БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Страница 14 из 24

18 Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡынаандың Шехем ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды.

19 Биләгән был ерен Яҡуп Хамор улдарынан, Шехемдың атаһынан, йөҙ тингә һатып алды.

20 Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Ил — Исраил Алла һы тип атаны.

Ағаларының Динә өсөн үс алғаны

О Л 1 Яҡуптың Лиәнән тыуған ҡыҙы Динә бер көндө бындағы »_У I ҡыҙҙарҙың береһенә ҡунаҡҡа барҙы. 2 Был илдең хакимы хиуи Хаморҙың улы Шехем ҡыҙҙы тотоп алды ла көсләне. 3 Ул Яҡуптың ҡыҙы Динәгә ғашиҡ булды, һөйөүе хаҡында матур һүҙҙәр әйтте, 4 ә атаһы Хаморға:

— Шул ҡыҙҙы миңә кәләш итеп алып бир, — тине.

5 Яҡупҡа ҡыҙы Динәнең көсләнгәне мәғлүм булғанда, улдары яланда мал янында ине. Яҡуп улар ҡайтҡансы бер ни ҙә эшләмәне. 6 Шехемдың атаһы Хамор Яҡуп менән һөйләшергә килде — 7шул ваҡытта Яҡуптың улдары ла ҡайтып инде. Улар белгәс, асыуҙарынан ярһыны, сөнки Яҡуптың ҡыҙын көсләү — Исраил ырыуын ҡот осҡос мыҫҡыллау ул, былай эшләргә һис тә ярамай!

8 Хамор былай тине:

— Улым Шехемдың ҡыҙығыҙға күҙе төшкән. Уны беҙгә кейәүгә бирегеҙ! 9 Беҙҙең менән туғанлашырһығыҙ, һеҙ беҙгә ҡыҙҙарығыҙҙы бирерһегеҙ, ә беҙ — һеҙгә. 10 Йәшәгеҙ беҙҙең менән бергә, илебеҙ күҙ алдығыҙҙа — ошонда ҡайҙа теләһәгеҙ шунда йәшәй, ер биләй алаһығыҙ.

11 Ә Шехем үҙе Динәнең атаһы менән ағаларына былай тине:

— Зинһар, риза булығыҙ, мин һеҙгә нимә һораһағыҙ ҙа бирермен! 12 Иң ҙур ҡалым, иң бай бүләктәр һорағыҙ — бер ни йәл түгел, тик ҡыҙығыҙҙы миңә кәләш итеп бирегеҙ.

13 Һеңлеләре Динәне мыҫҡыл иткән өсөн, Яҡуптың улдары Шехем менән уның атаһы Хаморға хәйлә менән яуап бирҙе.

14 — Беҙ былай эшләй алмайбыҙ, — тине улар. — Һеңлебеҙҙе сөннәтһеҙ кешегә биреү — беҙҙең өсөн хурлыҡ. 15 Беҙ тик бер шарт менән генә риза була алабыҙ: әгәр һеҙ беҙҙең кеүек булһағыҙ — ирҙәрегеҙҙең барыһын да сөннәтләһәгеҙ генә. 16 Шул ваҡытта беҙ һеҙгә ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кәләш итеп алырбыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәп, бер халыҡ булып китербеҙ. 17 Әгәр инде беҙҙе тыңламаһағыҙ, сөннәткә ултырмаһағыҙ, һеңлебеҙҙе алабыҙ ҙа бынан китәбеҙ.

18 Хамор менән Шехем был шартҡа күнде. 19 Шехем Яҡуптың ҡыҙын шул тиклем ярата ине — шунда уҡ сөннәткә ултырҙы. Ә ул атаһының нәҫел-ырыуы араһында иң хөрмәтле кеше ине. 20 Хамор менән Шехем, ҡала майҙанына сығып, ҡалала йәшәүселәргә:

21 — Был кешеләр — тыныс халыҡ. Әйҙә, улар беҙҙең ерҙә урынлашып, иркен күсеп йөрөһөндәр. Ер күп бит. Беҙ уларҙың ҡыҙҙарын алырбыҙ, уларға үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ. 22 Тик уларҙың беҙҙең менән бер халыҡ булып йәшәү өсөн шарттары бар: беҙҙә бөтә ирҙәр ҙә, уларҙағы кеүек, сөннәтләнергә тейеш. 23 Әгәр шул шартты ҡабул итһәк, уларҙың көтөүҙәре, мөлкәте, мал-тыуары уртаҡ буласаҡ, беҙҙең менән бергә йәшәйәсәк улар!

24 Ҡала кешеләре Хамор менән Шехемдың әйткәненә риза булды, бөтә ирҙәр ҙә сөннәткә ултырҙы. 25 Ә өсөнсө көнөнә, улар һыҙ ла ны шып ятҡанда, Яҡуп тың улдары Шимон менән Леви бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ҡалаға инде лә бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәрҙе. 26 Хамор менән Шехемды ла һуйып, Шехемдың өйөнән Динәне алып сығып киттеләр.

27 Шунан, һуйыш булған урынға кире килеп, Яҡуптың улдары һеңлеләре көсләнгән ҡаланы таланы.28Улар һарыҡ, һыйыр, ишәктәрҙе ҡыуып алып китте, ҡалала һәм баҫыуҙа нимә тапһа, шуны алды. 29 Ҡала кешеләренең бөтә мөлкәтен, уларҙың бала-сағаларын, ҡатын-ҡыҙҙарын алып китте, йорттарҙағы бөтә булған нәмәне таланы.

30 Яҡуп Шимон менән Левиға:

— Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ — ҡынаан-дар менән периздарҙы миңә дошман иттегеҙ, — тине. — Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ыры уы быҙ һәләк булыр!

31 Шимон менән Леви:

— Ә һеңлебеҙҙе, аҙғын ҡыҙ һымаҡ итеп, мыҫҡыл итергә ярай инеме ни? — тип яуапланы.

Яҡуптың Бейт-Илгә ҡайтҡаны

О ^ 1Алла Яҡупҡа былай тине:

Э**) — Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында ҡорбан усағы эшлә.

2 Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине:

— Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ырғытығыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ. 3 Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итә торғайны, сит ерҙәрҙә йөрөгәндә лә мине ташламаны.

4 Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы — улар илаһ һындары кеүек ине — Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шехем янындағы ағас төбөнә күмде.

5 Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә ма таш ма ны.

6 Яҡуп һәммә кешеһе менән Ҡынаан ерендәге Луз (хәҙер Бейт-Ил) ҡалаһына килде, 7шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул «Әл-Бейт-Ил» тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.

8 Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булды. Ул Бейт-Илдә ағас төбөнә ерләнде. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут, йәғни «Күҙ йәше ағасы» тигән исем бирелде.

9 Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә 10 былай тине:

— Исемең Яҡуп ине, инде һин Яҡуп түгел.

Ошонан башлап исемең Исраил булыр!

Шулай итеп, Ул уға Исраил тигән исем бирҙе.

11 Алла уға тағы шуны әйтте:

— Ҡөҙрәтле Алламын мин,

Үрсемле бул, ишле бул:

Таралыр һинән халыҡ,

Бер түгел, бик күп халыҡ!

Һинән сығыр бат ша лар!

12 Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа,

Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә.

13 Алла Яҡуп янынан киткәс, 14 Яҡуп Алла үҙе менән һөйләшкән урынға иҫтәлек ташы ҡуйҙы ла ошо таш өҫтөнә шарап менән зәйтүн майы ҡойҙо. 15 Был урынды ул Бейт-Ил, йәғни «Алла йорто» тип атаны.

Бинйәминдең тыуымы һәм Рәхиләнең үлеме

16 Улар Бейт-Илдән китеп, Эфратаға яҡынлашҡас, Рәхиләне тулғаҡ тота башланы. Ул балаһын таба алмай яфаланды.

17 — Ҡурҡма, — тине уға кендек әбейе. — Ҡара, һинең тағы улың бар.

18 Үлем өҫтөндәге Рәхилә һуңғы һулышында улына Бән-Они тип исем бирҙе. Әммә атаһы уны икенсе төрлө — Бинйәмин тип атаны.

19 Рәхилә вафат булды. Уны Эфрата юлында — хәҙер ул Бейт-Лехем тип атала — ерләнеләр.

20 Яҡуп уның ҡәбере өҫтөнә иҫтәлек ташы ҡуйҙы, был изге таш Рәхиләнең ҡәбере өҫтөндә әлегәсә тора.

21 Исраил юлын дауам итте һәм Мигдал-Едер аръяғында туҡталды. 22 Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының

35:18 Бән-Они — йәһүдсә «хәсрәт улы», Бинйәмин — «уң ҡул улы», йәғни «ҡотло улым» тигәнгә ауаздаш.

ҡатындарының береһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был хаҡта белде.

Яҡуп улдарының исемлеге

Яҡуптың ун ике улы бар ине.

23 Лиәнең улдары: Рәүвән — Яҡуптың тәүге балаһы, Шимон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.

24 Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин.

25 Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали.

26 Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпаның улдары: Ғад һәм Ашер.

Былар — Яҡуптың Паддан-Арамда тыуған улдары.

Исхаҡтың вафаты

27Яҡуп ҡасандыр Ибраһим менән Исхаҡ килмешәк булып күсеп йөрөгән, хәҙер Хеврон тип аталған Кириат-Арба янындағы Мамреға, атаһы Исхаҡ янына килде.

28 Йөҙ ҙә һикһән йыл йәшәне Исхаҡ. 29 Ул ҡартайып, был тормошта күререн күреп вафат булды, теге донъяға ата-бабалары янына күсте. Уны улдары Ғаяз менән Яҡуп ерләне.

Ғаяздың тоҡомдары

О 1 Бына Ғаяздың, йәғни Идумдың шәжәрәһе.

»_У О 2 Ғаяз Ҡынаан ҡыҙҙарынан ике ҡатын ала — хет Элон-дың ҡыҙы Адаға, хиуи Сивон улы Ананың ҡыҙы Оһоливамаға,

3 — шулай уҡ Исмәғилдең ҡыҙы, Невайоттың һеңлеһе Басмат-ҡа өйләнә.

4 Ғаяздың ҡатындарының Ада исемлеһенән — Элифаз, Басмат-тан — Реуел, 5 Оһоливаманан Йеуш, Иалам һәм Корах исемле улдары тыуа.

Былар — Ғаяздың Ҡынаанда тыуған улдары.

6 Ғаяз ҡатындарын, улдары һәм ҡыҙҙарын, янындағы бөтә кешеләрен, барлыҡ мал-тыуарын, Ҡынаанда тапҡан-таянған һәммә байлығын алды ла, ҡустыһы Яҡупты ҡалдырып, икенсе илгә күсте. 7Байлыҡтары артҡандан-арта барып, уларға бергә йәшәүе тығыҙ була башлағайны: урынлашҡан ерҙәре икеһенә, көтөүҙәренә етмәне.

8 Ғаяз — Идум — Сеир тауы янында урынлашты.

9 Бына ул Сеир тауы янында йәшәгән Идум халҡының тәүатаһы Ғаяздың шәжәрәһе.

10 Ғаяздың улдары: Элифаз — Ғаяздың ҡатыны Аданан тыуған улы, Реуел — Ғаяздың Басматтан тыуған улы.

11 Элифаздың улдары: Теман, Омар, Сефо, Гатам һәм Кеназ. 12 Тимна, Элифаздың икенсе бер ҡатыны, уға Амалек исемле ул тапты.

Был — Ғаяздың Аданан таралған нә ҫел-нә сә бе.

13 Реуелдың улдары: Нахат, Зерах, Шамма һәм Мизза.

Был — Ғаяздың Басматтан таралған нәҫел-нәсәбе. 14Сивон улы Ананың ҡыҙы Оһоливаманан Ғаяздың Йеуш, Иалам һәм Корах исемле улдары тыуҙы.

15 Бына Ғаяздың нәҫел-нәсәбе тармаҡтары. Ғаяздың баш балаһы Элифаздың нәҫел-нәсәбенән: Теман тармағы, Омар тармағы, Сефо тармағы, Кеназ тармағы; 16 Корах тармағы, Гатам тармағы, Амалек тармағы. Был — Элифаздан таралған тармаҡтар, Аданың нәҫел-нәсәбе, улар Идум ерендә йәшәй.

Претензии к содержанию