Страница 22 из 24
Шулай ҙа «Башланмыш»ҡа төрлө тарих һәм хикәйәттәрҙең боронғо тупланмаһы тип кенә ҡарарға ярамай. Китап биттәрендәге күп ҡырлылыҡ һәм әҙәби формалар төрлөлөгө осраҡлы түгел.
Иң элек беҙ унда һүрәтләү барышына тамыҙылған шиғри юлдар менән йыш осрашабыҙ. Боронғо йәһүд шиғриәтенә рифма һәм үлсәм ҡанундары хас булмағанға күрә, улар яратылыу тураһында хикәйәләүҙә сит биҙәктәр итеп ҡабул ителмәй. Шиғриәт параллелизмдарға нигеҙләнгән, уларҙы беҙ һеҙгә шиғырҙарға ритм һәм рифма өҫтәп тормайынса еткерәбеҙ. Ғәҙәттә, шиғри юлдар телмәрҙе матурлау түгел, ә тыңлаусының (китап ҡысҡырып уҡылыр булған) иғтибарын иң мөһим урындарға йәлеп итеү өсөн ҡулланылған.
Артабан беҙ был китапта жанрҙар төрлөлөгө менән осрашабыҙ.
Ҡәҙимге һүрәтләү, шәжәрәләр, каталогтар, фатиха һәм ҡәһәрләү, килешеү протоколдары, мифик хикәйәттәр, ҡанун акттары — һәммәһе бар унда. Бындай төрлөлөк хәҙерге заман уҡыусыһы өсөн сәйер күренә, әлбиттә, сөнки ул шиғырҙы — шиғри йыйынтыҡтарҙа, шәжәрәләрҙе — тарих китаптарында, ҡанундарҙы шулай уҡ тейешле баҫмаларҙа күреп өйрәнгән. Әммә боронғо йәһүдтәрҙә ҡанундың ҡайҙан, ни өсөн килеп сыҡҡанын, ни өсөн уны үтәргә кәрәклеген аңлатмайынса ҡанун хаҡында һөйләү башҡа һыймаҫ эш һаналған. Улар һандар аша ғына тарих һөйләүҙе лә ҡабул итмәгән. Боронғо хронология — ул килешеүҙәр һәм тәүбабалар хронологияһы. Кеше тарихи ваҡиғаны тик билдәле бер тәүбаба, беренсе йәки икенсе килешеү дәүере менән бәйләгәндә генә ҡабул итер булған.
Китап донъя яратылғандан алып Яҡуп менән Рәхиләнең улы Йософтоң вафатына тиклемге арауыҡта булған ваҡиғаларҙы бәйән итә. Ул төп өс өлөштән тора: беренсеһендә — донъяны бар ҡылыу һәм дөйөм кешелек тарихының башы (1-11), икенсеһе Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп һәм уларҙың ғаиләләренә бағышланған (12-36), һуңғы өлөшөндә Йософ менән ағалары хаҡында хикәйәләнә.
Яратылмыш тарихы тәүге ике бүлектә үҙе бар ҡылған донъя сиктәренән тышта торған берҙән-бер Алла хаҡында һөйләй. Илаһи ихтыяр менән яратылғанға күрә, донъя шул ихтыярға ярашлы ғына йәшәй ала. Донъя осраҡлы ғына яратылмаған, ул — Алланың аңлы һәм ныҡ уйланылған ҡарарының һөҙөмтәһе. Кешене Алла рәүешендә һәм Аллаға оҡшатып бар ҡылыу яратылмыштың кульминацияһы булып тора. Әммә тупраҡтан яратылыуы кешенең илаһи сифаттарын бик сикләй. Күп илаһтарға табыныуҙан баш тартыуҙы китапта яуызлыҡ төшөнсәһен аңлау һәм һүрәтләүҙән дә күрергә мөмкин. Яратылмыштың яҡшы булыуы «Башланмыш»та даими рәүештә һыҙыҡ өҫтөнә алына. Был фекер «донъя үҙенең асылы менән боҙоҡ» тигән мәжүсиҙәрсә ҡарашҡа ҡырҡа ҡаршы килә. Эденда ҡылынған тәүге гонаһ тураһындағы хикәйәнән яуызлыҡ кешенең азат һәм буйһонмаҫ ихтыяры арҡаһында килеп сыҡҡанын күрәбеҙ. Тимәк, ул тәбиғи ҙә, ғәҙәттән тыш нәмә лә түгел, ә әхлаҡи күренеш. Мохтажлыҡ, бәлә-ҡазалар Алла яратҡан донъяның етешһеҙлегенән түгел, кешенең Алла ихтыярына буйһонмауынан килеп сыға. Ҡабилды ҡустыһын үлтергән өсөн язалау, аҙғын халыҡты һәләк иткән туфан һыуҙары, гонаһҡа батҡан Содом менән Аморра — барыһы ла илаһи тәртип барлығын һәм уны боҙған хәлдә кешенең мотлаҡ рәүештә яуапҡа тарттырыласағын күҙ уңында тота.
Кешелектең бер тамырҙан таралыуы тураһындағы фекер Алланың тәүге ҡушаға — Әҙәм менән Һауаны яратыуына арналған бүлектә бик матур тасуирлана. «Башланмыш»тағы оҙон шәжәрәләр иһә кешелектең үҫешен һүрәтләй. Китап тотош кешелекте бер ғаилә итеп күрһәтә: 10-сы бүлектә бының сағыу миҫалы — халыҡтар исемлеге бирелгән. Уға ярашлы донъялағы бөтә халыҡтар — Нухтың туфандан ҡотолған өс улының балалары.
Нухтың улы Шем икеләтә фатихалы (9:26) — уның нәҫел ебен Библия Алла тарафынан яңы халыҡтарҙың атаһы итеп һайлап алынған Ибраһим тыуғанға тиклем юллай. Ибраһимдың тәүге улы Исмәғил Алла фатихаһы менән бөйөк ғәрәп халҡының атаһы була. Исхаҡтан Исраил халҡы тарала. Яҡуптың илаһи фатиха алыуы тәүбабалар осороноң һуңғы өлөшөн билдәләй, һәм кешелектең ҡотҡарылыу тарихы башлана.
Алла менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ни рәү ешле һүрәтләнеүе «Башланмыш» китабының иң ғәжәйеп үҙенсәлектәренең береһе булып тора. Был мөнәсәбәттәрҙең нигеҙендә Алланың бәрәкәте булған ки ле шеү ята.
Килешеү тәүге тапҡыр Нух тураһында һөйләгәндә (9:8-17) иҫкә алына. Ибраһимдан башлап «Башланмыш»та килешеү темаһы иң мөһим урынды биләй. Ә китап, үҙ сиратында, бөтә Изге Яҙмаға инеш булып тора. Тәүбабаларға иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡом һәм улар йәшәйәсәк ер нәҙер ителә. Ибраһим Ҡынаанды мираҫ итеп аласаҡ бөйөк халыҡҡа нигеҙ һала (12:1-3; 13:15-17). Исхаҡ (26:3-4) менән Яҡупҡа ла шундай уҡ вәғәҙә бирелә (35:11-12). «Башланмыш»та килешеү — Алла үҙ теләге менән йөкләмә итеп алған бер яҡлы күренеш. Уның тантаналы һәм үҙгәрешһеҙ булыуы хайран ҡалдырғыс йола менән нығытып ҡуйыла (15).
«Башланмыш» китабының һуңғы өлөшө Алланың хәүеф-һынауҙар, хыянаттар һәм ҡайғылар аша, осраған ҡаршылыҡ һәм яуызлыҡтарға ҡарамаҫтан, кешене гелән яҡшылыҡҡа етәкләп алып сығыуына бағышланған. Ағалары Йософто мәкерле рәүештә ҡоллоҡҡа һатып ебәрһәләр ҙә, Алла уларҙың яуыз ғәмәлен яҡшылыҡҡа әйләндерә: йотлоҡ йылдарында Йософто Мысырҙың һәм ғаиләһенең ҡотҡарыусыһы итеп, Алла рәхмәтенең һәм илаһи ихтыярҙың ахыр сиктә бөтә яуыз көстәрҙе еңеп сығыуын иҫбатлай.
ҺҮҘЛЕК
АЛЛА рухы — «Руах» тигән боронғо йәһүд һүҙе тәүҙә «ел, еләҫлек» тигән мәғәнәлә ҡулланылған. Артабан был һүҙгә «Алла бар ҡылған тереклекте йәшәтеүсе йән» мәғәнәһе һалынған. Алла рухы үҙе иңгән кешегә үҙенсәлекле йоғонто яһай: уны ниндәйҙер ғәҙәттән тыш эштәргә этәрә. Алла Рухы берәйһендә оҙағыраҡ торһа, был әлеге кешенең Алла менән яҡын бәйләнештә булыуына ишара итеп ҡабул ителгән. Изге рух Алланың ижади ҡеүәте булып тора.
БАШ БАЛА — Бар тереклектең Алланан һәм Алланыҡы булы-уының билдәһе итеп баш ир бала Аллаға бағышланған. Был бағышлау баш бала урынына символик рәүештә мал ҡорбан итеү йолаһы менән оҙатылған.
ГОНАҺ — Изгелек менән яуызлыҡ төшөнсәләрен айырып ҡарау бөтә диндәрҙә лә тиерлек бар, ә гонаһты иһә дин ҡанунын, Алла һүҙен боҙоу тип аңларға кәрәк. Ләкин йәһүд, христиан һәм ислам диндәрендә генә гонаһ Алла менән мөнәсәбәттәрҙе боҙоуға килтерә. Индуизм менән буддизмда насар карма төшөнсәһе гонаһ мәғәнәһенә яҡын тора, насар карма тигәндә, яуыз эштәр ҡылып, үҙеңде лайыҡһыҙ күрһәткән осраҡта, йәндең күсеүе аша таҙарыныу мөмкинлеге күҙ уңында тотола. Исламда иң ҙур гонаһ — әҙәмдең тәкәбберлеге. Ул, Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы төшөп, кешенең бойондороҡһоҙ булырға тырышыуы-нан килеп сыға. Тәкәббер әҙәм Аллаға хеҙмәт итеү һәм буйһоноу зарурлығын инҡар итә. Көсһөҙ кешеләр генә Аллаһы Тәғәлә һыҙған йәшәйеш сиктәренән сығып китә, Аллаға тиңләшергә тырыша. Шулай итеп, исламда гонаһ кеше йомшаҡлыҡтарының эҙемтәһе тип ҡарала, иманһыҙлыҡ иһә тәкәбберлектең гонаһлы эҙемтәһе тип иҫәпләнә. «Башланмыш» китабында, бөтә Иҫке
Ғәһедтәге кеүек үк, гонаһ, золом менән ялғандың хакимлыҡ итеү эҙемтәһе булараҡ, ҡаза һәм ҡыйралышҡа килтерә. (Баш. 3:22 һәм артабан; 4:8; 6:5; 8:21). Гонаһҡа батыу тураһындағы хикәйә (Баш. 3) золомдоң ситтән килеүен күрһәтә, ләкин кеше эргәһендә уның көсө арта, ул кешегә баҫым яһай башлай, әгәр кеше, ошо баҫымға ҡаршы тора алмайынса, бирешһә, был гонаһ була (Баш. 3:6; 4:7). Гонаһ — ул кешенең үҙ Аллаһына түгел, ниндәйҙер башҡа көскә буйһоноуы (Баш. 3:1-6). Был, Библиялағы төшөнсәләргә ярашлы, Алланан сигенеү тип баһалана һәм Аллаға буйһоноуҙан баш тартыу эҙемтәһе тип ҡарала. Гонаһ алты төрлө кәүҙәләнештә осрай: — зарар килтереүсе золом эш (Баш. 3:5, 22; 4:7; 6:5; 8:21); — көс ҡулланыу, мәжбүр итеү (Баш. 4:8, 10; 6:11; 9:5; 34:2); — ялған һәм мәкер (Баш. 3:4-7; 9:21-23; 27:35; 37: 31-33; 39:12-20); — ғәҙелһеҙлек (Баш. 18:17-32; 19:4-11; 34:5-7); — дыуамаллыҡ (Баш. 34:7); — йола паклығын боҙоу (Баш. 7:2, 8; 8:20). Гонаһ һәр ваҡыт кешенең кешегә (Баш. 4:8; 20:9; 37:18; 40:1) йә Аллаға (Баш. 3:3, 6, 17; 6:5; 38:10) ҡаршы ҡылған ғәмәле булып тора, шунлыҡтан ул тәртипһеҙлек тип ҡабул ителә. Әҙәмдең гонаһҡа батырға әҙер тороуы хаҡындағы фекер ҙә Иҫке Ғәһедкә ят түгел (Баш. 6:5-6; 8:21). Кешенең гонаһлы булыуының сәбәбе уның көсһөҙлөгө һәм тотороҡһоҙлоғо менән аңлатыла (Баш. 6:3). Гонаһҡа батыу тураһындағы хикәйәлә гонаһ менән ғәйеп араһындағы тығыҙ бәйләнеш сағыу һүрәтләнә (Баш.
3:7-13). Унда гонаһлы булыу тиҙ арала Әҙәм менән Һауала ғәйепле булыу тойғоһон уята, был ғәйеп гонаһлыны ауыр йөктәй иҙә (Баш. 3:3; 20:3). Ғәйеп иң элек гонаһлының башына төшә, әммә йәмғиәттә бының менән генә сикләнеп ҡалмай, уны уратып алған социаль тирә-йүнде лә ағыулай (Баш. 34:30). Әммә Алла бәндәнең гонаһын да файҙаға әйләндереү ҡөҙрәтенә эйә (Баш. 50:20).
ДӨҢГӨР — Ҡара: МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ.