Страница 21 из 24
Ул Ҡөҙрәтле, Ул фатиха бирер.
Ул фатиха яуыр асмандан,
Ул фатиха ҡалҡыр упҡындан һәм дә имсәк менән ҡарындан,
26 фатиха ҡылыр сәскә һәм башаҡ, сал тауҙар ҙа фатиха ҡыласаҡ,
мәңге ятҡан ҡалҡыулыҡтар байлығын йомарт бирер, һәм быларҙың барыһы ла Йософ өлөшөнә төшөр, ағай-эне араһынан Йософ тәҡдиренә яҙылыр.
27 Бинйәмин — йыртҡыс бүре кеүек, һәр саҡ һуғышыр ҙа йөрөр, иртән ҡор ба нын кимерһә, кисен өҙгөләр та бы шын.
28 Бына шундай Исраилдың ун ике ырыуы — аталары уларға фатихаһын ҡылды. Һәр ырыуға айырым фатиха бирелде.
Яҡуптың вафаты
29 Яҡуп улдарына былай тине:
— Оҙаҡламай мин теге донъяға китермен. Мине ата-бабаларым янына, хет Эфрон баҫыуындағы мәмерйәлә ерләгеҙ. 30 Был мәмерйә Ҡынаан ерендә, Мамре янында, Махпела баҫыуында булыр, ә ул баҫыуҙы ҡартатайым Ибраһим хет Эфрондан зыярат урыны итеп һатып алған. 31 Ҡартатайым Ибраһим менән өләсәйем Сара ла, Ғаяз менән Рабиға ла шунда ерләнгән, мин Лиәне лә шунда күмдем. 32 Баҫыу ҙа, ундағы мәмерйә лә хеттарҙан һатып алынған.
33 Улдарына ошо васыяттарын әйтеп, Яҡуп түшәгенә ятты ла йән бирҙе, әхирәткә күсте.
1 Йософ атаһының кәүҙәһе өҫтөнә йығылды, илай-илай, ^ V/ мәрхүмде үпте. 2 Хеҙмәтсе табиптарына ул мәйетте бәлзәмләргә әмер бирҙе, Мысыр кешеләре, мәйетте күммәйенсә, етмеш көн иланылар. 3 Табиптар, ғәҙәттәгесә, мәйетте ҡырҡ көн буйына бәлзәмләне, ә мысырҙар мәрхүм хаҡына етмеш көн иланы. 4 Матәм ваҡыты үткәс, Йософ фирғәүен янындағы кешеләргә:
— Зинһар өсөн, фирғәүенгә әйтегеҙ әле, 5 атайым минән ант иттергәйне: мин үлгәс, Ҡынаанда, үҙем алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә күмегеҙ, тигәйне. Мин атайымды алып барып ерләргә рөхсәт итеүен һорайым — һуңынан ҡайтырмын, — тип мөрәжәғәт итте.
6 Фирғәүен рөхсәт бирҙе.
— Бар, атайыңды ҡуйып ҡайт. Антыңды үтә, — тине ул.
7 Йософ атаһын ерләргә тип юлға сыҡты, уның менән бергә фирғәүендең барлыҡ түрәләре, бөтә һанаттары, Мысыр иленең аҡһаҡалдары, 8 Йософтоң бар ғаиләһе, ағай-энеләре һәм нәҫел-ырыуы китте. Гошен ерендә бала-саға менән мал-тыуар ғына ҡалды. 9 Уны ике тәгәрмәсле еңел арбалар, һыбайлылар һәм бик күп халыҡ оҙата барҙы.
10 Иордан аръяғындағы Горен Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай башланы — Йософтоң атаһы өсөн тағы ете көн иланы улар. 11 Ҡынаанда йәшәгән кешеләр, Горен Атадтағы матәмде күреп:
— Ҡара, нисек үкһеп илай был мысырҙар! — тиеште.
Шуға ла Иордан аръяғындағы был урын «Мысырҙар илаған»
тип атала.
12 Уландары аталарының ихтыярын үтәне:13уның мәйетен Ҡынаанға алып ҡайтып, Махпела баҫыуындағы мәмерйәлә ерләнеләр. Был мәмерйәне Ибраһим хет Эфрондан зыярат урыны итеп һатып алғайны — Мамренан алыҫ түгел ул. 14 Ерләгәндән һуң, Йософ, уның ағай-энеһе, улар менән барған бөтә кешеләр Мысырға ҡайтты.
Йософтоң ағалары менән ярашҡаны
15 Аталары үлгәс, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?» 16 Улар Йософҡа кеше аша ошо һүҙҙәрҙе еткерҙе:
17 — Үлер алдынан атайыбыҙ һиңә былай тип әйтергә васыят итте: «Һинән шуны һорайым: ағайҙарыңдың гонаын, ғәйептәрен — һиңә күрһәткән яуызлыҡтарын ярлыҡа». Ғәфү ит беҙҙе, беҙ ҙә бит бер ата-баба ның Ал ла һы ҡо ло боҙ!
Йософ был һүҙҙәрҙе илай-илай тыңланы.
18 Ағай-энеләре килеп, уның алдында ергә ҡапланды:
— Ошо көндән башлап беҙ һинең ҡолдарың! — тинеләр.
19 — Ҡурҡмағыҙ, — тип яуап бирҙе Йософ. — Һеҙҙе хөкөм итергә мин Ал ла мы ни? 20 Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды! 21 Ҡурҡмағыҙ. Мин һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы ҡайғыртасаҡмын.
Ошо һүҙҙәр ағай-энене тынысландырҙы, күңелдәре рәхмәт тойғоһо менән тулды.
22 Йософ бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырҙа төпләнде. Ул йөҙ ҙә ун йыл йәшәне; 23 уға бүләләрен — Эфраимдың ейәндәрен күрергә, Менашшеның улы Махирҙың яңы тыуған балаларын теҙенә алырға насип булды.
24 — Оҙаҡламай мин үлермен, — тине Йософ ағай-энеләренә. — Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә илтифат ҡылыр һәм һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.
25 Йософ Исраил халҡынан ант иттерҙе: Алла һеҙгә илтифатын һалып, Мысырҙан сыҡҡанда, минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ, тине ул.
26 Йософ йөҙ ҙә ун йәштә вафат булды. Уның мәйетен бәлзәмләп, Мысырҙа табутҡа һалдылар.
Ҡушымталар Һуңғы ьүҙ
+
һүҙлек
+
Карталар
Библия, йәғни Изге Яҙма, төрлө ваҡытта, төрлө урында, төрлө кешеләр тарафынан яҙылған китаптар йыйылмаһынан тора. Ул Иҫке һәм Яңы Ғәһедкә бүленә. Иҫке Ғәһед китаптары — Ғайса пәйғәмбәргә тиклемге замандар, ә Яңы Ғәһед Ғайса пәйғәмбәр һәм уның шәкерттәре тураһында һөйләй. Яңы Ғәһед — боронғо грек телендә, Иҫке Ғәһед китаптары боронғо йәһүд, арамей һәм боронғо грек телдәрендә яҙылған. Иҫке Ғәһед өс өлөштән тора: Ҡанундар, Пәйғәмбәрҙәр, Яҙмалар. Уның тәүге биш китабын Ҡанундар йәки Мусаның биш китабы тәшкил итә. «Башланмыш» — Муса китаптарының тәүгеһе. Һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителгән тәржемә ВШНа НеЪгака ЗШИдаг^еп^а 1 баҫмаһы буйынса башҡарылды. Бөгөнгө көндә ул — масорет 2 текстарының иң абруйлы баҫмаһы.
Тәржемәселәр баштан уҡ башҡортсаға ауҙарылған текста башҡа сығанаҡтар, мәҫәлән, боронғораҡ ҡулъяҙмаларға таяныуына ҡарамаҫтан, Септуагинта — Мусаның биш китабының грексаға тәржемәһе, тәҡдим иткән варианттарҙы күрһәтмәҫкә ҡарар итте. Шулай итеп, беҙ төрлө сығанаҡтарҙан йыйылған фәнни тупланмалар һәм тәржемәселәрҙең фараздары емешен түгел, ысын тексты нисек бар, шулай килеш күрһәтер өсөн, Иҫке Ғәһедте урыҫ теленә тәржемә итеү традицияларынан 3 баш тарттыҡ.
Изге Яҙманың башҡорт теленә тәүге тәржемәләре XIX быуат аҙағы — XX быуат баштарында барлыҡҡа килгән һәм Яңы Ғәһед китаптары менән Иҫке Ғәһедтең һайланма урындары нәшер ителгән. 1917 йылғы революциянан һуң Изге Яҙманы башҡортсаға әйләндереү эше туҡтап ҡалған. Оҙаҡ йылдар буйы башҡорт уҡыусылары донъя мәҙәниәтенең хазинаһы булған Изге Яҙма китаптарын үҙ телендә уҡыуҙан мәхрүм булды. Үткән быуат дауамында Библияны өйрәнеү фәне бик ныҡ алға китте, филологтар һәм дин белгестәре, телселәр һәм тарихсылар, археологтар етди тикшеренеү эштәре алып бара.
2002 йылдан Рәсәй Библия йәмғиәтендә Иҫке Ғәһед китаптарын башҡортсаға тәржемә итеү башланды. Изге Яҙма китаптары башҡортсаға тәүләп аралашсы телдәр — урыҫ, грек, төрөк телдәре ҡатнашлығынан тыш, туранан-тура төп нөсхәнән — боронғо йәһүд теленән — ауҙарыла. Бының өсөн тәржемәселәр Рәсәй Библия йәмғиәте ойошторған махсус курстарҙа уҡыны, унда боронғо йәһүд телен, боронғо Яҡын Көнсығыш тарихын, тәржемә теорияһын өйрәнде. Тәржемә барышына библеистика, дин фәне, лингвистика өлкәһендәге Рәсәй һәм сит илдәр белгестәре етәкселек итә.
Тәржемәселәр алдына бик ҡатмарлы бурыс ҡуйылды: Иҫке Ғәһед китаптарын хәҙерге әҙәби башҡорт теленә тәржемә итергә, боронғо текстың динамикаһын мөмкин тиклем тулы һаҡларға, башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе ҡулланмаҫҡа тырышырға, тәржемәне архаизмдар менән сүпләмәҫкә һәм уның башҡорт уҡыусыһына аңлайышлы булыуына өлгәшергә. Бынан тыш тәржемә ниндәй ҙә булһа тышҡы дини йоғонтонан азат булырға һәм мәғәнәүи йәһәттән төп нөсхәгә ҡәтғи тап килергә тейеш.
Шуның өсөн тәржемә проектына дини ҡараштары һәм инаныу-ҙары буйынса төрлө диндәр вәкилдәре йәлеп ителде. Уларҙың һәммәһен дә бер теләк берләштерә: ябай һәм матур тәржемә яһау.
«Башланмыш» китабының башҡортса исеме — уның төп йөкмәткеһен бер һүҙҙә сағылдырырға тырышыу. Был китап төрлө телдәрҙә һәм мәҙәниәттәрҙә төрлөсә йөрөтөлә: боронғо йәһүд телендә ул китаптағы иң беренсе һүҙ буйынса «Берешит», йәғни «Башта» тип аталған, гректар иһә «Генезис» — «барлыҡҡа килеү» тип исемләгән.
«Башланмыш» — Библиялағы иң матур һәм таң ҡалдырғыс, шул уҡ ваҡытта иң ҡатмарлы китаптарҙың береһе. Тәржемәселәрҙең тырышлығына ҡарамаҫтан, уҡыусы ҡайһы ваҡыт ҡапма-ҡаршылыҡ, сәйер ҡабатлау булып күренгән урындарға осрар. Был бер ҙә ғәжәп түгел. Беренсенән, «Башланмыш» китабы — бөтөнләй башҡа жанр ҡанундарына һәм стиль талаптарына таянған боронғо шәреҡ әҙәбиәте әҫәре. Миҫал өсөн, тамырҙаш һүҙҙәрҙе күп ҡулланыу, ҡабатлауҙар бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда етешһеҙлек булып тойолһа, ул заманда, киреһенсә, үҙенә күрә бер биҙәк һаналған.
Икенсенән, «Башланмыш»ҡа бик күп метафоралар, кинәйәләр, мәҡәл һәм әйтемдәр ингән һәм ул мәликтәрҙең юғарылағы, әҙәмдәрҙең урталыҡтағы, үлеләрҙең ҡараңғы донъяһынан ғибәрәт булған ғәжәйеп үҙенсәлекле донъяны һүрәтләй. Ниһайәт, ул әхлаҡ, никах, дуҫлыҡ, ғаилә тураһында бөтөнләй башҡаса төшөнсәләр бирә. Шул сәбәпле беҙ тәржемәгә ҙур булмаған һүҙлек ҡуштыҡ, унда боронғо йәһүдтәрҙең көнкүрешендәге һәм донъяға ҡарашындағы ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе аңлатырға тырыштыҡ.
Өсөнсөнән, уның структураһы ҡатмарлы, сөнки төрлө әҙәби жанрҙарға ҡараған өлөштәрҙән тора. Күптән булып үткән ваҡиғалар хаҡында һөйләгән «Башланмыш»тың нигеҙендә беҙгә билдәле булмаған «мөхәррир» тарафынан йыйылған һәм бер китапҡа тупланған яҙма һәм ауыҙ-тел ижадына ҡараған төрлө сығанаҡтар ята булһа кәрәк. Боронғо йәһүд тексы мең ярымдан ашыу үҙенсәлекле өлөштән * *** тора. Урта быуаттарҙа улар илле киҫәккә бүленгән. Әммә, бүленеш һәр урында ла уңышлы килеп сыҡҡан, тип булмай. Ә китап үҙе һуңғы тапҡыр беҙҙең эраға тиклемге IV быуатта Ғөзәйер пәйғәмбәр заманында мөхәррирләнгән булһа кәрәк.