БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Страница 9 из 24

— Көршәгеңдән һыу эсер әле миңә! — тип үтенде.

18 — Эсә күр, әфәндем, — тине Рабиға, шунда уҡ яурынынан көршәген төшөрөп, Ибраһимдың хеҙмәтсеһенә һыу эсерҙе.

19 Шунан былай тине:

— Хәҙер мин дөйәләреңде лә һуғарам, әйҙә, туйғансы эс-һендәр.

20 Ул һыуын тиҙ генә мал һуғара торған ялғашҡа ҡойҙо ла яңынан ҡоҙоҡҡа йүгерҙе — дөйәләрҙең бөтәһен дә һуғарып бөткәнсе шулай һыу ташыны ла ташыны. 21 Раббының үҙ юлын хәйерле иткәнме, әллә юҡмы икәнен аңларға теләп, хеҙмәтсе уны өндәшмәй генә ғәжәпләнеп күҙәтте. 22 Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ярты шекел ауырлыҡтағы алҡа, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте.

23 — Кем ҡыҙы һин? — тип һораны. — Атаң йортонда ҡунып сығырлыҡ урын булмаҫмы икән?

24 — Мин Милка менән Нахорҙың улы Бетуилдың ҡыҙы булам, — тип яуап бирҙе ҡыҙ. — 25 Беҙҙә малға аҙыҡ та, һалам да етерлек, йоҡларға ла урын табылыр.

26-27 Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе, эйелеп, Раббыға доға ҡылды:

— Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббыға шөкөр! Әфәндемде фатихаһынан һәм мәрхәмәтенән айырманы. Раббы мине туп-ту ра хужамдың туғандары йортона алып килде!

28 Рабиға өйөнә, әсәһе янына йүгереп ҡайтып, ҡунаҡ килеүе хаҡында хәбәр итте. 29-30 Рабиғаның Лаван тигән ағаһы бар ине. Һеңлеһендә алҡа менән беләҙектәрҙе күргәс, Рабиға теге кешенең нимә тураһында һөйләгәндәрен дә әйткәс, ҡоҙоҡ янына ашыҡты. Ибраһимдың хеҙмәтсеһе янына килде — ул дөйәләре менән һаман ҡоҙоҡ янында тора ине.

31 — Рәхим ит, Раббы рәхмәтендәге кеше! — тине Лаван. — Ниңә бында тораһың, үҙеңә лә, дөйәләреңә лә урын әҙерләнем.

32 Ибраһимдың хеҙмәтсеһе өйгә инде. Дөйәләрҙең йөгөн бушаттылар, уларға һалам менән аҙыҡ һалдылар, ә ҡунаҡ менән уның юлдаштарына аяҡтарын йыуырға һыу бирҙеләр. 33 Табынға ултырғас, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине:

— Ашарҙан алда мине бында ни өсөн ебәргәндәрен һөйләргә те йеш мен.

— Һөйлә, улайһа, — тинеләр.

34 — Мин Ибраһимдың хеҙмәтсеһемен, — тип һүҙ башланы ҡунаҡ. — 35 Раббы минең хужама мәрхәмәтен һалды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, хеҙмәтселәре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның. 36 Хужамдың ҡатыны Сара ҡартайғас ҡына уға бер ул табып биргәйне, бөтә мөлкәтен шул улына бирҙе. 37Хужам минән ант иттерҙе. Улына ҡатынды әле ул йәшәп ятҡан Ҡынаан иле ҡыҙҙарынан түгел, 38 ә уның тыуған яғына барып, үҙенең нәҫел-нәсәбе араһынан алып ҡайтырға ҡушты.

39 Хужамдан: «Әгәр ҡыҙ минең менән килергә риза булмаһа?» — тип һораным. 40 Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул мәлиген һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, — тине. — Улыма ҡатынды тыуған яҡтарымдан, үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан алып ҡайтырһың. 41 Әгәр инде туғандарыма барып та, ҡыҙҙарын бирмәһәләр, ул саҡта биргән антыңдан азат булырһың».

42 Бөгөн ҡоҙоҡ янына килдем дә былай тинем: «Йә Раббы, хужам Ибраһим Аллаһы! Әгәр юлымды хәйерле ҡылырға яҙғанһың икән, 43 бына мин әле ҡоҙоҡ янында торам. Һыу алырға килгән ҡыҙға мин: „Көршәгеңдән һыу эсер әле“, — тип әйтермен. 44 Әгәр ул: „Үҙең дә эс, дөйәләреңде лә һуғарырмын“, — тип яуап ҡайтарһа, хужамдың улына Раббы насип иткән ҡатындың шул икәнлеген аңлармын».

45 Шулай тип уйларға ла өлгөрмәнем, яурынына көршәген ултыртып, Рабиға килде лә һыу ала башланы. Мин унан, һыу эсер әле, тип һораным. 46 Ул шунда уҡ көршәген һоноп: «Эс.

Мин һинең дөйәләреңде лә һуғарырмын», — тине. Үҙем дә эстем, дөйәләремде лә һуғарҙы. 47 Мин: «Кем ҡыҙы һин?» — тип һораным. Ул: «Нахор менән Милканың улы Бетуилдың ҡыҙы-мын», — тине. Шунан мин уға алҡа-беләҙектәр бирҙем.48 Үҙем Раббы алдында баш эйҙем. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр ҡылдым.49Хәҙер инде миңә шуны әйтегеҙ: хужамдың теләген үтәргә ниәтегеҙ бармы һеҙҙең? Яуап бирегеҙ, миңә ни эшләргә икәнен хәл итергә кәрәк.

50 Лаван менән Бетуил:

— Раббы эше был, — тип яуап ҡайтарҙы. — Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ. 51 Бына Рабиға ҡаршыңда, уны үҙең менән алып кит. Раббының ихтыяры менән хужаңдың улына ҡатын булһын әйҙә.

52 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе Раббы алдында баш эйҙе. 53 Шунан ул Рабиғаға зиннәтле кейемдәр, алтын-көмөш биҙәүестәр сығарып бирҙе, шулай уҡ уның ағаһы менән әсәһенә лә затлы бүләктәр өләште. 54 Аҙаҡтан ул юлдаштары менән бергә ашап-эсте лә йоҡларға ятты. Иртән торғас, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе:

— Хужама ҡайтырға рөхсәт итегеҙ, — тине.

55 Ләкин ҡыҙҙың ағаһы менән әсәһе:

— Ҡыҙ беҙҙең менән ун ғына көн булһа ла торһон әле, шунан китерһегеҙ, — тинеләр.

56 — Тотҡарламағыҙ мине, — тине хеҙмәтсе. — Раббы юлымды хәйерле иткән икән, ебәрегеҙ мине, ҡайтайым хужама.

57 — Ҡыҙҙы саҡырып һорайыҡ, ул ни әйтер, — тинеләр.

58 Рабиғаны саҡырҙылар ҙа:

— Ошо кеше менән китәһеңме? — тип һоранылар.

— Китәм, — тине ул.

59 Рабиғаны, уның һөт әсәһен, Ибраһимдың хеҙмәтсеһен һәм юлдаштарын — барыһын да оҙатып ебәрҙеләр. 60Рабиғаға фатиха биреп, ошо һүҙҙәрҙе әйттеләр:

— Нәҫел-нәсәбең, һылыуҡайыбыҙ,

Мең булһын, ун мең булһын!

Һинең балаларың алдында

Дошман ҡап ҡа лары ҡола һын!

61 Рабиға менән уның хеҙмәтселәре дөйәләргә атланды ла Ибраһимдың хеҙмәтсеһе ар ты нан эйәрҙе.

62 Исхаҡ яңы ғына Беғер-Лахай-Роиҙан ҡайтҡайны. Был ваҡытта ул Негевта йәшәй ине. 63 Кисләгәс кенә ул яланға сығып, уйға батып йөрөй ине, ҡараһа — дөйәләр килә. 64 Рабиға, Исхаҡты күргәс, дөйәһенән төштө.

65 Ибраһимдың хеҙмәтсеһенән:

— Ялан буйлап беҙҙең ҡаршыға килгән кеше кем ул? — тип һо ра ны.

— Был минең хужам, — тине хеҙмәтсе.

Быны ишеткәс, Рабиға бөркәнсеген алып ябынды.

66 Хеҙмәтсе иһә Исхаҡҡа үҙенең сәфәре хаҡында һөйләне.

67Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып

инде, уны ҡатыны итте. Исхаҡ Рабиғаны яратты, мәрхүмә әсәһе тураһындағы ҡайғыһы баҫылды.

Ибраһимдың аҙаҡҡы йылдары һәм тоҡомдары

О ^ 1 Ибраһим тағы өйләнде, ҡатынының исеме Кәтүрә ине.

2 Унан Зимран, Йокшан, Медан, Мәдйән, Ишбак, Шуах исемле балалары тыуҙы. 3Йокшандың Шева һәм Дедан исемле улдары булды. Ашшурим, Летушим, Леуммим — Дедандың улдары. 4 Мәдйәндең уландары: Эфа, Эфер, Ханох, Авида, Элдаға. Улар ба ры һы ла — Кәтүрәнең ба ла ла ры.

5 Ибраһим бөтә мөлкәтен Исхаҡҡа бирҙе. 6 Ә башҡа ҡатындарынан тыуған улдарына Ибраһим, үҙе тере саҡта уҡ, мул итеп бүләктәр биреп, көнсығышҡа — шул яҡтағы ерҙәргә ебәрҙе — Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты уларҙы.

7 Ибраһим йөҙ ҙә етмеш биш йыл йәшәне. 8 Ул ныҡ ҡартайып, фани донъяла күререн күреп, хөрмәтле аҡһаҡал булып вафат булды — әхирәткә китте.

9 Улдары Исхаҡ менән Исмәғил уны хет кешеһе — Сохар улы Эфрондың баҫыуындағы Махпела мәмерйәһендә ерләне.

10 Ибраһим уны хеттарҙан һатып алғайны; Ибраһим менән Сара ана шунда күмелгән. 11 Ибраһим үлгәндән һуң, Раббы Исхаҡҡа фатихаһын бирҙе. Исхаҡ Беғер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.

12 Бына Ибраһим улы Исмәғилдең — Сараның хеҙмәтсеһе мысыр Хәжәрҙән тыуған улының — һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе.

13 Исмәғилдең улдарының исемдәре: Невайот (Исмәғилдең баш балаһы), Кедар, Адбеел, Мивсам, 14Мишма, Дума, Масса,

15 Хадад, Тема, Йетүр, Нафиш һәм Кедма. 16 Исмәғилдең улдары былар — йәшәгән һәм күсеп йөрөгән урындарында уларҙың исемдәре. Ун ике ырыуҙың ун ике юлбашсыһы булды улар.

17 Исмәғил йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәп вафат булды, теге донъяға ата-бабалары янына китте. 18Уның нәҫел-нәсәбе Хавиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ассирияға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу бул ма ны.

Исхаҡ менән Яҡуп Ғаяз менән Яҡуп

19 Бына Ибраһимдың улы Исхаҡтың шәжәрәһе.

Ибраһимдың улы Исхаҡ 20 арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Бетуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны. 21 Исхаҡ, ҡатынының ауырға ҡалыуын теләп, Раббыға ялбарҙы, сөнки ул түлһеҙ ине. Раббы уның теләген ҡабул ҡылды, Рабиға ауырға ҡалды. 22 Улдары ҡорһағында саҡта уҡ тибешә башланы. Рабиға:

— Был ни булыр икән? — тип аптырап, Раббынан һорарға китте. 23 Әйтте уға Раббы:

— Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, ике ырыу һинән яралыр.

Береһе еңеп сығыр икенсеһен, ҙуры кесеһенә хеҙмәт итер.

24 Бына уның бала табыр ваҡыты етте — игеҙәктәр тыуҙы.

25 Тәүгеһе донъяға ерән сәсле, йәнлек тиреһе һымаҡ ялбыр булып тыуҙы; уға Ғаяз тип исем ҡуштылар. 26 Уның артынан, Ғаяздың үксәһенә йәбешеп, икенсеһе тыуҙы, уны Яҡуп тип атанылар. Улар тыуғанда Исхаҡҡа алтмыш йәш ине.

27 Малайҙар үҫте. Ғаяз гел ялан ҡы ҙырыр булды, мәргән һунарсы булып китте, ә Яҡуп сатырҙан сыҡмай торған тыныс егет ине. 28 Исхаҡ Ғаязды яратыңҡырай, ул тотоп алып ҡайтҡан ҡош-ҡорт менән һыйланыу оҡшай ине. Ә Рабиға Яҡупты яҡы ны раҡ күрҙе.

Претензии к содержанию