БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Страница 18 из 24

35 Йөктәрен бу шата башлағайнылар, һәр бе ре һе нең тоғонан көмөш һалынған төргәк килеп сыҡты. Быны күреп, ағай-энеләр ҙең дә, ата ла ры ның да ҡото осто.

36 — Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, — тине Яҡуп. — Йософ юҡ. Шимон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!

37 Рәүвән атаһына былай тине:

— Әгәр ҙә мәгәр Бинйәминде кире алып ҡайтмаһам, ике улымды үлтер. Миңә ышанып тапшыр ҡустымды, уны һиңә кире алып ҡай тасаҡ мын.

38 — Юҡ, — тине Яҡуп, — улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр уның менән юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!

Бинйәминде алып икенсегә килгәндәре

Л О 1 Аслыҡ көсәйгәндән-көсәйҙе.2 Мысырҙан алып ҡайтҡан иген бөткәс, аталары уларға былай тине:

— Барып, аҙ булһа ла тағы ашлыҡ алып ҡайтығыҙ!

3 — Теге кеше беҙгә, бәләкәй ҡустығыҙҙан башҡа күҙемә лә күренмәгеҙ, тип бик ҡаты әйтте, — тине уға Йәһүҙә. 4 — Әгәр уны беҙҙең менән ебәрһәң, ашлыҡ алырға барабыҙ. 5 Ебәрмәйһең икән, унда барып тороуыбыҙҙан фәтеүә юҡ, теге кеше, ҡустығыҙҙы килтермәһәгеҙ, күҙемә лә күренмәгеҙ, тине бит.

6 — Ниңә ҡустығыҙ барлығын әйтеп, башыма бәлә килтерҙегеҙ инде?! — тине Исраил.

7 — Теге кеше барыһы тураһында ла һорашты бит: үҙебеҙ, туғандарыбыҙ хаҡында, атайыбыҙҙың тереме-юҡмы, тағы кемдәребеҙ булыуы тураһында белеште, — тине улар. — Ул һораны, беҙ яуап бирҙек. Кесе ҡустығыҙҙы алып килегеҙ, тип бойоророн кем белгән?

8 Йәһүҙә атаһы Исраилға былай тине:

— Малайҙы минең менән ебәр, тиҙерәк юлға сығайыҡ. Шул саҡта барыбыҙ ҙа иҫән ҡалыр, беҙ ҙә, һин үҙең дә, балаларыбыҙ ҙа ас үлемдән ҡо то лор боҙ. 9 Мин башым менән яуап бирәм: ул ҡайтасаҡ. Әгәр уны алып ҡайтмаһам, ғүмерем буйы һинең алда ғәйепле булырмын. 10 Һаман һуҙмаған булһаҡ, беҙ унда ике тапҡыр барып урар инек инде.

11 — Ярар, — тине Исраил, — ул саҡта бына нәмә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһе — бәлзәм, бал, һәр төрлө тәмләткестәр, ладан, хуш еҫле сайыр, сәтләүек, миндаль менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.

12 Көмөш алығыҙ — тоҡтарығыҙға һалып ҡайтарғанды ла, башҡаһын да — бәлки, улар яңылышҡандыр. 13 Бинйәминде үҙегеҙ менән алығыҙ ҙа ул кешегә тағы барығыҙ. 14 Ҡөҙрәтле Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.

15 Ағай-энеләр, бүләктәр әҙерләп, көмөштө элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк алды ла, Мысырға килеп, Йософ алдына баҫты — был юлы Бинйәмин менән. 16 Йософ, Бинйәминде алып килгәндәрен күргәс, өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине:

— Был кешеләрҙе минең йортҡа алып бар. Мал һуйып, һый әҙерлә — бөгөн төшкөлөктө улар минең менән ашаясаҡ.

17 Йософтоң әмерен үтәп, баш хеҙмәтсе ағай-энеләрҙе уның йор то на алып китте. 18 Туғандары, Йософтоң өйөнә алып ба-рыуҙарынан шомланып, бер-береһенә:

— Беҙҙе унда тоҡтарыбыҙҙағы теге көмөш өсөн алып бармайҙармы икән? — тиештеләр. — Улар һөжүм итеп беҙгә ташланырҙар ҙа үҙебеҙҙе ҡол итерҙәр, ишәктәребеҙҙе тартып алырҙар инде!

19 Өйҙөң ишеге төбөндә улар баш хеҙмәтсегә мөрәжәғәт итте:

20 — Беҙгә бер нәмә әйтергә рөхсәт ит әле, әфәндебеҙ! Беҙ бында ашлыҡ алырға бер тапҡыр килгәйнек инде. 21 Ә кире ҡайтып барғанда төндә ял итергә туҡтағас, тоҡтарыбыҙҙы асҡайныҡ, һәр беребеҙҙең тоғонда ашлыҡ өсөн күпме түләгән булһаҡ, шул саҡлы көмөш ятҡанын күрҙек. Беҙ ул көмөштө кире алып килдек. 22 Яңынан ашлыҡ һатып алырға тағы көмөш килтерҙек. Ә теге ваҡытта беҙҙең тоҡтарға көмөштө кем һалғандыр, беҙ белмәйбеҙ.

23 — Тынысланығыҙ, — тине уларға хеҙмәтсе, — ҡурҡмағыҙ. Моғайын, һеҙҙең Аллағыҙ — атайығыҙ Аллаһы — тоҡтарығыҙға хазина һалғандыр. Ул саҡта мин көмөштө тулыһынса алғайным!

Шунан уларға Шимонды алып килде. 24 Барыһын да Йо-софтоң өйөнә саҡырҙы, аяҡтарын йыуырға һыу килтерҙе, ишәктәренә ашарға бирҙе. 25 Ағай-энеләр бүләктәрен сығарып теҙеп һалды ла Йософтоң төшкөлөккә ҡайтҡанын көтөргә ултырҙы: төшкө ашты уның менән ашарһығыҙ, тип әйтелгәйне уларға. 26 Йософ өйөнә ҡайтҡас, бүләктәрен бирҙеләр ҙә уның алдына йөҙ түбән йығылдылар. 27 Ә ул, сәләм биргәндән һуң, һора ны:

— Оло йәштәге атайыбыҙ бар, тигәйнегеҙ, уның хәле нисек? Иҫәнме әле ул?

28 — Атайыбыҙ, һеҙҙең ҡолоғоҙ, иҫән-аман йәшәп ята, — тип яуапланы туғандар, уның алдында тағы ергә ҡапланып.

29 Йософ Бинйәмингә, бер туған ҡус ты һы на, ҡа ра ны ла:

— Һеҙ әйткән иң кесе ҡустығыҙ ошомо? — тип һораны.

Шунан өҫтәп ҡуҙы:

— Алла һаҡлай күрһен һине, улым!

30 Йософтоң күңелен ҡустыһына ҡарата шундай яратыу-һағыныу тойғоһо солғап алды — саҡ илап ебәрмәне. Ул тиҙ генә икенсе бүлмәгә сығып китте лә шунда күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. 31 Бер аҙҙан йыуынып, яңынан ҡунаҡтар янына сыҡты, үҙен ҡулға алып, ашарға килтерергә ҡушты. 32 Йософҡа ашарға — айырым, ҡунаҡтарға — айырым, мысырҙарға айырым ҡуйҙылар (мысырҙар йәһүдтәр менән бергә ашауҙы хурлыҡ һанай ине). 33 Ағай-эне Йософ алдында тәртип буйынса — олоһонан башлап кесеһенә табан — теҙелешеп ултырҙы һәм аптырашып бер-береһенә ҡарашты.34Йософ уларға үҙенең өҫтәленән дә һый ебәрҙе, ә Бинйәмингә ул башҡаларға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк бирҙе. Йософ менән бергә ашап-эсеп, күңел асып ултырҙылар.

Йософтоң ағаларын һынағаны

Л Л 1 Йософ баш хеҙмәтсеһенә былай тине:

II — Уларҙың тоҡтарын күтәрә алған тиклем ашлыҡ менән тул тыр. Һәр бе ре һе нең тоғоноң ауы ҙы на алып килгән көмөшөн кире һал. 2 Ә иң кеселәренең тоғона көмөш менән бергә минең көмөш һауытымды ла һал.

Теге, Йософ нисек ҡушһа, шулай эшләне. 3 Таң атыу менән ҡунаҡтарҙы ишәктәре-ние менән өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙеләр.

4 Бер туғандар ҡаланан сығып алыҫ китеп тә өлгөрмәне, Йософ баш хеҙмәтсеһенә былай тине:

— Тиҙ генә уларҙы ҡыуып ет! Ә ҡыуып еткәс, әйт: «Ниңә һеҙ яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙегеҙ? 5 Хужам шарап эсә, күрәҙәлек итә торған һауыт түгелме һуң был? Бик насар эш ҡылғанһығыҙ», — тиң.

6 Баш хеҙмәтсе уларҙы ҡыуып етте лә ҡушылғанды әйтте. 7Ағай-энеләр быға яуап итеп:

— Ниңә улай тиһең, әфәндем? Беҙ ҡолдарың һис кенә лә быны эшләй алмаҫ инек. 8 Беҙ тоғобоҙҙа ҡайтҡан көмөштө лә Ҡынаандан һиңә кире килтерҙек бит! Шулай булғас, хужаңдың көмөшөн йәки алтынын ала булабыҙмы ни беҙ? 9 Әгәр беҙҙең беребеҙҙә урланған әйбер табылһа, әйҙә, ул язаһын алһын, ә беҙ әфәндебеҙҙең ҡолдары булып ҡалайыҡ.

10 — Яҡшы, һеҙ әйткәнсә булһын, — тине баш хеҙмәтсе, — тик урланған әйбер кемдә табылһа, шул ҡол булып ҡалыр, ә ҡалғандар өйҙәренә ҡайтып китер.

11 Туғандар ҡабаланып тоҡтарын ергә төшөрҙө, ауыҙҙарын систе. 12 Хеҙмәтсе уларҙың барыһын да тәртип буйынса — олоһонан кесеһенә тиклем — тикшерҙе: һауыт Бинйәминдә табылды.

13 Ағайҙары ҡайғынан кейемдәрен йыртҡыланы, йөктәрен ишәктәренә кире тейәп, ҡалаға әйләнеп килде.

14 Йәһүҙә менән туғандары килгәндә Йософ өйҙә ине. Уның алдына йөҙ түбән йығылдылар. 15 Йософ былай тине:

— Ниңә быны эшләнегеҙ? Минең кеүек кеше күрәҙәлек итеп тә белә алыр, тип уйламанығыҙмы?

16 — Ни әйтәйек инде, әфәндем? — тине Йәһүҙә. — Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы таныта. Ошо көндән башлап, әфәндебеҙ, беҙ һеҙҙең ҡолдарығыҙ — һауыт табылған кеше лә, ҡалғандарыбыҙ ҙа.

17 — Юҡ, — тине Йософ, — мин улай эшләмәйем! Һауыт кемдә табылған, шул кеше минең ҡолом була, ә һеҙ тыныс ҡына атайығыҙ янына ҡайтып китегеҙ.

18 Шунда Йәһүҙә Йософҡа былай тине:

— Әфәндем! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, әфәндем. Һин фирғәүен менән бер бит!

19 Һин, әфәндем, беҙ ҡолдарыңдан: атайығыҙ бармы, ағай-энеләрегеҙ тағы бармы тип һорағайның. 20 Беҙ һин әфәндебеҙгә: атайыбыҙ бар, тик ул ҡарт инде, уның иң кесе улы бар, тип әйткәйнек. Был уның ҡартайғас ҡына тыуған балаһы ине. Ул бер әсәнән тыуған балаларҙан яңғыҙы ғына иҫән ҡалды, ә ағаһы үлде, тигәйнек. Атайыбыҙ уны ныҡ ярата. 21 Һин беҙ фәҡирҙәреңә иң кесе ҡустыбыҙҙы алып килергә ҡуштың. 22 Беҙ, әфәндебеҙ, һиңә, уға атайыбыҙҙы ҡалдырып китергә ярамай, атайыбыҙ уның менән айырылышыуҙы күтәрә алмаясаҡ, тигәйнек. 23 Ә һин беҙ фәҡирҙәреңә, кесе ҡустығыҙ килмәһә, күҙемә лә күренмәгеҙ, тинең.

24 Беҙ өйгә, атайыбыҙ янына, ҡайтҡас, уға һин әйткән һүҙҙәрҙе еткерҙек, әфәндем. 25 Ә атайыбыҙ беҙгә тағы аҙыраҡ ашлыҡ алып ҡайтырға ҡушҡас, 26 уға: бәләкәй ҡустыбыҙҙан башҡа бармайбыҙ, унан башҡа беҙ уның күҙенә лә күренә алмайбыҙ, тинек. 27Шунан һуң атайыбыҙ, һинең ҡолоң, беҙгә былай тине: «Үҙегеҙ беләһегеҙ: ҡатыным ике ул тапҡайны. 28Береһе юҡ булды. Уға йыртҡыс һөжүм иткәндер, тип уйланым, бүтән мин уны күрмәнем. 29 Хәҙер икенсеһен дә алып китәһегеҙ. Әгәр уның менән бер-бер хәл булып ҡуйһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғынан гүргә индерәһегеҙ инде».

30 Хәҙер мин өйгә атайым, һинең ҡолоң янына, уның йәндәй күргән улынан башҡа ҡайта аламмы? 31 Ата йы быҙ уның арабыҙҙа юҡ икәнен күреү менән йән бирәсәк. Һинең ҡолоң, сал сәсле атайыбыҙ, беҙҙең арҡала ҡайғыһынан теге донъяға китәсәк! 32 Мин ҡолоң, атайыма: башым менән яуап бирәм, ҡустымды алып ҡайтмаһам, һинең алда мәңге ғәйепле булырмын, тигәйнем. 33 Зинһар, бында уның урынына ҡолоң мин ҡалайым! Ә ул ағалары менән ҡайтып китһен. 34 Мин унан башҡа өйгә ҡайтып, атайымдың хәсрәткә бат ҡанын күрә алма йым!

Претензии к содержанию