БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Страница 11 из 24

— Шулай итеп, минең өсөн бер ниндәй ҙә фатиха ҡалманымы ни инде? — тип һо ра ны Ғаяз ата һы нан.

37 Исхаҡ былай тип яуап бирҙе:

— Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә туған-тыумасаны уға хеҙмәтсе иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым?

38 — Атай, һинең фатихаң берәү генәме ни һуң? — тип һораны Ғаяз Ис хаҡ тан. — Мине лә бәхиллә, атай!

Ғаяз илап ебәрҙе, 39 ә Исхаҡ уға былай тине:

— Ысыҡ төшөр яҡшы ерҙән Ауылдарың алыҫ булыр.

40 Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр,

Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа.

Әммә килер бер көн — һин ярһырһың,

Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң.

41 Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, — тип уйланы Ғаяз, — Яҡупты үлтерәсәкмен!» 42 Әммә Рабиғаға өлкән улының уйын еткерҙеләр. Ул Яҡупты, кесе улын, үҙ янына саҡыртып алды ла былай тине:

— Ағайың Ғаяз һине үлтерергә итә. 43 Мин әйткәнде тыңла, улым: ағайым Лаван янына, Харранға ҡас. 44 Ағайыңдың ярһыуы ҡайтҡансы, уның һиңә булған асыуы бөтөп, һинең был ҡылығыңды онотҡансы, 45 шунда йәшәп тор. Һуңынан кеше ебәртеп, һине унан алдыртырмын. Юғиһә мин бер көндә икегеҙҙән дә тороп ҡалырмын бит.

46 Шунан Рабиға Исхаҡҡа былай тине:

— Был хет ҡыҙҙары миңә һис кенә лә оҡшамай. Әгәр Яҡуп та бындағы берәй хет ҡыҙына өйләнеп ҡуйһа, ят та үл!

О О хИсхаҡ Яҡупты саҡырып алды ла, уға фатихаһын биреп, өгөт-нә си хә тен әйтте:

— Ҡынаан ҡыҙҙарына өйләнәһе булма. 2Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Бетуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән. 3 Ҡөҙрәтле Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен Ул. 4 Раббы Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең нәҫел-ырыуыңа ла бирһен — шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың!

5 Исхаҡ улы менән хушлашты, Яҡуп Паддан-Арамға арами Бетуилдың улы Лаванға китте. Лаван Яҡуп менән Ғаяздың әсәһе Рабиғаның ағаһы ине.

6 Ғаяз Исхаҡтың Яҡуп ҡа фатиха биреп, уны Паддан-Арамға ҡатын алырға ебәреүен, атаһының, фатиха биреү менән бергә, Яҡупҡа Ҡынаан ҡыҙҙарынан ҡатын алмаҫҡа ҡушыуын белде 7һәм Яҡуптың, ата-әсәһе һүҙен тыңлап, Паддан-Арамға киткәнен дә ишетте. 8 Шунда Ғаяз Ҡынаан килендәрҙең атаһына оҡ-шамауын аңланы. 9Исмәғил ырыуына китте. Ибраһимдың улы Исмәғилдең ҡыҙы Невайоттың һең леһе Ма ха лат ҡа өйләнеп, уны башҡа ҡатындары янына алып ҡайтты.

10 Яҡуп, Бәғәр-Шәвәнән китеп, Харранға табан юл алды. 11 Бер изге урынға барып еткәндә, ҡараңғы төшкәйне. Ул баш аҫтына таш һалды ла йоҡларға ятты. 12 Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш. 13Иң өҫтә торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш:

— Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм нәҫел-ырыуыңа бирәм. 14 Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ерҙәге бөтә халыҡтар һинән һәм һинең нәҫел-ырыуыңдан фатихалы булыр. 15 Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын — кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине таш ла мам.

16 Яҡуп йоҡоһонан уянды ла әйтте:

— Хаҡтыр бына, Раббы булған урын да баһа был, ә мин шуны белмәгәнмен дә.

Шунан ул, шом ла нып:

17 — Ҡурҡыныс урын бит был! — тине. — Был бит — Алла йорто, күк ҡапҡаһы.

18 Иртәгәһен Яҡуп торҙо ла баш аҫтына һалған ташты алып баҫтырып ҡуйҙы һәм уға зәйтүн майы ҡойҙо. 19 Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.

20 Яҡуп шундай нәҙер әйтте:

— Әгәр Алла мине ташламаһа, юлда мине һаҡлап, ризыҡ һәм кейем бирһә, 21 әгәр атам йортона иҫән-аман ҡайта алһам, Раббы минең Аллам булыр. 22 Мин ҡуйған изге таш Алла Йорто булыр, миңә биргән бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн Һиңә бирәсәкмен.

Яҡуптың Лаванға ҡалым хаҡына хеҙмәт иткәне

О О 1Яҡуп юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ^ У ергә етте. 2 Ул яланда бер ҡоҙоҡ күрҙе. Ҡоҙоҡ эргәһендә өс һарыҡ көтөүе ята ине. Малдарҙы шул ҡоҙоҡтан һуғаралар, әле иһә уның ауыҙы ҙур таш менән ябылғайны. 3 Бөтә көтөүҙәр ҙә йыйылғас, көтөүселәр был ташты шыу ҙы рып, һарыҡтарҙы һуғара ла һуңынан ташты кире ябып ҡуя икән.

4 — Һеҙ ҡайҙан, туғандар? — тип һораны Яҡуп көтөүселәрҙән.

— Харрандан, — тип яуап бирҙе улар.

5 Ул:

— Һеҙ Нахор улы Лаванды белмәйһегеҙме? — тип һораны.

— Беләбеҙ, — тинеләр.

6 — Нисек йәшәп ята әле ул? — тип һораны Яҡуп.

— Иҫән-һау, — тинеләр уға. — Ана, уның ҡыҙы Рәхилә лә һа рыҡ та ры менән килә.

7 — Көн оҙон бит әле, — тине Яҡуп көтөүселәргә, — малды йыйырға иртә. Һарыҡтарығыҙҙы эсерегеҙ ҙә тағы көтөүгә ҡыуығыҙ.

8 Улар:

— Көтөүҙәрҙең барыһы ла йыйылып, ташты шыуҙырмайынса ҡуҙғала алмайбыҙ. Шунда ғына беҙ һарыҡтарҙы һуғарабыҙ, — тип яуап ла ны.

9 Улар һөйләшкән арала атаһының ваҡ мал көтөүе менән Рәхилә лә килеп етте. Ул һарыҡ көтә ине. 10 Көтөүе менән килгән Рәхиләне күреп, Яҡуп ҡоҙоҡ янына килде лә, ташты шыуҙырып, һарыҡтарҙы һуғарҙы.11 Шунан ул, Рәхиләне үбеп, ҡыс ҡы рып илап ебәрҙе 12 һәм уға:

— Мин һинең атайыңдың туғанымын, Рабиғаның улы булам, — тине.

Рәхилә был хәбәрҙе атаһына әйтергә йүгерҙе. 13 Лаван, һеңлеһенең улы килгәнен ишетеп, йүгереп ҡаршы сыҡты, уны ҡосаҡлап үпте, өйөнә алып инде. Яҡуп үҙе хаҡында һөйләгәс,

14 Лаван:

— Һин минең ҡан ҡәрҙәшем, — тине.

Яҡуптың Лаванда йәшәй башлауына ай тулғас, 15 Лаван уға:

— Туғаным булғас та, һин миңә бушҡа эшләмәҫһең бит инде? — тине. — Нимә менән түләргә икәнлеген әйт.

16 Лавандың ике ҡыҙы бар ине, өлкәне — Лиә, ә кесеһе Рәхилә исем ле ине. 17 Лиәнең күҙе насар күрә, ә Рәхилә төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине. 18 Яҡуп Рәхиләгә ғашиҡ булды һәм Лаванға:

— Мин кесе ҡыҙың Рәхилә өсөн һиңә ете йыл эшләрмен, — тине.

19 — Ярар, — тине Лаван, — сит кешегә биргәнсе, һиңә сыҡһын; йәшә миндә.

20 Яҡуп Рәхилә өсөн ете йыл эшләне, әммә был ете йыл уға ете көн һымаҡ та булманы — ул уны шулай ныҡ ярата ине.

21 Бына бер саҡ ул Лаванға:

— Ҡыҙыңды бир инде. Ваҡыт етте, ул минеке булырға тейеш, — тине.

22 Лаван, күрше-күләнен йыйып, туй үткәрҙе.23Кис булғас, ул Яҡупҡа Лиәне алып килде: Яҡуп уның менән йоҡланы. 24 Лаван ҡол ҡыҙ Зилпаны ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп бирҙе.

25 Иртән торһалар, Яҡуп эргәһендә — Лиә!

— Нишләттең мине? — тине Яҡуп Лаванға. — Мин һиңә Рәхилә өсөн эшләмәнемме ни? Ниңә алданың һин мине?

26 Лаван былай тине:

— Беҙҙең яҡтарҙа ҡыҙҙың кесеһен олоһонан алда бирмәйҙәр.

27 Олоһоноң туй аҙнаһы бөткәс, беҙ һиңә кесеһен дә бирербеҙ, ә бының өсөн һин миңә тағы ете йыл эшләрһең.

28 Яҡуп буйһондо. Бер аҙна үткәс, Лаван уға ҡыҙы Рәхиләне лә бирҙе, 29 ә Рәхиләгә хеҙмәтсе итеп үҙенең хеҙмәтсеһе Бил-һаны бирҙе. 30Яҡуп Рәхилә менән йоҡланы, уны ул Лиәгә ҡарағанда нығыраҡ яратты. Рәхилә өсөн ул Лаванда тағы ете йыл эшләне.

Яҡуптың улдары һәм ҡыҙы

31 Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы. 32 Лиә ауырға ҡалды ла ул тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе.

— Раббы минең ҡайғымды күрҙе, — тине ул. — Хәҙер инде ирем мине яратыр.

33 Лиә тағы ауырға ҡалып, тағы ла ул тапты.

— Раббы минең һөйөлмәй йәшәүемде ишетте, — тине Лиә, — миңә тағы бер ул бирҙе.

Малайға Шимон тип исем ҡушты.

34 Һуңыраҡ тағы ауырға ҡалды, йәнә улы тыуҙы.

— Хәҙер инде ирем минән ситләшмәҫ, — тине ул, — мин бит уға өс ул табып бирҙем.

Улын Леви тип атаны.

35 Лиә йәнә ауырға ҡалды — тағы ул тапты.

— Инде Раббыға рәхмәттәр уҡыйым! — тине һәм улына Йәһүҙә тип исем ҡушты. Шунан ул бала табыуҙан туҡтаны.

О /'Л 1Яҡупҡа бала таба алмағаны өсөн Рәхилә апаһына ҡарата көнсөллөк менән янды.

— Бала бир миңә, — тине ул Яҡупҡа, — юғиһә мин үләм!

2 Әммә Яҡуп, асыуланып:

— Мин ни эшләйем? Түлһеҙ иткән Алламы ни мин һиңә? — тип яуап бирҙе.

3 — Бына һиңә минең хеҙмәтсем Билһа, — тине Рәхилә. — Йоҡла шуның менән. Ул тапҡан баланы теҙемә ҡабул итәйем дә, исмаһам, ул сабый минеке булыр!

4 Рәхилә Яҡупҡа хеҙмәтсе ҡыҙ Билһаны ҡатын итеп бирҙе. Яҡуп уның менән йоҡланы, 5 Билһа ауырға ҡалды ла Яҡупҡа ул табып бирҙе.

29:32-30:24 Был главалағы исемдәр һүҙ уйнатыуға ҡоролған. Йәһүдсә Рәүвән — «Ҡара, ир бала» йәки «ҡайғымды күрҙе», Шимон — «ишетте», Леви — «йәбешкән», Йәһүҙә — «рәхмәт уҡыйым», Дан — «мине ғәҙел хөкөм итте», Нафтали — «мин көрәштем», Ғад — «далан», Ашер — «бәхетле», Исасхар — «бүләк», Зевулун — «мине өлкән ҡатыны итеп таныны», Йософ — «алды» йәки «тағы бала өҫтәһен» тигән мәғәнәләге һүҙҙәргә ауаздаш.

Претензии к содержанию