аштарот-Карнаимда — рафаларҙы, Һамда — зуздарҙы, Шаве-Кириатаимда — эмдарҙы, 6 таулы Сеир илендә (сүллек ситендәге Әл-Паран янында) хориҙарҙы тар-мар итте. 7Унан боролоп, улар Айн-Мишпатҡа (хәҙер ул Кадеш тип атала) килде һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән амалектар менән әмөриҙәрҙе ҡыйратты. 8-9 Бынан һуң Содом, Аморра, Адма, Севоим, Бела (хәҙер ул Соар тип атала) батшалары юлға сыҡты. Был биш батша дүрт батшаға: Элам батшаһы Кедорлаомерға, Гоим батшаһы Тидалға, Шинар батшаһы Амрафелға, Элла-сар батшаһы Ариохҡа ҡаршы Сиддим үҙәнендә һуғышҡа инде. 10 Сиддим үҙәнендә ыҫмалалы соҡорҙар күп ине. Содом менән Аморра батшаларының яугирҙары ҡасып барғанда ошо соҡорҙарға батты, тере ҡалғандар тауҙарға ҡасты. 11 Еңеүселәр Содом менән Аморраның бөтә байлығын, туплаған аҙыҡ-түлектәрен алып китте. 12Ибрамдың Содомда йәшәгән туғаны Лутты ла бөтөн мөлкәте менән бергә алып киттеләр.
13 Тере ҡалғандарҙан берәү иври Ибрамға килеп бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта үҙе яҡлы Эшкол менән Анерҙың туғаны әмөри Мамреның ағаслығында йәшәй ине. 14Туғанының әсиргә эләккәнен белгәс, Ибрам ырыуындағы өс йөҙ ун һигеҙ яугирҙы алды ла, дошмандарын эҙәрлекләп, Данға тиклем барып етте. 15 Ике төркөмгә бүленеп, төндә һөжүм иттеләр. Дошмандарын еңеп, артабан Дамасктан төньяҡта урынлашҡан Ховаға тиклем уларҙы ҡыуып барҙылар. 16 Ибрам бөтә мөлкәте менән Лутты ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла, әсирҙәрҙе лә алып ҡайтты.
Мәлик-Садиҡтың Ибраһимға фатиха биргәне
17 Ибрам Кедорлаомер менән уның яҡлы батшаларҙы еңеп ҡайтып килгәндә, Шаве үҙәнендә (хәҙер ул Батша үҙәне тип атала) уға Содом батшаһы ҡаршы сыҡты. 18 Шулай уҡ Шалим батша һы Мәлик-Садиҡ, Бөйөк Алла ҡаһины, Ибрамға икмәк менән шарап тотоп ҡаршы сыҡты ла 19 шундай фатиха һүҙҙәре әйтте:
20 Күк менән ерҙе яратыусы Бөйөктәрҙән-бөйөк Алла фатихаһында ул Ибрам!
Бөйөк Алла мәрхәмәтле,
бирҙе һинең ҡулыңа дошмандарыңды!
Ибрам уға ғәнимәтенең ундан бер өлөшөн бирҙе.
21 Содом батшаһы иһә Ибрамға әйтте:
— Кешеләремде бир миңә, ә табышыңды үҙеңә ҡалдыр.
Әммә Ибрам Содом батшаһына былай тине:
22 — Мин Раббыға, Бөйөктәрҙән-бөйөк Аллаға, күк менән ерҙең Хакимына ҡулымды күтәреп ант итәм. 23 Һинең мөлкәтеңдән бер нәмә лә — бер һүрентең дә, аяғыңдағы ҡатаңдың ҡайышы ла кәрәкмәй. Һу ңы нан: «Ибрамды мин ба йыт тым», — тип әйтәһе булма. 24 Кешеләрҙе ашатыуға киткән сығымдан һәм минең менән барыусыларға тейеш өлөштән башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй миңә. Мине яҡлап яу сапҡан Анер, Эшкол, Мамре үҙҙәренең өлөшөн алһын әйҙә.
Алланың Ибраһим менән килешеү төҙөгәне
И1 Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Ибрам Раббының тауышын ишет те:
— Ҡурҡма, Ибрам.
Мин Ҡал ҡа ның һинең.
Мул булыр һиңә бүләгем.
2 Ибрам былай тине:
— Эй Раббым, Хакимым! Балам да булмағас, Һинең бүләгең миңә нимәгә? Вариҫым кем бит — сыбыҡ осо туғаным Дамаск ке ше һе Элиезер.
3 — Миңә нәҫел бирмәгәс, — тине Ибрам, — әҡрәбәм вариҫым була инде.
4 Раббы тағы өндәште:
— Юҡ, булмаҫ ул һинең вариҫың:
Вариҫыңды яралтыр үҙ орлоғоң!
5 Раббы Ибрамды сатырҙан сығарҙы ла былай тине:
— Ҡара күккә, һана йондоҙҙарҙы: һанап бөтөрһөңмө уларҙы?
— Нәҫелең һинең шул тиклем буласаҡ, — тине уға Раббы.
6 Ибрам Раббыға ышанды, һәм Раббы быны тәҡүәлелек билдәһе тип ҡабул итте.
7 Ибрамға:
— Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, — тине.
8 — Раббым Хакимым! Был ерҙәрҙең минеке булырының билдәһе ҡайҙа? — тип һораны Ибрам.
9 Раббы былай тине:
— Ошонда Миңә өс йәшлек тана, өс йәшлек кәзә, өс йәшлек һарыҡ алып кил, алатуба менән күгәрсен килтер.
10 Ибрам уларҙы алып килде лә, һәр ҡайһыһын урталайға бүлеп, түшкәләрҙе бер-береһенә тәңгәлләп һалып ҡуйҙы; ҡоштарҙы ғына икегә бүлмәне. 11 Һуйып һалынған малдарға йыртҡыс ҡоштар ябырылды, әммә уларҙы Ибрам ҡыуып ебәрҙе.
12 Ҡояш байып барғанда, Ибрамды тәрән йоҡо баҫа башланы, әллә ниндәй ҡот осҡос ҡараңғылыҡ һәм ҡурҡыу солғап алды уны.
13 Раббы Ибрамға былай тине:
— Шуны бел: һинең нәҫел-ырыуың дүрт йөҙ йыл буйына сит илдә ҡол булып, иҙелеп йәшәр. 14 Әммә уларҙы ҡол иткән халыҡ Минең хөкөмөмә дусар булыр. Шунан һуң һинең нәҫел-ырыуың унан китер, бик байығып ҡайтыр улар.
15 Ә һин тыныс ҡына ер ҡуйынына инерһең, арҙаҡлы аҡһаҡал булып гүр эйәһе булырһың.
16 Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына ҡайтасаҡ бында, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.
17 Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр ара һы нан үтеп китте.
18 Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине:
19 — Мысыр сигендәге йылғанан алып бөйөк йылға — Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе — кениҙар, кениздар, кадмондар, 20 хеттар, периздар, рафалар, 21әмөриҙәр, ҡынаандар, гиргаштар һәм иевустарҙың бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәм.
Хәжәр менән Исмәғил
Л 1 Ибрамдың ҡатыны Сарай бала тапмай ине. Сарайҙың А. О Мысырҙан килгән Хәжәр исемле хеҙмәтсеһе була. 2 Сарай Ибрамға былай тине:
— Раббы миңә бала бирмәне инде. Минең хеҙмәтсем менән йоҡла, бәлки, ул миңә бала табып бирер.
Ибрам Сарайҙың һүҙен тыңланы.3 Сарай хеҙмәтсеһен — Мысыр ҡыҙы Хәжәрҙе иренә ҡатын итеп бирҙе. Был ваҡытта Ибрамдың Ҡынаанға килеп урынлашыуына ун йыл самаһы үткәйне. 4 Ибрам Хәжәр менән йоҡланы. Хәжәр ауырға ҡалды. Үҙенең йөклө икәнен белгәс, маһайып китеп, ул хужабикәһен һанға һуҡ май баш ла ны.
5 — Минең ошолай кәмһенеп йәшәүемә һин ғәйепле, — тине Сарай Ибрамға. — Хеҙмәтсемде ҡуйыныңа һалдым, ә ул, ауырға ҡалғайны, эреләнде лә китте. Әйҙә, Раббы беҙгә Үҙе хөкөмөн ҡылһын.
6 — Үҙ хеҙмәтсеңә үҙең хужа, — тип яуапланы Ибрам. — Теләһәң ни эшләт.
Сарай Хәжәрҙе рәнйетә башланы, һәм Хәжәр унан ҡасып китте. 7Раббы мәлиге Хәжәрҙе сүлдә бер ҡоҙоҡ — Шурға алып барған юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты. 8 Унан:
— Сарай хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? — тип һораны.
— Хужабикәм Сарайҙан ҡасып китеп барам, — тип яуап бирҙе Хәжәр.
9 Раббы мәлиге уға былай тине:
— Хужабикәңә кире ҡайт та уға буйһон. 10 Һинең нәҫелеңде кү-бәйткәндән-күбәйтермен, хатта уны һанап иҫәбенә сығырлыҡ булмаҫ.