БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Страница 10 из 24

29 Бер ваҡыт Яҡуп ашарға бешереп торғанда, Ғаяз арып һунарҙан ҡайтып инде.

30 — Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, — тине ул Яҡупҡа. — Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Идум, йәғни «ҡыҙыл» тигән ҡушамат бирелде.)

31 — Баш бала хоҡуғын һатһаң, — тине уға Яҡуп.

32 — Минең тәүге бала булыуымдан ни файҙа? — тине Ғаяз. — Мин хәҙер астан үләм!

33 — Тәүҙә ант ит! — тине Яҡуп. Ғаяз, ант итеп, Яҡупҡа баш бала булыу хоҡуғын бирҙе.

34 Яҡуп Ғаязға икмәк килтерҙе, яҫмыҡтан бешергән ашын ашатты. Ғаяз ашап-эсте лә тороп китте, баш бала булыу хоҡуғына иҫе лә китмәне.

Рабиға менән Исхаҡ һәм Авимелех

О 1 Илдә тағы аслыҡ башланды, ул Ибраһим заманындағы йотлоҡтан да көслөрәк ине. Исхаҡ Герарға, Пелешти бат ша һы Авимелехҡа китте. 2 Раббы Ис хаҡ ҡа кү ре неп:

— Барма Мысырға, — тине. — Мин күрһәткән ерҙә йәшә. 3 Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамда булырһың. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен. 4 Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр — 5 атайың Ибраһим Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне, Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был.

6 Исхаҡ Герарға күсеп килде. 7 Бындағы кешеләр ҡатыны Рабиға тураһында һорашҡас:

— Һеңлем ул минең, — тип яуап бирҙе.

Ҡатыным, тип әйтергә ҡурҡты ул, Рабиғаның матурлығын күреп, мине үлтерерҙәр ҙә үҙҙәренә алырҙар, тип уйланы.

8 Әммә байтаҡ ҡына ваҡыт йәшәгәс, Пелешти батшаһы

Авимелех тәҙрәнән Исхаҡтың ҡатынын иркәләгәнен күреп ҡалды. 9 Ул Ис хаҡ ты саҡыр тып алды ла:

— Ул һинең ҡатының да баһа! Ниңә уны һеңлем тип әйттең? — тип һораны.

— Уның арҡаһында мине үлтереп ҡуйырҙар, тип ҡурҡтым, — тине Исхаҡ.

10 — Ни эшләйһең һин? — тине Авимелех. — Беҙҙең аранан берәйһе ҡатының менән йоҡлаған булһа, ниндәй гонаһҡа батыр инек!

11 Авимелех бөтә халҡына шундай иғлан һалды:

— Берәйһе был кешегә йәки уның ҡатынына тейә икән, ул кеше үлемгә хөкөм ителәсәк.

12 Был илгә күсеп килгәс, Исхаҡ арпа сәсте. Раббының рәхмәте төшөп, ул йылда Исхаҡ йөҙ тапҡыр арттырып уңыш алды.

13 Исхаҡ байығандан-байый барып, ысын байға әйләнде. 14Уның эреле-ваҡлы малдары, һөрөнтө ерҙәре күбәйҙе. Пелештиҙәр унан көнләшә башланы. 15 Атаһы Ибраһим иҫән саҡта уҡ уның хеҙмәтселәре ҡаҙған бөтә ҡоҙоҡтарҙы пелештиҙәр тупраҡ менән күмеп бөттө. 16 Авимелех Исхаҡҡа былай тине:

— Кит бынан. Һин беҙгә ҡарағанда бик ныҡ көсәйҙең.

17 Исхаҡ, унан китеп, Герар үҙәнендә урынлашты һәм шунда сатырҙарын ҡороп ебәрҙе. 18 Исхаҡ атаһы Ибраһим ҡаҙған һәм ул вафат булғандан һуң пелештиҙәр күмеп бөткән ҡоҙоҡтарҙы яңынан ҡаҙа башланы. Был ҡоҙоҡтарға ул ҡасандыр атаһы ҡушҡан исемдәрҙе бирҙе. 19 Бер ваҡыт уның хеҙмәтселәре үҙәндә ҡоҙоҡ ҡаҙып һыу сығарҙы, 20 әммә Герар көтөүселәре: «Был беҙҙең һыу», — тип Исхаҡтың көтөүселәре менән бәхәсләшеп китте. Ыҙғыш ҡоҙоҡ өсөн сыҡҡанлыҡтан, уға Эсек — «ыҙғыш» тип исем бирҙеләр. 21 Тағы бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙылар, уның өсөн дә бәхәс сыҡты, һәм уны Ситна, йәғни «дошманлыҡ» тип атанылар.

22 Шунан Исхаҡ, тағы арыраҡ китеп, икенсе бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, бында инде бәхәс ҡупманы, һәм уға Реховот — «иркенлек» тип исем ҡуштылар. «Бына хәҙер Раббы, беҙ күбәйеп китһен тип, иркенлек бирҙе» тигәнде аңлата был һүҙ.

23 Бынан ул Бәғәр-Шәвәгә күсте. 24 Шул төндә уға Раббы күренде.

— Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың, Аллаһымын, — тине Ул. — Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына арттырырмын.

25 Исхаҡ, ошо ерҙә ҡорбан усағы яһап, Раббыға доға ҡылды, сатырҙарын ҡороп ебәрҙе, ә хеҙмәтселәре ҡоҙоҡ ҡаҙырға кереште. 26Авимелех, кәңәшсеһе Ахуззат һәм ғәскәр башлығы Пихолды эйәртеп, Герарҙан Исхаҡ янына килде.

27 — Ниңә килдегеҙ әле миңә? — тине Исхаҡ. — Һеҙ бит мине кү рал ма йынса ҡыуып ебәргәйнегеҙ!

28 — Раббының һине ташламағанын күреп торабыҙ, — тине улар, — шуға күрә беҙ, бер-беребеҙгә ант итешеп, килешеү төҙөйөк тип уйланыҡ. 29 Һинең беҙгә, беҙҙең һиңә зыяныбыҙ теймәһен. Һиңә беҙ ҙә насарлыҡ ҡылманыҡ бит, яҡшылыҡ менән ебәрҙек. Хәҙер инде һин Раббының рәх мә тен дә.

30 Исхаҡ уларға мәжлес ойошторҙо. 31 Иртән торғас, улар бер-береһенә ант биреште. Исхаҡ ҡунаҡтар менән хушлашты, улар иҫән-аман ҡайтып китте. 32 Шул көндә үк ҡоҙоҡ ҡаҙған хеҙмәтселәр килеп, Исхаҡҡа һыу табыуҙары хаҡында хәбәр итте. 33 Исхаҡ был ҡоҙоҡҡа Шива тип исем бирҙе. Шуға күрә ҡаланың бөгөнгө исеме Бәғәр-Шәвә.

Алла тарафынан фатихаланған кеше — Яҡуп

34 Ғаяз ҡырҡ йәшендә хет Беғерҙең ҡыҙы Йеһудит менән хет Элондың ҡыҙы Басматҡа өйләнде. 35 Был ҡатындар Исхаҡ менән Рабиғаның башына бер көйөк булды.

О ^7 1 Бер ваҡыт инде ҡартайған һәм күҙе бик насар күргән Исхаҡ өлкән улын үҙ янына саҡыртып алды.

— Улым! — тине ул Ғаязға.

— Эйе, мин, атай! — тип яуап бирҙе Ғаяз.

2 Исхаҡ былай тине:

— Мин ҡартайҙым инде, күпме йәшәрмен — белмәйем. 3 Ҡоралыңды — уҡ-һаҙағыңды алып, яландан ҡыр йәнлеге атып алып ҡайт әле. 4 Шуны тәмле итеп мин яратҡанса бешер ҙә һыйла мине, шунан һиңә бәхиллегемде бирермен.

5 Рабиға Исхаҡтың Ғаяз менән һөйләшкәнен ишетеп ҡалды. Ғаяз һунарға киткәс, 6 ул улы Яҡупҡа былай тине:

— Мин атайыңдың Ғаязға, һунарға барып, 7ҡыр йәнлеге атып килтерергә лә уны тәмле итеп әҙерләргә ҡушҡанын ишеттем.

Атайың һыйланып алғас, Раббы ҡаршыһында Ғаязға үҙенең бәхиллеген бирәсәк. 8 Хәҙер, улым, мине тыңла: ни эшләргә кәрәклеген әйтәм. 9 Көтөүгә бар ҙа көр генә ике кәзә бәрәсен һайлап алып ҡайт. Мин уларҙы атайың яратҡанса тәмле итеп бе ше рер мен дә, 10 һин уны атайыңа алып барырһың, ул ашар ҙа бәхиллеген һиңә бирер.

11 — Ағайым йөнтәҫ бит, — тине Яҡуп, — ә минең тәнем шыма. 12 Бәлки, атайым мине һыйпап ҡарарға булыр? Әгәр ул алдағанымды белеп ҡалһа, мине фатиха түгел, ҡәһәр көтә.

13 Әммә әсәһе былай тине:

— Төшһә, был ҡәһәр миңә төшһөн, улым. Һин минең һүҙемде тыңла ла әйткәнемде эшлә.

14 Яҡуп кәзә бәрәстәрен һуйып килтерҙе, ә Рабиға уларҙы Исхаҡ яратҡанса тәмле итеп бешерҙе. 15 Шунан ул өлкән улы Ғаяздың өйҙә булған иң яҡшы кейемдәрен алды ла кесе улы Яҡупҡа кейҙерҙе. 16Яҡуптың ҡулдары менән муйынын кәзә тиреһе менән ҡапланы. 17Яҡупҡа бешергән ит менән икмәк тотторҙо. 18 Ул атаһы янына инде лә:

— Атай! — тине.

— Эйе, мин, улым, ә һин улдарымдың ҡайһыһы? — тине Исхаҡ.

19 — Мин Ғаяз, һинең өлкән улың, — тип яуап бирҙе Яҡуп. — Әйткәнеңде эшләнем. Тороп ултыр ҙа мин аулаған йәнлек итен аша, шунан миңә үҙеңдең фатихаңды бирерһең.

20 — Улым, нисек һин улай йәнлекте бик тиҙ тота алдың? — тип һо ра ны Исхаҡ.

Тегеһе:

— Раббы, һинең Аллаң, миңә ярҙамын бирҙе, — тине.

21 — Яҡыныраҡ кил әле, — тине Исхаҡ. — Ҡана, мин һине һыйпап ҡарайым, һин Ғаязмы, әллә түгелме?

22 Яҡуп атаһы янына килде. Атаһы уны ҡапшап ҡараны ла:

— Тауышы Яҡуптыҡы, ә ҡулдары Ғаяздыҡы, — тине.

23 Яҡуптың ҡулдары Ғаяздыҡы кеүек йөнтәҫ булғанлыҡтан, таныманы уны, бәхиллеген бирҙе.

24 — Һин ысынлап та улым Ғаязмы? — тип һораны ул Яҡуптан.

— Эйе, мин, атай, — тине тегеһе.

25 Әйтте Исхаҡ:

— Һыйыңды бир, улым, ашайым да һине бәхилләйем.

Яҡуп атаһына ашарға һыйын, эсергә шарабын бирҙе. 26 Ашап

бөткәс, Исхаҡ:

— Кил, улым, үп мине, — тине.

27Яҡуп яҡын килеп атаһын үпте, кейеменән сыҡҡан еҫте һиҙеп, Исхаҡ уны ошо һүҙҙәр менән бәхилләне:

— Улым еҫе — Раббы биргән яландар еҫе ул,

28 Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә,

Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Раббы.

29 Күп ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһен,

Баш эйһендәр һиңә ырыуҙар.

Ағай-энеләреңә лә хужа булырһың һин,

Әсәң уландары һиңә баш эйер.

Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр,

Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр.

30 Исхаҡ Яҡупҡа бәхиллеген биреп, Яҡуп атаһы янынан сығып китеү менән, Ғаяз ауҙан ҡайтып инде. 31 Ул тәмле итеп ашарға әҙерләне лә атаһына алып килде:

— Тор, атай, һунарҙан алып ҡайтҡан ризығымды аша, бәхиллә мине! — тине.

32 — Һин кем? — тип һораны атаһы.

— Мин һинең өлкән улың Ғаяз, — тип яуап бирҙе ул.

33 Исхаҡ, ҡау шауы нан ҡал ты ра нып:

— Ә һин килгәнсе үк мине һунарҙан алып ҡайтҡан ит менән һыйлаған кеше кем булды һуң? — тип һораны. — Мин уны бәхилләнем бит. Хәҙер ул фатихалы булды инде.

34 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғаяз әсенеп ҡысҡырып ебәрҙе лә ата һы нан:

— Улайһа, мине лә бәхиллә, атай! — тип үтенде.

35 — Ҡустың килгән булған миңә, — тине Исхаҡ. — Ул алдап һиңә тейеш фатиханы алған.

36 Әйтте Ғаяз:

— Уның исеме юҡҡа ғына Яҡуп түгел — ул мине ике тапҡыр отто инде! Тәүҙә ул минең баш бала булыу хоҡуғымды тартып алды, ә хәҙер миңә тейешле бәхиллек тә юҡ!

Претензии к содержанию