Страница 12 из 24
6 Әйтте Рәхилә:
— Миңә Алла хөкөмөн ҡылды. Ул, теләгемде ҡабул итеп, миңә ул бирҙе.
Ул малайға Дан тип исем ҡушты.
7 Ә Билһа, яңынан ауырға ҡалып, Яҡупҡа тағы бер малай табып бирҙе.
8 — Апайым менән йәнасыҡ ярыштым мин, — тине Рәхилә, — бына мин еңдем.
Ул малайға Нафтали тип исем ҡушты.
9 Ул арала Лиә, үҙенең бала тапмаҫын белеп, хеҙмәтсеһе Зилпаны Яҡупҡа ҡатын итеп бирҙе. 10 Зилпа ла Яҡупҡа ул тапты.
11 — Иш булды! — тине Лиә.
Малайға Ғад тип исем бирҙе.
12 Зилпа Яҡупҡа тағы бер малай тапты.
13 — Бәхет бит был, — тине Лиә. — Бик бәхетлеһең һин, тиерҙәр әле миңә ҡатындар.
Малайҙы ул Ашер тип атаны.
14 Бер саҡ, бойҙай урағы ваҡытында, Рәүвән баҫыуҙа һөйҙөргөс үҫемлеге табып алды ла әсәһе Лиәгә килтереп бирҙе. Рәхилә Лиәнән:
— Улың тапҡан һөйҙөргөстө миңә бир әле, — тип һораны.
15 — Иремде һалдырып алыуың ғына етмәгән, хәҙер инде минең улым тапҡан һөйҙөргөстө лә алырға итәһеңме? — тине Лиә.
— Һөйҙөргөстө бирһәң, — тине Рәхилә, — ир бөгөн төндә һинең менән йоҡлар.
16 Кис, Яҡуп баҫыуҙан ҡайтҡас, Лиә уның ҡаршыһына сыҡты ла былай тине:
— Миңә кил. Мин һине, һеңлемә улым тапҡан һөйҙөргөстө биреп, һатып алдым.
Ул төндә Яҡуп Лиә менән йоҡланы. 17 Раббы Лиәнең ялбары-уын ишетте, ул тағы ауырға ҡалды һәм Яҡупҡа бишенсе улын табып бирҙе.
18 — Иремде хеҙмәтсе ҡатын менән уртаҡлашҡаным өсөн Ал ла ның рәхмәте төшөүелер был, — тине Лиә.
Улын Исасхар тип атаны.
19 Лиә, тағы ауырға ҡалып, Яҡупҡа алтынсы ул табып бирҙе.
20 Шунан Лиә былай тине:
— Раббы йомарт бүләкләне мине, хәҙер ирем мине өлкән ҡатыны итеп таныр инде, мин уға алты ул табып бирҙем бит.
Улына Зевулун тип исем ҡушты.
21 Һуңынан Лиә ҡыҙ ҙа табып алды, исеме Динә булды.
22 Алла Рәхиләгә лә илтифатын һалды, уның теләктәрен ҡабул ҡылды — түл бирҙе. 23 Рәхилә, ауырға ҡалып, ул тапты ла:
— Йә Аллам, мине «бала тапмай» тигән хурлыҡтан йолоп алды, — тине.
24 Улына Йософ тип ҡушты.
— Раббы миңә иш итеп тағы бер ул бирһен ине, — тип теләне ул.
Лаван менән Яҡуп араһындағы ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәр
25 Йософ тыуғандан һуң, Яҡуп Лаванға былай тине:
— Үҙ йортома, тыуған яғыма ҡайтырға рөхсәт ит миңә.
26 Балаларым менән ҡатындарымды ла ебәр, мин һиңә шулар өсөн эшләнем бит. Күпме хеҙмәт иткәнемде һин үҙең дә беләһең инде!
27 — Һинең минән риза булып ҡалыуыңды күрһәм ине! — тине уға Лаван. — Шуны аңланым мин: һинең арҡала Раббының рәхмәте миңә лә төштө. 28 Әйт, ниндәй хаҡ кәрәк һиңә?
29 — Минең нисек эшләгәнемде үҙең дә белеп тораһың, — тип яуап бирҙе Яҡуп. — Көтөүҙәрең ниндәй һинең хәҙер! 30 Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы мәрхәмәтен һалды һиңә! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң?
31 — Әйт һуң, һиңә нимә бирәйем? — тип һораны Лаван.
— Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй, — тине Яҡуп. — Бер шартымды үтәһәң, малдарыңды артабан да көтөргә ризамын. 32 Әйҙә, бөгөн бөтә көтөүҙәрҙе лә йөрөп сығайыҡ та, һин унан барлыҡ ала, сыбар, ҡара һарыҡтарҙы, шулай уҡ ала-сыбар кәзәләрҙе айырып ал. Киләсәктә ошондай малдар минеке булыр. 33 Һиңә лә минең на мыҫлымы-түгелме икәнемде тикшереү еңел булыр: ошо көндән башлап, әгәр ҙә һин түләү хаҡына ниндәй малдар алғанымды ҡарарға килһәң һәм миндә ала-сыбар булмаған кәзә йәки ҡара түгел һарыҡ тапһаң, уларҙы, һинән урлап алынған, тип уйла.
34 — Яҡшы, — тине Лаван. — Әйҙә, һин әйткәнсә булһын.
35 Шул уҡ көндө Лаван бөтә ала-сыбар кәзә тәкәләрен, шулай уҡ бөтә ала-сыбар кәзәләрҙе, барлыҡ ҡара һарыҡтарҙы айырып алды ла уландарына бирҙе. 36 Улар Яҡуптан өс көнлөк юл алыҫлығына ситкә китте.
Яҡуп иһә Лавандың ҡалған ваҡ малын көттө. 37 Ул тирәк, миндаль, саған ағастарының ботаҡтарын һындырып алды ла буй-буй итеп уларҙың ҡайрыларын һыҙырҙы. 38Ҡабығы һыҙырылған ботаҡтарҙы ул мал һуғара торған ялғаштарға һалды — һыу эсергә килгәндә кәзәләр ошо ботаҡтарға ҡараһын өсөн эшләне быны. Сөнки кәзәләр тап ошо ваҡытта ҡаса.
39 Кәзәләр ҡасҡан саҡта ошо аҡлы-ҡаралы ботаҡтарға ҡарайҙар ҙа уларҙың бәрәстәре ала һәм сыбар булып тыуа ине. 40 Ә Яҡуп һарыҡтарҙы айыра ла Лаван көтөүендәге сыбар һәм ҡара малдарға ҡаратып ҡуйыр булды.
Хәҙер Яҡуптың үҙ көтөүҙәре барлыҡҡа килде, уларҙы Лавандың көтөүҙәренән айырым тотто. 41 Һау-сәләмәт малдар ҡасҡан саҡта Яҡуп, буйлы ботаҡтарҙы һыу ялғаштарына һалып, уларҙың күҙ алдына ҡуя ине. 42 Ә инде хәлһеҙ малдар ҡасҡанда ботаҡтарҙы һалманы. Шулай итеп, насар мал — Лаванға, ә яҡшы мал Яҡупҡа булды. 43Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, хеҙмәтселәре, дөйә-ишәк тәре күбәйҙе.
О 1 1Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында:
Э -I. — Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! — тип һөйләгәнен ише теп ҡалды.
2 Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.
3 Раббы Яҡупҡа:
— Атаң йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, — тине. — Мин һине ташламам.
4 Яҡуп, көтөүебеҙ йөрөгән яланға килһендәр тип, Рәхилә менән Лиә артынан кеше ебәрҙе 5 һәм уларға былай тине:
— Күреп торам: атайығыҙҙың миңә мөнәсәбәте элекке кеүек түгел. Әммә атайымдың Аллаһы мине ташламаҫ. 6 Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: атайығыҙға арымай-талмай хеҙмәт иттем, 7ә ул, мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата был яуызлыҡты эшләргә юл ҡуйманы. 8 Әгәр атайығыҙ миңә: «Һиңә аҡ төрткөлө малдар менән түләйем», — тиһә, бөтә мал аҡ төрткөлө булып тыуҙы. «Һиңә сыбар мал менән түләйем», — тиһә, барлыҡ бәрәстәр сыбар булып тыуҙы. 9 Шулай итеп, Алла атайығыҙҙың көтөүҙәрен миңә бирҙе.
10 Бер ваҡыт мал ҡасҡан ваҡытта кәзәләрҙе ҡасырған тәкәләр гел сыбар, аҡ төрткөлө йәки ала төҫтә, имеш, тип төш күргәйнем.
11 Алланың мәлиге миңә төшөмдә: «Яҡуп», — тип өндәште. «Эйе», — тинем мин.12 Ул миңә былай тине: «Ҡара кәзәләрҙе ҡасырған бөтә тәкәләр — йә сыбар, йә төртөклө, йә ала. Ла-вандың һиңә ни ҡылғанын Мин күреп торам. 13 Мин — Бейт-Илдәге Алла бит, ташҡа зәйтүн майы ҡойоп, һин унда Миңә нәҙер әйткәйнең. Хәҙер инде тор ҙа был ерҙән кит, тыуған тупрағыңа ҡайт».
14 Рәхилә менән Лиә Яҡупҡа былай тип яуап бирҙе:
— Атайыбыҙҙың мөлкәт-мираҫында беҙҙең өлөш бармы ни?
15 Беҙҙе ул сит кешеләргә һанай; сөнки беҙҙе һатты, ә беҙҙең өсөн алған көмөштө ашап бөттө. 16 Шулай булғас, Алла атайыбыҙҙан тартып алған бөтә байлыҡ беҙҙеке һәм балаларыбыҙҙыҡы. Әйҙә, Алла һиңә ни бойорһа, шуны эшлә.
17 Яҡуп бала-сағалары менән ҡатындарын дөйәләргә атландырҙы, 18йыйған бөтә байлығын, Паддан-Арамда үрсеткән малдарын алды ла Ҡынаанға, үҙ атаһы Исхаҡ янына, ҡайтыу яғына ыңғайланы. 19 Лаван был ваҡытта һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡырға киткән була, ә Рәхилә атаһының йортондағы илаһ һындарын үҙе менән ала. 20 Шулай итеп, Яҡуп арами Лаванды алданы, 21 бөтә байлығын алып, уға бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡайтып китте. Йылғаны аша сығып, Яҡуп Гилеад тауҙарына табан йүнәлде.
22 Өсөнсө көндә Лаванға Яҡуптың ҡайтып киткәнен әйттеләр.
23 Лаван туған-тыумасаһын йыйҙы ла Яҡуп артынан ҡыуа китте. Ете көндән һуң ул уны Гилеад тауҙарында ҡыуып етте. 24 Шул төндә Алла, арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине:
— Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!
25 Лаван Яҡуптың янында ғына ине инде: Яҡуп, Гилеад тауында туҡталып, сатырҙарын ҡороп ебәргәйне. Лаван да туғандары менән Гилеад тауына килеп етте. 26 Лаван Яҡупҡа былай тине:
— Ни эшләнең һин? Ниңә һин мине алдап, ҡыҙҙарымды ҡорал аҫтындағы әсирҙәй итеп алып киттең? 27 Нишләп миңә бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡасып сығып киттең? Мин бит һине йырлап-бейеп, дөңгөр ҡағып, көснә сиртеп оҙатыр инем. 28 Ә һин миңә хатта ҡыҙҙарым, ейәндәрем менән хушлашып, уларҙы үбеп ҡалырға ла форсат бирмәнең! Хилаф эш ҡылдың һин!
29 Бының ҡонон ҡайтарырға ла ҡулымдан килә минең, әммә бөгөн төндә атайың Аллаһы: «Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшы һүҙ ҙә, яман һүҙ ҙә әйтәһе булма!» — тине.
30 — Ярар, — тип дауам итте Лаван, — һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымдың һындарын урланың?
31 Яҡуп Лаванға былай тип яуап бирҙе:
— Мин ҡыҙҙарыңды тартып алырһың тип ҡурҡтым. 32 Әммә илаһтарың берәйһендә табылһа, ул бәндә тере ҡалмаясаҡ. Туған-ырыуыбыҙҙың күҙ алдында бөтә нәмәмде лә тик шер ҙә үҙеңдеке булған әйберҙе ал.
Яҡуп илаһ һындарын Рәхилә урлағанын белмәй ине. 33 Лаван Яҡуптың да, Лиәнең дә, ике хеҙмәтсе ҡатындың да сатырҙарын ҡарап сыҡты, әммә бер ни ҙә тапманы. Лиәнең сатырынан сыҡҡас, ул Рәхиләнең сатырына инде.34Ул арала Рәхилә йорт илаһтарын алып, дөйә эйәре аҫтына тыҡты ла үҙе өҫтөнә менеп ултырҙы. Атаһы бөтә сатырҙы эҙләп сыҡты, ләкин бер ни ҙә тап ма ны. 35 Ә Рәхилә уға: