БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Страница 17 из 24

14 Фирғәүен Йософ артынан кеше ебәрҙе. Уны йәһәт кенә төрмәнән сығарҙылар. Йософ ҡырынып, кейенеп фирғәүен янына килде.

15 — Мин төш күргәйнем, ләкин уны берәү ҙә юрай белмәй. Ә мин һинең турала, төш юрай белә икән, тип ишеткәйнем, — тине фирғәүен Йософҡа.

16 — Мин юрамайым, — тине Йософ. — Фирғәүенгә яуапты Алла үҙе бирер.

17 Фирғәүен Йософҡа былай тип һөйләй башланы:

— Мин төшөмдә Нил йылғаһы ярында торам, имеш тә,

18 Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты, имеш, тип күрҙем. Көр, матур был һыйырҙар яр буйындағы үләнде утлай. 19 Уларҙың артынан Нилдан тағы ете һыйыр сыҡты, тик улар шундай арыҡ һәм хәлһеҙҙәр, ҡоро һөйәк тә тире — минең Мысырҙа бындай һыйырҙарҙы бер ҡасан да күргәнем юҡ. 20 Ошо ябыҡ һәм һөмһөҙ һыйырҙар теге көр һыйырҙарҙы ашаны ла ҡуйҙы.

21 Һимеҙ һыйырҙар уларҙың ҡорһаҡтарына инеп юғалһа ла, теге һыйырҙар элеккесә арыҡ көйө ҡалды. Мин уянып киттем. 22 Шунан икенсе төш күрҙем: бер һабаҡта ете башаҡ үҫеп сыҡҡан икән, тим, башаҡтары яҡшы, туҡ ине. 23 Уларҙан һуң ҡыуан елдәрҙә көйөп бөткән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты. 24 Ошо буш башаҡтар теге туҡ башаҡтарҙы бөткәнсе йотто ла ҡуйҙы! Төштәремде күрәҙәселәргә һөйләгәйнем, әммә улар бер ни ҙә әйтә ал ма ны.

25 Йософ фирғәүенгә былай тине:

— Был — ике төш түгел, бер төш. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә. 26 Ете һимеҙ һыйыр ете йылды аңлата, ете туҡ башаҡ та — шулай уҡ ете йыл. Йәғни былар — икеһе бер төш. 27 Ә улар артынан сыҡҡан арыҡ һәм насар ете һыйыр — был тағы ете йыл. Ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ та шуны уҡ — ете йылға һуҙыласаҡ аслыҡты аңлата. 28Әйттем бит мин һиңә, хакимым: Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.

29 Мысыр ерендә ете йыл мул лыҡ, туҡ лыҡ бу ла саҡ, 30 ләкин унан һуң ете йыл аслыҡ булып, шул муллыҡтың эҙе лә ҡалмайынса юҡҡа сығасаҡ. Аслыҡтан ил бөләсәк, 31 ә элекке муллыҡтың эҙе лә ҡалмаясаҡ — шулай көслө буласаҡ йотлоҡ.32Ә төштөң ике тапҡыр күренеүе шуға: Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡ ла май ғәмәлгә ашы ра саҡ.

33 Шуға күрә, хакимым, алдан күрә белгән бик аҡыллы берәй кешене тап та, Мысырға ул идара итһен. 34 Бөтә ил буйынса түрәләр ҡуй, улар алдағы ете муллыҡ йылында халыҡ үҫтергән уңыштың биштән бер өлөшөн йыйып алып, 35 ҡалаларҙа батша келәттәренә һалһын. 36 Шул саҡта Мысырға киләсәк ете йыллыҡ аслыҡ осорона һаҡлыҡ иген буласаҡ — ил аслыҡты имен-аман үткәрәсәк!

37 Йософтоң һүҙҙәре фирғәүен менән уның янындағы кешеләрҙең күңеленә хуш килде.

38 — Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, — тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. — Алла рухы бар унда!

39 Шунан ул Йософҡа былай тине:

— Быларҙы Алла һиңә асҡан икән, тимәк, һинән дә зирәгерәк һәм аҡыллыраҡ башҡа кеше юҡ. 40 Ошо көндән алып минең биләмәләремдә һин хөкөм йөрөтәсәкһең, халҡым һине тыңлаясаҡ. Бары тик тәхетем менән генә мин һинән юғарыраҡ буласаҡмын.

41 Шуны бел: мин һине бөтә Мысырға идара итергә ҡуям.

42 Ул, ҡулындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн һалып, Йософҡа кейҙерҙе, ебәк кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.43Фирғәүен Йософҡа үҙенең ярҙамсыһының арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» — тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине.

Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идара итеүсе итеп ҡуйҙы.

44 — Мин фирғәүендең ихтыяры шундай, — тине ул Йософҡа. — Ошо көндән башлап бөтә Мысыр ерендә һинән башҡа бер кем бер аҙым баҫмаясаҡ, ҡулын да ҡыбырҙатмаясаҡ.

45 Фирғәүен Йософҡа Сафнат-Панеа тигән мысыр исеме бирҙе һәм уны Аснат исемле ҡыҙға өйләндерҙе, Илиополь ҡа-һины Потипераның ҡыҙы ине ул. Йософ Мысыр менән идара итә башланы. 46Фирғәүенгә хеҙмәт итә башлағанда Йософҡа утыҙ йәш ине. Фирғәүен янынан китеп, Йософ бөтә Мысырҙы йөрөп сыҡты.

47 Ете туҡлыҡ йылында ер мул уңыш бирҙе. 48 Мысырҙа был йылдарҙа йыйылған бөтә игенде Йософ ҡалаларға бүлде — һәр ҡалаға уның тирә-яғында йыйып алынған игенде һала барҙы. 49 Ул диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул тиклем күп иген йыйҙы — хатта иҫәп алып барыуҙан туҡтаны, сөнки һанап бөтөрлөк түгел ине.

50 Йотлоҡ башланғансы Илиополь ҡаһины Потипераның ҡыҙы Аснат Йософҡа ике ул табып бирҙе. 51 Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты, был: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», — тигәнде аңлата.52 «Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә мәртәбәле итте», — тип, икенсеһенә Эфраим тигән исем бирҙе.

53 Мысырҙа ете уңдырышлы йыл үтеп китте. 54 Йософ юрағанса, ете йыллыҡ аслыҡ башланды. Был аслыҡ бөтә ерҙе солғап алды, ә Мысырҙа иген күп ине. 55 Аслыҡ башланып, Мысыр халҡы фирғәүенгә ашлыҡ һорап ялбарырға тотонғас, ул:

— Барығыҙ, Йософтан һорағыҙ, Йософ ни әйтһә, шуны эшләгеҙ, — тине.

56 Бөтә донъяла аслыҡ башланды. Йософ, иген бураларын асып, Мысыр халҡына иген һатырға тотондо. Мысырҙа йотлоҡ көсәйә барҙы. 57 Мысырға башҡа илдәрҙән дә ашлыҡ һорап Йософ ҡа килә баш ла ны лар, сөнки бөтә ерҙә аслыҡ ҡо тора ине.

Йософтоң ағаларының Мысырға беренсе тапҡыр килгәне

Л О 1 Мысырҙа иген барлығын ишетеп, Яҡуп улдарына:

— Нимә бер-берегеҙгә һалышып ятаһығыҙ? — тине.

2 — Мысырҙа иген күп тип ишеттем. Барығыҙ, һатып алып ҡайтығыҙ, юҡһа бөтәбеҙ ҙә үлербеҙ.

3 Йософтоң ун ағаһы Мысырға иген алырға китте. 4 Тик Бинйәминде, Йософтоң бер ҡарында ятҡан ҡустыһын ғына, Яҡуп үҙ янынан ебәрмәне: уның менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡты.

5 Исраилдың улдары Мысырға иген алырға тип килгән кешеләр төркөмөнә ҡушылды, сөнки бөтә Ҡынаан аслыҡтан яфалана ине. 6 Ә Мысырҙың улар барған еренә Йософ идара итә — иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙ түбән йығылды. 7Йософ туғандарын күреү менән таныны, әммә үҙен та ныт ма ны, ҡаты итеп:

— Ҡайҙан килдегеҙ? — тип һораны.

— Ҡынаандан, иген алырға тип килгәйнек, — тип яуап бирҙе улар.

8 Йософ ағаларын та ны һа ла, ағалары уны та ны ма ны.

9 Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине:

— Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.

10 — Юҡ, әфәндем! — тине улар. — Беҙ, ҡолдарың, иген алырға килдек. 11 Беҙ барыбыҙ ҙа бер ата балалары, намыҫлы кешеләр. Беҙ, ҡолдарың, бер ваҡытта ла шымсы булғаныбыҙ юҡ.

12 — Юҡ, — тине Йософ, — еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә уңайлы булғанын белер өсөн килгәнһегеҙ.

13 — Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, — тип яуап бирҙе туғандары. — Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡынаандан килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ күптән юҡ инде.

14 — Әйттем бит, — тине Йософ, — һеҙ шымсылар. 15 Әммә беҙ һеҙҙе һынаясаҡбыҙ. Фирғәүен исеме менән ант итәм: иң кесе туғанығыҙ килмәйенсә, һеҙҙе бынан сығармаясаҡтар.

16 Берегеҙҙе уның артынан ебәрегеҙ, ә ҡалғандарығыҙ әлегә һаҡ аҫтында буласаҡ — шунан һүҙегеҙ дөрөҫмө-түгелме икәне асыҡланыр. Дөрөҫөн һөйләмәгән булһағыҙ — тимәк, һеҙ шымсылар. Фирғәүен исеме менән ант итәм!

17 Йософ уларҙы өс көнгә төрмәгә ябып ҡуйҙы.

18 Өсөнсө көндө уларға былай тине:

— Мин әйткәнде эшләһәгеҙ, йәшәйәсәкһегеҙ, сөнки мин Аллаға буйһонам. 19Әгәр һеҙ, ысынлап та, намыҫлы кешеләр икәнһегеҙ, кемегеҙ ҙә булһа берегеҙ төрмәлә ҡалһын, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтһын да 20 кесе туғанығыҙ менән бында кире килһен. Әгәр һүҙҙәрегеҙ дөрөҫкә сыҡһа, үлмәйәсәкһегеҙ.

Улар буйһондо.

21 — Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! — тип һөйләште улар үҙ-ара. — Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, ҡыҙғанманыҡ уны. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!

22 Рәүвән былай тине:

— Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.

23 Ағай-энеләре Йософтоң үҙҙәрен аңлап торғанын белмәне, сөнки Йософ улар менән тәржемәсе аша һөйләшкәйне. 24 Ә Йософ ситкә китте лә илап ебәрҙе. Һуңынан, кире килеп, улар менән тағы һөйләште, шунан, Шимонды һайлап алып, башҡа туғандары алдында уны бәйләргә ҡушты. 25 Артабан ул тоҡтарға иген тултырырға, һәр береһенең тоғона үҙҙәре алып килгән көмөштө кире һалып, юлға аҙыҡ бирергә бойорҙо. Шулай эшләнде. 26 Туғандар, ишәктәренә иген тейәп, өйҙәренә ҡай тып китте.

27Төндә ялға туҡтаған саҡта уларҙың береһе ишәген ашатам тип тоҡ ауыҙын сисһә, өҫтә генә ятҡан көмөштө күреп ҡалды!

28 — Минең көмөшөм үҙемә кире ҡайтҡан! — тине ул туғандарына. — Бына ул, өҫтә генә ята.

Уларҙың йөрәге ҡупты. Дер ҡалтырап, бер-береһенә:

— Ни ҡыла икән беҙҙең менән Алла? — тиештеләр.

29 Ҡынаанға, аталары янына ҡайтҡас, улар үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе һөйләп бирҙе:

30 — Ул ерҙә идара иткән кеше беҙҙең менән ҡаты һөйләште, беҙҙе шымсылар тип уйланы.31 Әйттек: беҙ шымсы түгел, намыҫлы кешеләрбеҙ, 32 беҙ ағалы-энеле ун ике кеше, бер ата балалары булабыҙ; бер туғаныбыҙ юҡ инде, иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән Ҡынаанда ҡалды, тинек. 33 Ә ул беҙгә былай тине: «Мин һеҙҙең дөрөҫ һөйләгәнме-юҡмы икәнегеҙҙе тикшерәм: берегеҙҙе алып ҡалам, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтып бирегеҙ ҙә 34 иң кесе ҡустығыҙ менән бында кире килегеҙ. Шул саҡта мин һеҙҙең шымсылар түгел, ә намыҫлы кешеләр булыуығыҙға ышанырмын — туғанығыҙҙы ла ебәрермен, һеҙгә беҙҙең ерҙәрҙә иркен йөрөргә лә рөхсәт итермен».

Претензии к содержанию