Страница 16 из 24
Ҡатын уға:
— Ҡасан ебәргәнсе берәй әйбереңде ҡалдырып тор, — тине.
18 — Нимә бирәйем һуң? — тип һораны Йәһүҙә.
— Мисәтең тағылған бау менән ҡулыңдағы таяғыңды, — тине ҡатын.
Йәһүҙә ҡатынға нимә һораһа, шуны бирҙе лә уның менән ятты, ә Тамар унан ауырға ҡалды. 19 Бынан һуң ҡатын тороп китте һәм, төрөнгән бөркәнсеген ташлап, тол ҡатындар кейә торған ке йе мен ке йеп алды.
20 Йәһүҙә һуңынан дуҫын — Адуллам кешеһен кәзә бәрәсе илтеп, аманатты кире алырға ебәрҙе, әммә ул күпме эҙләһә лә, ҡатынды таба алманы. 21 Ул бындағы кешеләрҙән һораша баш ла ны:
— Энайим юлында ултырған фәхишә ҡайҙа икән?
Әммә уға:
— Унда бер ниндәй ҙә фәхишә ултырғаны булманы, — тип яуап бирҙеләр.
22 Ул Йәһүҙәгә кире килде лә былай тине:
— Мин уны таба алманым. Ә урындағы кешеләр, унда бер ниндәй ҙә фәхишәнең булғаны юҡ, тине.
23 — Ярай, әйберҙәр унда ҡалһын әйҙә, оятҡа ҡалмаһаҡ булды. Мин кәзә бәрәсе ебәрҙем, ә һин уны таба алмағанһың.
24 Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә:
— Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, — тип хәбәр иттеләр.
— Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, — тип әмер бирҙе Йәһүҙә.
25 Тамарҙы язаға алып килгәс, ул ҡайныһына:
— Мин ошо әйберҙәрҙең хужаһынан ауырлымын, — тип әйтергә ҡушты.
— Ошо бәйле мисәт менән таяғыңды таныйһыңмы? — тип һораны ул.
26 Йәһүҙә таныны.
— Дөрөҫлөк уның яғында, — тине. — Был ҡатынға мин улым Ше ла ны өйләндермәгәйнем.
Йәһүҙә бүтәнсә уның менән йоҡламаны.
27 Тыуыр мәл еткәс, Тамарҙың балаларының игеҙәк булғаны асыҡланды. 28 Тыуымға килгән сабыйҙарҙың береһе ҡулын сығарҙы. Кендек әбейе уға ҡыҙыл еп бәйләне лә: «Быныһы беренсе булып сыҡты», — тине. 29 Әммә бала ҡулын кире тартып алды ла икенсеһе — уның ҡустыһы донъяға килде. «Һин нисек килеп сыҡтың?» — тип һораны кендек әбейе; шуға уға Перес, йәғни «йыртып сыҡты» тип исем бирҙеләр. 30 Уның ар ты нан ҡулындағы ҡыҙыл еп менән икенсеһе лә донъяға килде. Уға Зерах тигән исем ҡуштылар.
Йософтоң ғәйепләнгәне һәм ҡулға алынғаны
ОП 1 Йософто Мысырға алып килделәр. Уны бында Исмәғил »_У У кешеләренән фирғәүендең вәзире, һарай һаҡсылары
38:30 Зерах исеме йәһүдсә «балҡыу» һүҙе менән ауаздаш һәм бында ҡыҙыл епкә ишаралай.
түрәһе Потифар һатып алды. 2 Раббы Йо соф то таш ла ма ны — эштәре гел уңай килеп торҙо, мысыр хужаһының йортонда йәшәне. 3 Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.
4 Йософ хужаһына бик оҡшаны, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йо-софҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы.
5 Шунан башлап Йософ арҡаһында уға ла Раббының рәхмәте төштө — Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла эше уң барҙы.
6 Хужа булған бөтә нәмәһен Йософҡа тапшырҙы — хәҙер инде Мысыр кешеһенең бөтә ҡайғыһы тик ашап-эсеүҙән генә тора ине.
Йософ төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине. 7Хужа ҡатынының уға күҙе төштө һәм бер ваҡыт:
— Әйҙә, минең менән ят, — тине.
8 Әммә Йософ, баш тартып, былай тип яуап бирҙе:
— Хужам бөтә нәмәһен ҡарарға миңә ышанып тапшырҙы.
9 Был өйҙә хәҙер минән дә башыраҡ кеше юҡ. Һинән башҡа минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ бында. Һин уның ҡатыныһың. Шундай золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайыммы?
10 Ҡатын уны көн дә ирекһеҙләне, әммә Йософ уның менән йоҡларға риза булманы. 11 Бына бер саҡ Йософ үҙ йомошо менән хужа йортона кергәндә, өйҙә бер кем дә юҡ ине. 12 Хужа ҡатыны уны кейеменән эләктереп алды ла тағы:
— Ят минең менән, — тине.
Һыпырылған кейемен уның ҡулында ҡалдырып, Йософ йорттан йүгереп сығып китте. 13 Ҡатын Йософтоң кейемен ташлап сығып ҡасҡанын күрҙе лә, 14 хеҙмәтселәрен са ҡы рып, былай тине:
— Ҡарағыҙ әле! Ирем килтергән был иври беҙҙе мыҫҡыл итте. Ул мине көсләргә уйланы! Тик мин ҡысҡырып ебәрҙем. 15 Мин тауыш күтәргәс, кейемен ташлап сығып ҡасты.
16 Ире ҡайтып ингәнсе, Йософтоң кейемдәрен үҙендә ҡалдырҙы. 17 Уға ла шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләне:
— Минең яныма йәһүд ҡолоң килеп керҙе — һин уны беҙҙе мыҫҡыл итһен өсөн килтерҙеңме ни?! 18 Мин ҡысҡыра башланым. Ул, өҫтөндәге кейемен ҡалдырып, йорттан сығып ҡасты.
19 Ҡатынының: «Бына ҡолоң мине нимә эшләтте!» — тип һөйләгәнен ишеткәс, Йо софтоң хужаһы ярһыуының сигенә етте. 20 Ул Йософто тотоп алып, батша тотҡондары бикләнгән төрмәгә ябырға бойорҙо.
21 Әммә Раббы Йософто бында ла ташламаны, уға рәхмәтен һалды, Йософ төрмә башлығына оҡшаны. 22 Төрмә башлығы бөтә тотҡондарҙы Йософ ҡарамағына тапшырып, һәр бер нәмә өсөн Йософ яуап бирер булды. 23 Ә төрмә башлығы хәҙер бер нәмә тураһында ла борсолманы — сөнки Раббы Йософто ташламаны, уның һәр эшендә ярҙам итеп торҙо.
Йософтоң зинданда ултырғаны
Л(\ 1Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, батшаның
I V/ шарап ҡойоусыһы менән ашнаҡсыһы үҙҙәренең хакимы — Мысыр батшаһы алдында ғәйепкә тарыны. 2 Һарай хеҙмәтселәре — шарап ҡойоусылар башлығы менән баш ашнаҡсыға — фирғәүендең бик ныҡ асыуы килде лә 3 уларҙы һаҡсылар түрәһе йортондағы төрмәгә, Йософ ултырған төрмәгә, ябырға ҡушты. 4 Һаҡсылар түрәһе Йософто уларға хеҙмәт итергә ҡуйҙы.
5 Бына бер ваҡыт ике тотҡон — шарап ҡойоусы менән ашнаҡсы — икеһе бер төндә төш күрҙе. Икеһе ике төрлө төш күрҙе, мәғәнәләре лә төрлө ине. 6 Йософ иртәнсәк улар янына ингәйне, күрә: быларҙың нимәгәлер күңелдәре тыныс түгел.
7 — Нимәгә эсегеҙ боша? — тип һораны Йософ.
8 Төрмә башлығы йортонда Йософ менән бергә ултырған фирғәүен кешеләре былай тине:
— Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ.
— Юрау — Раббынан. Һөйләгеҙ төшөгөҙҙө миңә, — тине Йософ.
9 Шарап ҡо йоу сы лар башлығы Йо соф ҡа төшөн һөйләне:
— Миңә шундай төш керҙе: имеш, алдымда йөҙөм ағасы ботағы. 10 Унан өс үҫенте киткән. Бына улар үҫә башланы ла, имеш, сәскә атты, шунан емештәр хасил булды, ҡараһам, бешеп тә еттеләр. 11 Ҡулымда фирғәүендең һауыты икән, тим. Мин йөҙөм тәлгәшен өҙөп алдым да, һутын теге һауытҡа һығып, фирғәүенгә бирҙем.
12 — Төшөңдөң мәғәнәһе шул, — тине уға Йософ. — Өс үҫенте — өс көн ул. 13 Өс көн үтер — фирғәүен һине тағы күтәрер: элекке урыныңа кире ҡуйыр ҙа һин уға элеккесә шарап ҡойоп торорһоң.14 Тик һин миңә лә ярҙам ит: үҙең бәхеткә ирешкәс, мине лә онотма, фирғәүен менән һөйләшкәндә минең турала йылы һүҙ әйт, бынан ҡотҡар мине! 15 Мине йәһүд еренән урлап алып килделәр. Бында ла төрмәгә бикләрлек бер нәмә лә эшләмәнем!
16 Баш ашнаҡсы, төштөң хәйерлегә юралыуын күреп, Йософ-ҡа:
— Ә мин шундай төш күрҙем, — тине. — Башым өҫтөндә өс кәрзин, имеш; 17өҫкөһөндә фирғәүен өсөн бешерелгән төрлө-төрлө ризыҡ. Шул кәрзиндәге аҙыҡты ҡоштар суҡый икән, тим.
18 — Һинең төшөңдөң мәғәнәһе былай, — тине уға Йософ. — Өс кәрзин — өс көн ул. 19 Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә төрмәнән сығарыр: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.
20 Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарайында-ғы кешеләр өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шунда шарап ҡойоусы менән баш ашнаҡсыны иҫенә төшөрҙө. 21 Шарап ҡойоусылар башлығын элекке урынына ҡайтарҙы; ул тағы фирғәүенгә шарап ҡойоп бирә башланы.22Ә баш ашнаҡсыны аҫтырҙы — Йософ нисек әйтһә, шулай булды. 23 Әммә шарап ҡойоусы Йософто ла, уның үтенесен дә онотто.
Йософтоң вәзирлеккә үрләтелгәне
Л ■1 1 Ике йыл үткәс, фирғәүен төш күрҙе: имеш тә, ул Нил
I А. йылғаһы ярында тора, 2 шул саҡ Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты. Матур, көр был һыйырҙар яр буйында һутлы үлән утлай, йәнәһе. 3 Улар артынан Нилдан арыҡ һәм хәлһеҙ тағы ете һыйыр килеп сыҡты ла теге һыйырҙар янына барҙы — 4 бына бер ваҡыт арыҡ, көсһөҙ һыйырҙар теге һимеҙ һыйырҙарҙы ашаны ла ҡуйҙы, имеш! Фирғәүен уянды. 5 Яңынан йоҡлап киткәс, икенсе төш күрҙе: имеш, бер һабаҡта ете туҡ башаҡ үҫкән.
6 Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты ла, 7 бына ғәләмәт, ошо буш башаҡтар ашлыҡ бөртөктәре менән тулы теге башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы. Шундай төштәр күреп уянды фирғәүен.
8 Хафаға төшкән фирғәүен, иртәнсәк Мысырҙың бөтә сихырсыларын һәм аҡыл эйәләрен саҡыртып, күргән төшөн һөйләне, әммә төштө берәү ҙә юрай алманы. 9 Шунда шарап ҡойоусылар башлығы фирғәүенгә былай тине:
— Ҡылған гонаһымды иҫкә төшөрҙөм әле. 10 Бер ваҡыт фирғәүен беҙ ҡолдарына асыуланды ла баш ашнаҡсы менән мине һаҡсылар түрәһе йортондағы төрмәгә япты. 11 Көндәрҙән бер көндө беҙ икебеҙ ике төрлө төш күрҙек, уларҙың мәғәнәләре лә төрлөсә ине. 12 Беҙгә һаҡ сы лар түрәһенең ҡоло, йәш йәһүд хеҙмәтсе булғайны. Беҙ уға төштәребеҙҙе һөйләгәйнек, ул беҙгә юраны ла һәр беребеҙгә нимә аңлатҡанын әйтеп бирҙе. 13 Ул нисек юраған булһа, шулай килеп сыҡты: мине элекке урыныма кире алдылар, ә баш ашнаҡсыны аҫтылар.