Страница 13 из 24
— Асыуланма, атай, мин, ҡатын-ҡыҙ ауырыуы менән ауыры-ғанлыҡтан, тора алмайым, — тине.
Лаван бөтә нәмәне аҡтарып сыҡты, әммә бер ни ҙә тапманы.
36 Инде Яҡуптың асыуы килде лә Лаванды ғәйепләй башланы.
— Шул саҡлы артымдан ҡыуырлыҡ ни ғәйебем, ни гонаһым бар минең? 37Бөтә әйберемде аҡтарып ҡарап сыҡтың — нимәңде таптың миндә? Күрһәт, әйҙә, үҙеңдең дә, минең дә туғандарым алдында — хөкөм итһендәр беҙҙе.
38 Һиңә егерме йыл эшләнем, мин барҙа бер кәзәң дә, бер һарығың да бәрәс һалманы. Көтөүеңдәге бер һарыҡты ла һуйып ашаманым. 39Малыңды йыртҡыс тамаҡлаған саҡтарҙа ла уны һиңә килтереп торманым, зыянды үҙем ҡапланым. Көндөҙ юғаламы әйберең, төндәме — һин минән талап иттең. 40 Көндөҙ эҫенән, төндә һыуыҡтан йонсоном, күҙ ҙә йомманым. 41 Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем һиңә, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң. 42 Әгәр ҙә мәгәр ата-бабам Аллаһы — Ибраһим Аллаһы һәм ҡурҡып, тетрәнеп торорға мәжбүр иткән Исхаҡ Аллаһы минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.
43 Лаван Яҡупҡа былай тип яуап бирҙе:
— Был — минең ҡыҙҙарым, минең ейәндәрем, минең малым. Бында һинең күҙ алдыңдағы бөтә нәмә — минеке. Ҡыҙҙарымды, ейәндәремде ҡыйырһыта буламмы ни? 44Әйҙә, үҙ-ара килешеү төҙөйөк, был беҙҙең шаһитыбыҙ булһын.
45 Яҡуп бер ҙур ташты алды ла уны изге иҫтәлек итеп баҫтырып ҡуйҙы, 46 шунан яҡындарына:
— Таш йыйығыҙ, — тине.
Улар таштан тотош тау өйөп, шуның янында табын ҡорҙо. 47Лаван был ҡалҡыулыҡты — Игар-Саһадута тип, ә Яҡуп Гилеад тип атаны. 48 Әйтте Лаван:
— Был ҡалҡыулыҡ килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, — тине.
Шуға күрә был урынды Гилеад тип атайҙар. 49 Уны тағы Миспа
тип тә йөрөтәләр, сөнки Лаван былай тип тә өҫтәй:
— Бер-беребеҙҙән айырылышҡас, икебеҙҙе лә Раббы күҙәтеп торһон.50 Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙҙарымды ҡыйырһытһаң йәки улар өҫтөнә йәш ҡатын алһаң, хәтереңдә тот: кеше түгел, ә Алла шаһит беҙгә.
51 — Ҡара уны, — тине Лаван тағы Яҡупҡа, — таштан өйөлгән был ҡалҡыулыҡ һәм арабыҙға мин ҡуйған был изге таш —
52 беҙҙең шаһиттарыбыҙ. Ҡалҡыулыҡ аша һинең яғыңа яман уй менән мин дә сығыр булмам, ҡалҡыулыҡ менән изге таштың бирьяғына һин дә яман уй менән сығаһы булма. 53 Ибраһим Аллаһы һәм Нахор Аллаһы беҙҙе хөкөм итеүсе булһын.
Яҡуп атаһы Исхаҡ Ҡөҙрәте менән ант итте. 54 Шунан Яҡуп тауҙа ҡорбан килтереп, туғандарын мәжлескә саҡырҙы. Ашап-эскәндән һуң, улар шул тауҙа йоҡларға ҡалды.
Яҡуп менән Ғаяздың татыулашҡаны
ОП 1 Иртәгәһен Лаван, ейәндәре менән ҡыҙҙарын үбеп, фатихаһын бирҙе лә өйөнә ҡайтып китте. 2 Яҡуп та үҙ юлы менән китте, һәм уны Алланың мәликтәре ҡаршы алды.
3 Яҡуп, уларҙы күргәс:
— Алла тупламылыр был, — тине лә был урынды Маханайим, йәғни «ике туплам» тип атаны.
4 Яҡуп, Идум илендәге Сеир еренә ағаһы Ғаязға сапҡын ебәреп, 5 уға шуны еткерергә ҡушты:
— Хакимым Ғаязға шул мәғлүм булһын. Ҡолоң Яҡуп оҙаҡ ҡына ситтә, Лаванда, йәшәне. 6Хәҙер минең үгеҙҙәрем, ишәктәрем, һарыҡтарым, хеҙмәтселәрем бар. Мин һиңә, хакимыма, ошо хәбәрҙе ебәреп, мәрхәмәтеңә өмөт итәм.
7 Әйләнеп килгән сап ҡын сы лар Яҡуп ҡа:
— Ағайың Ғаяз янында булдыҡ. Ул дүрт йөҙ кеше менән һиңә ҡаршы килә, — тине.
8 Яҡуптың ҡото осто. Ул кешеләрен, мал-тыуарын, дөйәләрен ике тупламға бүлде. 9 «Әгәр Ғаяз бер тупламға һөжүм итһә, — тип уйланы Яҡуп, — икенсеһе ҡасып ҡотола алыр». 10Шунан былай тип ялбарҙы:
— Йә, ата-бабам Ибраһим Аллаһы, атайым Исхаҡ Аллаһы! Раббым, Һин миңә йортома, туғандарым янына ҡайтырға бойорҙоң, һаҡлармын һине, тинең! 11 Мин ҡолоңа биргән рәх-мәт-мәрхәмәттәреңә лайыҡ түгелмендер, күрәһең. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам. 12 Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә беҙҙең барыбыҙҙы ла, ҡатын-ҡыҙҙар менән балаларҙы ла үлтерер! 13 Эй Раббым, Мин һине һаҡлармын, нәҫел-ырыуың диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы күп булыр, тип вәғәҙә иткәйнең бит!
14 Яҡуп ул төндө шунда үткәрҙе лә иртәгәһен Ғаязға бүләккә көтөүҙәренән мал: 15 ике йөҙ кәзә, егерме тәкә, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе, 16 буталары менән утыҙ һауын дөйә, ҡырҡ һыйыр, ун үгеҙ, егерме инә ишәк, ун ата ишәк һайлап алды.
17 Уларҙы хеҙмәтселәренә тапшырҙы, һәр көтөүгә айырым ҡыуғынсы ҡуйҙы ла былай тине:
— Алға китегеҙ, һәр берегеҙ айырым-айырым барығыҙ.
18 — Ағайым Ғаязды осратҡас, — тине Яҡуп ҡыуғынсыларҙың тәүгеһенә, — ул һинән: «Һин кемдең хеҙмәтсеһе? Ҡайҙа бараһың? Кемдең малын ҡыуаһың?» — тип һорар. 19 Әйт: «Был — ҡолоң Яҡуптың малы, ул уны хужам Ғаязға ебәрҙе. Ә Яҡуп үҙе арттан килә».
20 Икенсе ҡыуғынсыға ла, өсөнсөһөнә лә, ҡалғандарына ла Ғаяз менән осрашҡанда бер үк һүҙҙе әйтергә — 21мотлаҡ рәүештә: «Ҡолоң Яҡуп арттан килә», — тип өҫтәргә ҡушты Яҡуп. Шул рәүешле алдан бүләктәр ебәреп, Яҡуп Ғаяздың күңелен йомшартырға булды. Ә һуңынан уның күҙенә үҙем күренермен, тип уйланы Яҡуп, бәлки, шунан ул мине яҡшы ҡабул итер.
22 Бүләктәрен алдан ебәреп, Яҡуп шул урында ҡунырға ҡалды.
23 Әммә, төндә тороп, бөтә ҡатындарын һәм ун бер улын уятты ла Яббок йылғаһын кисеп сыҡты. 24 Уларҙың барыһын да ҡаршы ярға сығарҙы, булған бөтә нәмәһен күсерҙе лә 25 бер үҙе ҡалды.
Бына бер ваҡыт Кемдер Берәү уның менән алыша башланы — таң атҡансы көрәште ул. 26 Яҡупты еңә алмаҫын күреп, Ул уның янбашына быуынын сығарғансы һуҡты ла былай тине:
27 — Ебәр мине. Таң атты инде.
— Миңә фатихаңды бирмәйенсә ебәрмәйем, — тине Яҡуп.
28 — Исемең кем? — тип һораны Теге.
— Яҡуп, — тине.
29 Шунда Теге әйтте:
— Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.
30 — Үҙеңдең исемеңде әйтһәңсе! — тип үтенде Яҡуп.
Теге яуап бирҙе:
— Минең исемемде һорама.
32:29 Исраил исеме «Алла көрәшә» тигәнгә ауаздаш.
Ошонда Ул Яҡупҡа фатиха бирҙе.
31 Был хәл булған урынды Яҡуп Пенуел тип атаны, был: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», — тигәнде аңлата. 32 Ҡояш сыҡҡан саҡта Яҡуп Пенуелдан китте. Ул аҡһай ине.
33 Шуға күрә Исраилдың нәҫел-нәсәбе ошо көнгә тиклем итте һөйәк менән тоташтырған кимерсәкте ашамай — Яҡуп менән Алышыусы уның янбашындағы тап ошо еренә һуҡҡан бит. ОО 1Ҡарағайны, Яҡуп күреп ҡалды: ҡаршыһына ағаһы
Э Э Ғаяз һәм уның менән тағы дүрт йөҙләп кеше килә. Яҡуп Лиәнән, Рәхиләнән һәм ике хеҙмәтсе ҡатынынан тыуған балаларына әсәләре менән бергә торорға ҡушты. 2Уларҙы шулай теҙеп ҡуйҙы: алда — балалары менән Зилпа һәм Билһа, улар артында — Лиә балалары менән, уларҙан һуң — Рәхилә менән Йософ. 3 Яҡуп үҙе алдан китте һәм ағаһы янына барып еткәнсе уның алдында ете тапҡыр ергә ятты. 4 Ғаяз иһә йүгереп уның ҡаршы һы на килде, ҡосаҡ ла ны, күкрәгенә ҡыҫты, үпте, шунан икеһе лә илап ебәрҙеләр. 5 Ҡатындар менән балаларға ҡарап, Ғаяз:
— Кемдәрең был һинең? — тип һораны.
— Былар — миңә, һинең ҡолоңа, Алла биргән балалар, — тип яуап бирҙе Яҡуп.
6 Йәриәләре, балалары менән килеп, Ғаязға баш эйҙе. 7Унан һуң — балалары менән Лиә, уның артынан Рәхилә менән Йософ килеп баш эйҙе.
8 — Ә миңә юлда осраған ниндәй көтөү-көтөү мал ине ул? — тип һо ра ны Ғаяз.
— Был һинең мәрхәмәтеңә лайыҡ булыу өсөн, — тине Яҡуп.
9 Әйтте Ғаяз:
— Минең бөтә нәмәм дә етә, ҡустым. Үҙ байлығың үҙеңә ҡал һын.
10 — Юҡ, — тип яуап бирҙе Яҡуп, — ал бүләктәремде! Һине күреү минең өсөн Алланың үҙен күреү менән бер. 11 Бүләгемде ҡабул ҡыл. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар.
Яҡуп Ғаяздың бүләктәрҙе алыуын үтенде, тегеһе күнде.
12 — Әйҙә, ҡуҙғалайыҡ, — тине Ғаяз Яҡупҡа. — Мин һинең менән бергә барам.
13 Әммә Яҡуп былай тине:
— Үҙең беләһең, әфәндем, бала-саға тиҙ арый, кәзә-һарыҡтарҙы, һауын һыйырҙарҙы ашыҡ ты рып ҡыу һаң, бер көн эсендә хәлдән тайырҙар. 14 Әйҙә, әфәндем, һин алдан кит, ә мин ҡолоң арттан — бала-саға, мал-тыуар менән әкрен генә барырмын. Сеирға, һинең яныңа, әфәндем, шулай барып етермен әле.
15 — Кешеләремдең бер нисәһен һинең менән ҡалдырайым, — тип тәҡдим итте Ғаяз.
— Ниңә кәрәк? Һинең мине яҡшы ҡабул итеүең еткән. — Шулай яуап ланы Яҡуп.
16 Шул уҡ көндө Ғаяз Сеирға ҡайтып китте, 17ә Яҡуп Суккот-ҡа табан йүнәлде. Шунда ул үҙенә йорт, ә малдарына лапаҫ эшләне. Шуға күрә был урын Суккот тип атала.