Страница 19 из 24
Ағаларының Йософто танығаны
Л Ё 1 Йософ сит кешеләр алдында түҙеп тора алмаҫ хәлгә килде.
— Бөтәгеҙ ҙә сығығыҙ! — тип ҡысҡырҙы Йософ. Йософ үҙенең кем икәнен танытҡанда эргәлә бер кем дә юҡ ине. 2 Әммә ул шул тиклем ҡысҡырып иланы, уны Мысыр кешеләре лә ишетте, һүҙ фирғәүен һарайына ла барып етте.
3 — Мин Йософ, — тине ул ағаларына. — Атайым нисек, иҫәнме әле?
Тегеләр иһә, шаҡ ҡатып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо.
4 — Яҡын килегеҙ, — тине Йософ. Ағалары уның янына килде.
— Был мин, Йософ, — тине ул уларға, — һеҙ Мысырға һатҡан ҡустығыҙ. 5 Ләкин бының өсөн үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ, өҙгөләнмәгеҙ. Һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн Алла мине бында Үҙе ебәргән. 6 Аслыҡ башланғанға бына ике йыл инде, әле биш йыл ер һөрөү ҙә, ураҡ урыу ҙа булмаясаҡ. 7Алла мине бында һеҙҙән алда нәҫел-ырыуығыҙ ерҙә һаҡланып ҡалһын — һаҡланып ҡалһын да күбәйһен өсөн — ебәргән.
8 Һеҙ түгел — Алла мине бында ебәргән дә шуны насип иткән: фирғәүендең баш вәзире — уның бөтә мөлкәтенең хужаһы һәм бөтә Мысыр ерендә хөкөм йөрөтөүсе булып киттем мин хәҙер.
9 Тиҙерәк атайым янына ҡайтығыҙ ҙа әйтегеҙ уға: «Улың Йософ шуны мәғлүм ҡыла: Алла мине бөтә Мысырҙың хакимы итте. Һис кисекмәҫтән килеп ет. 10 Һин улдарың, ейәндәрең менән, бөтә көтөүҙәрең, мал-мөлкәтең менән минән алыҫ түгел — Гошен ерендә урынлашырһың. 11 Һин унда бер ниндәй мәхрүмлек күрмәй йәшәрһең, ғаиләң дә, мал-тыуарың да мохтажлыҡ кисермәҫ — сөнки алда биш йыл аслыҡ тора әле».
12 — Күреп тораһығыҙ, — тине Йософ. — Ҡустым Бинйәмин, һин дә күрәһең! Был мин, мин бит һеҙҙең менән һөйләшәм!
13 Мысырҙа минең ниндәй бөйөк һәм шөһрәтле кеше икәнемде атайыма һөйләгеҙ. Нимәләр күргәнегеҙҙе һөйләгеҙ ҙә атайымды тиҙерәк бында килтерегеҙ!
14 Ул ҡустыһы Бинйәминде ҡосаҡлап алды ла илап ебәрҙе, Бинйәмин дә уны ҡосаҡлап иланы. 15Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.
16 Йософҡа ағайҙары килгән, тигән хәбәр фирғәүен һарайына ла барып ишетелде. Фирғәүен һәм уның янындағы кешеләр был хәбәргә һөйөндө. 17 Фирғәүен Йософҡа былай тине:
— Ағайҙарыңа Ҡынаанға барып, атайыңды һәм үҙҙәренең ғаиләләрен бында килтерергә ҡуш. 18 Мин уларға Мысырҙа иң яҡшы ерҙәрҙе бирермен, илебеҙҙәге муллыҡтың рәхәтен күрһендәр! 19 Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-сағалар өсөн көймәле арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр. 20 Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр.
21 Исраил улдары шулай эшләне. Йософ, фирғәүен әйткәнсә, уларға көймәле арбалар, юлға аҙыҡ, 22 һәр береһенә өр-яңы кейем, Бинйәмингә өс йөҙ шекел көмөш һәм биш ҡат кейем бирҙе. 23 Атаһына Мысыр ерендәге һәр төрлө ниғмәттән ун ишәккә тейәп оҙатты, тағы ун ишәккә иген, икмәк, юлға башҡа төрлө аҙыҡ-түлек тейәтте.
24 — Барығыҙ, юлда ғауғалашмағыҙ, — тине ул туғандарына хушлашҡанда.
25 Улар Мысырҙан китеп, Ҡынаанға аталары янына ҡайтып етте.
26 — Йософ тере, — тине улар Яҡупҡа, — хәҙер ул бөтә Мысырға идара итә.
Яҡуптың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды: быға ышана алманы. 27Ләкин улдары уға Йософтоң әйтеп ебәргән һүҙҙәрен һөйләгәс, үҙен алырға тип Йософ ебәргән көймәле арбаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәс, Исраилдың рухы күтәрелде, 28 былай тине:
— Етте! Улым Йософ иҫән-һау! Үлерҙән алда уны барып күрәйем!
Ағаларының өсөнсө тапҡыр атайҙары менән килгәне
Л 1 Исраил, бөтә мөлкәтен йыйып алып, юлға сыҡты.
Бәғәр-Шәвәгә килеп еткәс, ул атаһы Исхаҡ мәрхүм рухына ҡорбан салды.2Шул төндө ул төшөндәгеләй Алланың тауы шын ишет те:
— Яҡуп, Яҡуп, — тип өндәште уға тауыш.
— Эйе, — тип яуап бирҙе Яҡуп.
3 Алла былай тине:
— Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, бар Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын. 4 Мысырға һеҙҙең менән Мин Үҙем барам, Үҙем үк һеҙҙе унан алып та сығырмын. Йософ күҙҙәреңде үҙ ҡулдары менән йомдорор.
5 Яҡуп Бәғәр-Шәвәнән ҡуҙғалып китте.
Улдары аталары Яҡупты, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы фирғәүен ебәргән көймәле арбаларға ултыртып алып китте; 6 алдан мал көтөүҙәре, Ҡынаандағы мөлкәттәре тейәлгән арбалар бара ине. Шулай итеп, Яҡуп бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырға күсенде: 7улдарын, ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен — барлыҡ ырыуын Мысырға алып килде ул.
8-15 Бына Исраилдың Мысырға күсеп килгән улдарының исемдәре:
Яҡуп һәм уның улдары.
Рәүвән, баш балаһы, һәм уның улдары: Ханох, Паллу, Хес-рон һәм Карми.
Шимон һәм уның улдары: Иемуел, Ямин, Оһад, Яхин, Сохар һәм Шаул — ҡынандарҙан алған ҡатынының улы.
Леви һәм уның улдары: Гершон, Кеһат һәм Мерари.
Йәһүҙә һәм уның улдары: Эр, Онан, Шела, Перес һәм Зерах.
Эр менән Онан Ҡынаанда саҡта уҡ вафат булды, ә Перестың Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы.
Исасхар һәм уның улдары: Тола, Пуа, Йов һәм Шимрон.
Зевулун һәм уның улдары: Серед, Элон һәм Яхлеел.
Былар — Яҡуптың Лиәнән тыуған балалары: ҡыҙы Динә менән ошо улдары Паддан-Арамда тыуғайны. Улдары һәм ҡыҙҙары менән бөтәһе утыҙ өс кеше.
16-18 Яҡуптың Зилпанан (Лаван уны ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп биргәйне) тыуған балалары:
Ғад һәм уның улдары: Сифион, Хагги, Шуни, Эсбон, Ери, Ароди, Арели.
Ашер һәм уның улдары: Имна, Ишуа, Ишуи һәм Брия. Уларҙың һеңлеһе Серах. Брия улдары: Хевер һәм Малкиел.
Яҡуп тың Зилпанан тыуған ба ла лары: ун алты кеше.
19-22 Яҡуптың Рәхиләнән тыуған улдары: Йософ һәм уның улдары Менашше менән Эфраим. Улар Мысырҙа Илиополь ҡаһины Потипераның ҡыҙы Аснаттан тыуҙы.
Бинйәмин һәм уның улдары: Бела, Бехер, Ашбел, Гера, Наа-ман, Эхи, Рош, Муппим, Хуппим һәм Ард.
Яҡуп менән Рәхиләнән таралған нәҫел: барлығы ун дүрт кеше.
23-25 Яҡуптың Билһанан (Лаван уны ҡыҙы Рәхиләгә хеҙмәтсе итеп биргәйне) тыуған балалары:
Дан һәм уның улы: Кушим.
Нафтали һәм уның улдары: Яһзеэл, Гуни, Йесер һәм Шил-лем.
Был Яҡуптың Билһанан таралған тоҡомо: бөтәһе ете кеше.
26 Яҡуп менән Мысырға килгән нәҫел-нәсәбе — килендәрен һанамайынса — алтмыш алты кеше ине. 27Йософтоң Мысырҙа улар килгәнсе үк ике улы тыуғайны. Яҡуптың Мысырға күскән бөтә ырыуы етмеш кешенән тора ине.
28 Ә Йәһүҙәне Яҡуп Йософҡа алдан ебәрҙе, ул уларҙы Гошенда ҡаршыларға тейеш ине.
Улар Гошенға килеп етте. 29 Йософ ике тәгәрмәсле еңел арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Бына ул атаһы алдына барып баҫты, ҡосаҡлап алды һәм атаһының ҡосағында тыйыла алмай иланы. 30 Ис ра ил Йо соф ҡа:
— Һине имен-аман күрҙем, инде үлһәм дә үкенмәйем, — тине.
31 Йософ ағаларына һәм барлыҡ туған-ырыуына әйтте:
— Хәҙер фирғәүенгә, минең яныма Ҡынаандан ағайҙарым менән бөтә нәҫел-ырыуым килде, тип хәбәр итергә барам.
32 Улар — мал бағыусылар, һарыҡ көтәләр, үҙҙәре менән ваҡ һәм эре малдарын, бөтә мөлкәттәрен алып килгәндәр, тиәсәкмен.
33 Ә фирғәүен, нимә менән шөғөлләнәһегеҙ, тип һораһа, 34 былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә ҡалдырырҙар, сөнки һарыҡ көтөүселәрҙе Мысыр кешеләре хәрәмгә һанай.
л гп 1Фирғәүен янына килгәс, Йософ былай тине:
1 / — Ҡынаандан атайым менән ағайҙарым килде, үҙҙәре менән барлыҡ мал-тыуарын, булған мөлкәттәрен алып килгәндәр. Әле улар Гошен ерендә.
2 Йософ фирғәүен янына биш ағаһын алып килгәйне. 3 Фирғәүен:
— Ни менән көн күрәһегеҙ? — тип һораны.
— Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, һарыҡ көтәбеҙ.
4 Тағы былай тип өҫтәнеләр:
— Беҙ был ергә күсенеп килдек. Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мал көтөргә ер юҡ, сөнки Ҡынаанда хәҙер бик көслө аслыҡ. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине.
5 — Һиңә атайың менән ағайҙарың килгән — 6 әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр: бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларҙы минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.
7 Шунан Йософ фирғәүен янына атаһы Яҡупты алып килде. Яҡуп фирғәүенгә фатихаһын бирҙе. 8 Фирғәүен унан:
— Нисә йәш һиңә, аҡһаҡал? — тип һораны.
9 — Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, — тип яуап бирҙе Яҡуп. — Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың фани донъялағы ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.
10 Хушлашҡанда Яҡуп фирғәүенгә фатиха ҡылып сығып китте.
11 Йософ, фирғәүен ҡушҡанса, атаһы менән ағаларын Мысыр-ҙың яҡшы еренә, Рамзес төбәгенә урынлаштырҙы, шунда ер бүлеп бирҙе. 12 Йософ атаһына, ағаларына, барлыҡ туған-ырыуы на, ғаиләләге ба ла лар һа ны на ҡарап, иген өләште.
Мысырҙа аслыҡтың көсәйгәне
13 Бер ерҙә лә иген юҡ ине, аслыҡ көсәйҙе. Мысыр менән Ҡынаан ере лә бөлә барҙы. 14 Халыҡҡа иген һатып, Йософ фирғәүен ҡаҙнаһына Мысыр һәм Ҡынаан ерендәге булған бөтә көмөштө йыйып алды. 15 Мысырҙа ла, Ҡынаанда ла көмөш бөткәс, Мысыр халҡы Йософҡа:
— Иген бир беҙгә! Күҙ алдыңда ятып үләйекме ни? Көмөш юҡ, — тип ялбарҙы.