Страница 15 из 24
17Ғаяздың улы Реуелдың нәҫел-нәсәбе: Нахат тармағы, Зерах тармағы, Шамма тармағы, Мизза тармағы. Былар — Реуелдан таралған тармаҡтар, Ғаяздың Басматтан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе, улар ҙа Идум ерендә йәшәй.
18 Ғаяздың Оһоливаманан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе: Йеуш тармағы, Иалам тармағы һәм Корах тармағы. Былар — Ғаяздың ҡатыны, Ананың ҡыҙы Оһоливаманан тыуған балаларҙан таралған тармаҡтар.
19 Ғаяздың (уның икенсе исеме Идум) нәҫел-нәсәбе һәм уларҙан таралған тар маҡ тар бына ошо.
20 Ошо илдә йәшәгән хори Сеирҙың улдары: Лотан, Шовал, Сивон, Ана, 21 Дишон, Эсер һәм Дишан. Былар — Идум илендә йәшәгән Сеир нәҫел-нәсәбенең хориҙар тармағы.
22 Лотандың улдары: Хори һәм Геман. Лотандың һеңлеһенең исеме Тимна ине.
23 Шовалдың уландары: Алуан, Манахат, Эвал, Шефо һәм Онам.
24 Сивондың уландары: Айя һәм Ана. Атаһы Сивондың ишәктәрен көтөп йөрөгәндә сүллектә һыу тапҡан кеше ул Ана.
25 Ананың балалары: Дишон һәм Оһоливама — Ананың ҡыҙы.
26 Дишондың улдары: Хемдан, Эшбан, Итран һәм Керан.
27 Эсерҙың уландары: Билһан, Заауан һәм Акан.
28 Дишандың уландары: Ус менән Аран. 29 Хориҙарҙың тармаҡтары түбәндәгесә: Лотан тармағы, Шовал тармағы, Сивон тармағы, Ана тармағы, 30 Дишон тармағы, Эсер тармағы һәм Дишан тармағы. Былар — Сеирҙа йәшәгән хори халҡы тармаҡтары.
31 Былар иһә — исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Идумда хакимлыҡ иткән батшалар.
32 Иң тәүҙә Идумда Беор улы Бела хакимлыҡ итә, уның баш ҡалаһы Динһава була.33Бела үлгәс, уны Зерах улы Йовав алыштыра, ул Босранан була. 34Йовав вафат булғандан һуң, тәхеткә Хушам ултыра, ул Теман тармаҡтары иленән була.
35 Хушам вафат булғандан һуң, Бедад улы Һадад батшалыҡ итә (Муав тигеҙлегендә мәдйәндәрҙе ул тар-мар итә), уның баш ҡалаһы Авит тип атала. 36Һадад үлгәндән һуң, Масреканан Самла хакимлыҡ ҡыла. 37Самла вафат булғандан һуң, Реховот Һаннаһарҙан Шаул батша була. 38 Шаул үлгәндән һуң, тәхеткә Ахбор улы Бәғел-Ханан менеп ултыра. 39 Ахбор улы Бәғел-Ханан вафат булғас, батшалыҡҡа Һадар күтәрелә, уның баш ҡалаһы Пау тип атала, ҡатыны Меһетавел була — уның әсәһе Мезаһав ҡыҙы Матред.
40 Ғаяздан таралған тармаҡтар, ғаиләләр һәм исемдәр бына шулар.
Тимна тармағы, Алуа тармағы, Йетет тармағы, 41 Оһоливама тармағы, Эла тармағы, Пинон тармағы, 42 Кеназ тармағы, Теман тармағы, Мивсар тармағы, 43 Магдиел тармағы, Ирам тармағы. Идумда йәшәгән тармаҡтар һәм илдә улар йәшәгән урындар бына шулар.
Идум хал ҡының тәүатаһы — Ғаяз.
Өсөнсө бүлек Яҡуп улы Йософ Йософ һәм уның ағалары
О ^7 1Яҡуп атаһы килмешәк булып йәшәгән Ҡынаан ерендә төйәкләнде.
2 Бына Яҡуптың шәжәрәһе.
Йософҡа ун ете йәш ине. Ул ағалары — Билһа һәм Зилпаның улдары менән көтөү көттө, уларҙы аталарына гел ошаҡлап торҙо. 3 Олоғайып барған сағында тыуған бала булғанға, Яҡуп Йософто башҡа улдарына ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Ул Йософҡа затлы кейем тектерҙе.
4 Аталарының Йософто үҙҙәренә ҡарағанда нығыраҡ яраты-уын күреп, ағалары ҡустыларын шул тиклем өнәмәне, хатта уның менән йүнләп һөйләшә лә алмайҙар ине.
5 Бер ваҡыт Йософ төш күрҙе. Уны ағаларына һөйләгәс, улар уны тағы ла нығыраҡ күрә алмай башланы.
6 — Тыңлағыҙ әле, — тине Йософ уларға, — бына мин ниндәй төш күрҙем! 7 Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайҙы, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!
8 — Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? — тине уға ағалары.
Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар. 9 Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне:
— Төшөмдә ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, — тине ул.
10 Был төшөн атаһы менән ағайҙарына һөйләгәс, атаһы Йософ то әрләп таш ла ны:
— Ниндәй төштәр күрәһең һин? Нимә, беҙ барыбыҙ ҙа — мин, әсәйең, ағайҙарың — һинең аяғыңа йығылырға тейеш булабыҙ мы ни?
11 Ағаларының Йософҡа асыуҙары килде, әммә аталары был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.
12 Бер ваҡыт Йософтоң ағалары Шехем яланына аталарының һа рыҡ та рын көтөргә китте. 13 Исраил Йософҡа былай тине:
— Ағайҙарың Шехем янында мал көтә. Улар янына барып кил әле.
— Ярар, — тип яуапланы Йософ.
14 — Бар ҙа ҡара, — тине атаһы, — иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Ҡайтҡас, миңә һөйләрһең.
15 Йософ Хеврон үҙәненән Шехемға йүнәлде. Юлда уға бер кеше осрап:
— Бында нимә эҙләп йөрөйһөң? — тип һораны.
16 — Ағайҙарымды эҙләйем, — тип яуапланы Йософ. — Ошонда көтөү көтәләр ине. Ҡайҙа киткәндәрен белмәйһегеҙме?
17 — Улар бынан китте, — тине теге кеше, — мин уларҙың, Дотанға барайыҡ, тип һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалғайным.
Йософ ары барып, уларҙы Дотанда эҙләп тапты. 18 Ағалары уны алыҫтан уҡ күрҙе. Йософ яҡынлашҡансы, уны үлтерергә һүҙ ҡу йыш ты лар.
19 — Ана, беҙҙең күрәҙәсе килә! — тиештеләр улар. 20 — Үлтереп ҡоҙоҡҡа ырғытайыҡ та, бүре ашаған, тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән!
21 Рәүвән быны ишетте лә Йософто ҡотҡарырға теләне.
— Үлтермәйек уны, — тине Рәүвән. — 22 Ниңә ҡан ҡойорға? Үҙ ҡулдарығыҙ менән үлтергәнсе, сүлдәге анау ҡоҙоҡҡа ташлағыҙ ҙа ҡуйығыҙ.
Ысынында иһә ул Йософто ҡотҡарып, атаһына кире ҡайтарырға уйлағайны.
23 Йософ ағалары янына килеп етеү менән, улар уның затлы күлдәген систереп алдылар ҙа 24 үҙен тотоп алып ҡоҙоҡҡа ырғыттылар. Ҡоҙоҡ һыуһыҙ, буш ине. 25 Ашарға ғына ултырғайнылар, Гилеад яғынан Исмәғил сауҙагәрҙәренең кар уа ны килгәне күренде — уларҙың дөйәләре Мы сыр ға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, ҡиммәтле хушбуйҙар алып китеп бара ине.
26 Йәһүҙә туғандарына:
— Ҡустыбыҙҙы үлтереүҙән беҙгә ни файҙа? 27 Исмәғилдәргә һатайыҡ та ебәрәйек, ҡулыбыҙ ҙа таҙа булыр. Ул барыбер беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ, бер ҡан бит, — тине.
Ағай-эне бының менән килеште. 28 Мәдйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто ҡоҙоҡтан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.
29 Рәүвән боролоп ҡоҙоҡ янына килде, үрелеп ҡараһа — Йософ юҡ! Ҡайғыһынан ул кейемдәрен йыртҡысланы.
37:25 Ҡара: 17:20 һәм 25:12-18.
30 — Малай юҡ та баһа! — тине Рәүвән, ҡустылары янына килеп. — Миңә ни эшләргә инде? Ҡайҙа барырға миңә хәҙер?
31 Туғандар Йософтоң күлдәген алдылар ҙа, кәзә һуйып, күлдәкте ҡанына буянылар.32Шунан уны аталарына килтереп бирҙеләр:
— Бына беҙ нимә табып алдыҡ! — тине улар. — Ҡара әле, был һинең улыңдың күлдәге түгелме?
33 Яҡуп кейемде таныны:
— Был — улымдың күлдәге! Уны йыртҡыс талаған! Өҙгөлә-гәндәр, өҙгөләгәндәр Йософто!
34 Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп, көн-төн йәш түкте. 35 Улдары һәм ҡыҙҙары килеп, Яҡупты йыуаттылар, әммә ул тыныслана алманы.
— Ҡара ҡайғы менән улым янына, теге доньяға китәм мин! — тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.
36 Ә Мәдйән сауҙагәрҙәре Йософто Мысырға алып барып, унда Потифарға — фирғәүен кешеһенә, һаҡсылар түрәһенә һатып ебәрҙеләр.
Йәһүҙә менән Тамар
О О 1 Шул ваҡытта Йәһүҙә, ағай-энеләре янынан китеп, с/О Адулламдан Хира исемле бер кеше эргәһенә урынлашты. 2Шунда уға Ҡынаандан Шуа исемле берәүҙең ҡыҙы оҡшап ҡалды. Йәһүҙә уға өйләнде, 3 ҡатыны, ауырға ҡалып, ул тапты — Йәһүҙә уға Эр тип исем бирҙе. 4 Ҡатыны, тағы ауырға ҡалып, икенсегә ул тапты һәм уға Онан исеме ҡушты.
5 Һуңыраҡ тағы бер бала тапты ла, уға Шела тип исем ҡуштылар (был Кезивта булды). 6 Өлкән улы Эрҙы Йәһүҙә Тамар исемле ҡыҙға өйләндерҙе, 7Эр гел генә золом ҡылғанға, Раббы уны хуш һын ма ны, уға әжәл ебәрҙе. 8 Йәһүҙә Онанға:
— Ағайыңдың тол ҡалған ҡатынына өйлән, — тине. — Ағайыңды алыштырып, уның нәҫелен дауам итерһең.
9 Онан Тамар тапҡан балалар уныҡы булып иҫәпләнмәҫен белә ине. Шуға күрә, ағаһына бала яралтмаҫ өсөн, ул Тамар менән йоҡлағанда орлоғон гел ситкә ағыҙҙы. 10 Уның был ҡылығы Раббыға мәслихәт булманы, шуның өсөн Раббы уға ла әжәл ебәрҙе.
11 Йәһүҙә Тамарға:
— Улым Шела үҫеп еткәнсе, үҙеңдең ата-әсәңдә йәшәп тор, — тине. Ағалары кеүек быныһы ла үлеп ҡуймаһын, тип уйланы ул.
Шулай итеп, Тамар ата-әсә һе йор то на ҡайт ты.
12 Байтаҡ ваҡыт үтте. Шуа ҡыҙы, йәғни Йәһүҙәнең ҡатыны, вафат булды. Ҡатынын ерләп, хәсрәт көндәрен үткәргәс, Йәһүҙә дуҫы Адуллам кешеһе Хира менән һарыҡ йөнө ҡырҡырға Тимнаға китте.
13 Тамар ҡайныһының Тимнаға һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткәнен белеп ҡалды. 14 Ул, тол ҡатындар кейә торған кейемдәрен сисеп, йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн баштан-аяҡ бөркәнсек ябынды ла Энайим ҡапҡаһы янына килеп ултырҙы — был Тимнаға барған юл буйында ине. Сөнки Шела үҫеп етһә лә, үҙен уға ҡатынлыҡҡа алырға уйламағандарын аңлағайны. 15Йәһүҙә, Тамарҙы күреп, уны фәхишә тип уйланы, сөнки бите бөркәнсек менән ҡапланғайны. 16 Ул ҡатын янына килде лә:
— Һинең менән ятам, — тине.
Үҙенең килене икәне башына ла килмәне! Ә ҡатын унан:
— Минең менән ятҡан өсөн нимә бирәһең? — тип һораны.
17 — Һиңә мин кәзә бәрәсе ебәрермен, — тине Йәһүҙә.