Страница 6 из 24
11 Раббы мәлиге уға тағы шуны әйтте:
— Әле ауырлыһың, һинең улың булыр. Уға Исмәғил, йәғни «Алла ишетер» тип исем ҡуш, сөнки һинең хәсрәтеңде Раббы үҙе ишетте.
12 Улың булыр егелмәгән тайҙай,
Һәр кешегә ҡулын күтәрер.
Барыһынан да үҙе шуны күрер,
Ситтә йәшәр туғандарынан.
13 Үҙе менән һөйләшкән Раббыны Хәжәр: «Эл-Рои», йәғни «Мине күргән Алла» тип атаны. Сөнки: «Мин Алланың үҙен күреп, Уны күргәндән һуң да иҫән ҡалдыммы икән ни?» — тине.
14 Шуға күрә Кадеш менән Беред араһында ятҡан был ҡоҙоҡ Беғер-Лахай-Рои тип атала.
15 Хәжәр Ибрамға ул табып бирҙе, Ибрам Хәжәрҙән тыуған улына Исмәғил тип исем ҡушты. 16 Хәжәр Исмәғилде тыуҙырғанда, Ибрам һикһән алты йәшендә ине.
Алланың Ибраһим менән Сараға ул вәғәҙәләгәне
Л 1 Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренде лә былай тине:
— Мин Ҡөҙрәтлеләрҙән-ҡөҙрәтле Алламын. Минең юлымдан йөрө, тәҡүәле бул. 2 Һинең менән килешеү төҙөйөм һәм нәҫел-нә сә бең де иҫәп һеҙ-һан һыҙ күп итәм.
3 Ибрам йөҙ түбән ергә йығылды, ә Алла уға:
4 — Мин һинең менән килешеүем шул, — тине. — Һин бик күп халыҡтарҙың атаһы булырһың. 5Исемең Ибрам түгел, Ибраһим, йәғни «күп халыҡтарҙың атаһы» булыр, сөнки һине бик күп халыҡтарҙың тәүатаһы итәсәкмен.
6 Сикһеҙ күп итермен ырыуыңды һинең, таралырҙар һинән тотош халыҡтар, нә ҫел-нә сә бең дән сығыр бат ша лар!
7 Һинең менән, тоҡомоң менән килешеү төҙөрмөн — был килешеүем мәңгегә булыр, быуындан-быуынға күсер: Мин һинең Аллаң, һинең нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.
8 Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо ерҙе Мин һиңә һәм нәҫел-ырыуыңа бирәсәкмен — ҡынаандарҙың бөтә ерен нәҫел-ыры уы ңа мәңгегә бирәсәкмен һәм уларҙың Ал ла һы бу ла саҡмын.
9 Алла Ибраһимға былай тине:
— Һин үҙең, һинән һуң нәҫел-нәсәбең быуындан-быуынға Минең менән килешеүҙе үтәр. 10 Минең һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе барлыҡ нәҫел-нәсәбең үтәһен: ир-аттарығыҙҙың һәммәһе лә сөннәтле булһын. 11 Минең менән килешеү билдәһе итеп енес ағзаһы осондағы тирене киҫегеҙ. 12 Яңы тыуған ир балаларҙың һәр береһе донъяға килгәндең һигеҙенсе көнөндә үк сөннәтләнһен — быуындан-быуынға китһен был. Үҙ йортоңда тыуған бала ла, сит ырыуҙан һатып алынған бала ла — 13 һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла һис кисекмәҫтән сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ.
14 Ә сөннәтләнмәгән — енес ағзаһы осондағы тиреһе киҫелмәгән — кеше үҙ халҡынан ситкә ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.
15 Алла Ибраһимға тағы былай тине:
— Ҡатының Сарайҙы инде Сарай тип атама, бынан һуң уның исеме Сара, йәғни «батша ҡыҙы» булыр.
16 Мин уға фатиха ҡылам һәм һиңә улан бирәм, Саранан донъяға киләсәк ул.
Фатихамды бирәм Мин уға: унан тыуыр, таралырҙар донъялағы тотош халыҡтар, нәҫеленән булыр батшалар.
17 Ибраһим йөҙ түбән ергә ҡапланды ла эстән генә көлөмһөрәп: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» — тип уйланы.
18 Аллаға:
— Эй Раббым, исмаһам, Исмәғилдең минең вариҫым булыуын насип итсе, — тине.
19 — Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, — тине Алла Ибраһим-ға. — Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның нә ҫел-нә сә бе менән мәңгелек ки ле шеү төҙөрмөн.
20 Һинең Исмәғил тураһындағы үтенесеңде лә ишеттем: Мин уға фатихамды бирәм, уның тоҡомон түлле итермен, бик күп булыр уның нәҫел-ырыуы. Исмәғилдән ун ике юлбашсы сығыр, унан бөйөк халыҡ таралыр. 21 Әммә Минең килешеүем киләһе йыл ошо ваҡытта Саранан тыуасаҡ улың Исхаҡ менән булыр.
22 Алла Ибраһим менән һөйләшеп бөткәндән һуң юғарыға олғашты.
23 Шул уҡ көндө Ибраһим улы Исмәғилдең дә, йортонда тыуған йәки һатып алынған хеҙмәтселәренең дә — өйөндәге бөтә ир затынан булғандарҙың енес ағзалары осондағы тирене киҫте. Ул бөтәһен дә Алла ҡушҡанса эшләне. 24 Сөннәткә ултырған саҡта Ибраһимға — туҡһан туғыҙ, 25 ә улы Исмәғилгә ун өс йәш ине. 26 Ибраһим да, улы Исмәғил дә, 27Ибраһим йортондағы ир затынан булғандарҙың һәммәһе — уның өйөндә тыуғандар ҙа, сит ырыуҙарҙан һатып алынған хеҙмәтселәр ҙә шул бер көндә сөннәтләнде.
Раббының Ибраһимда ҡунаҡта булғаны
"I О 1-2 Мамрелағы изге ағас янында Ибраһимға Раббы күренде. Ибраһим көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡһа, күрә: алдында өс мосафир тора. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡап ла нып, былай тине:
3 — Эй Ха ки мым, Һинең ил ти фа ты ңа ла йыҡ мын икән, мин ҡолоң эргәһенән үтеп китмәсе. 4 Хәҙер аяҡтарығыҙҙы йыуырға һыу килтерерҙәр, ағас күләгәһендә ял итерһегеҙ, 5 ә мин икмәк алып киләйем, үҙәк ялғап алырһығыҙ, унан юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ — барыбер мин ҡолоғоҙ янынан үтеп бараһығыҙ бит.
— Әйҙә, әйткәнеңсә булһын, — тине улар.
6 Ибраһим ашығып сатырға инде лә Сараға былай тине:
— Өс ҡаҙаҡ иң яҡшы ондан тиҙ генә ҡамыр баҫ та сөсө икмәк бешер.
7Үҙе көтөүгә йүгерҙе, бер яҡшы, көр башмаҡты һайлап алып, мал көткән хеҙмәтсеһенә тапшырҙы ла ашарға әҙерләргә ҡушты. 8 Ибраһим ҡунаҡтар алдына эремсеген, һөтөн, бешереп килтерелгән итен ҡуйҙы, ә үҙе, улар ашаған саҡта, яҡындағы ағас янында баҫып торҙо.
9 — Ҡатының Сара ҡайҙа? — тип һораны ҡунаҡтар.
— Бында, сатырҙа, — тип яуапланы Ибраһим.
10 — Киләһе йыл ошо мәлдә тағы килермен, — тине мосафирҙарҙың береһе. — Ул ваҡытта ҡатының Сараның улы буласаҡ.
Сара ҡунаҡтың артында, сатыр ишеге төбөндә, тыңлап тора ине. 11 Ибраһим менән Сара ҡартайғайнылар инде, Сараның айлығы ла туҡтағайны. 12Ул, эстән генә көлөп: «Ошо йәшемдә бындай һөйөнөскә ирешә буламмы? Етмәһә, ирем дә ҡарт», — тип уйланы.
13 — Ниңә Сара, хәҙер инде ҡарсыҡ булғас, мин бала таба аламмы ни инде, тип көлә әле? — тине Раббы Ибраһимға. — 14 Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.
15 — Мин көлмәнем, — тип ялғанланы ҡурҡып ҡалған Сара.
— Юҡ, һин көлдөң, — тине Раббы уға.
16 Мосафирҙар торҙо ла Содомға ҡарай юл алды. Ибраһим уларҙы оҙатып китте.
17 Раббы былай тине:
— Ибраһимдан ниәтемде йәшерә буламмы ни! 18Ысынлап та, Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ. 19 Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән бул һам, шуны үтәрмен.
20 Шунан Ибраһимға:
— Содом менән Аморрала ҡылынған залимлыҡ сиктән ашты, гонаһтары ауыр уларҙың, — тине. 21 — Ергә төшөп ҡарайым әле: Миңә килеп еткән аһ-зар ысындан да дөрөҫмө, түгелме?
22 Мосафирҙар, боролоп, Содомға табан китте, Ибраһим иһә Раббы алдында тора бирҙе. 23 Раббыға яҡыныраҡ килеп:
— Яуыздар менән бергә тәҡүәлеләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? — тип һораны. 24 — Бәлки, был ҡалала илле кеше тәҡүәлелер — шулай булһа ла, уны юҡ итерһеңме, ошо илле кеше хаҡына ла аямаҫһыңмы? 25 Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәлеләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүәле лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?
26 — Әгәр Содомда тәҡүәле илле кешене тапһам, улар хаҡына был ҡа ла ны аяр мын, — тип яуап бирҙе Раббы.
27 — Мин ни бары көл-туҙан, — тине Ибраһим. — Шулай ҙа Хакимымдан һорарға баҙнат итәм: 28 әгәр ҙә тәҡүәле иллегә биш кеше тулмаһа, шул етмәгән бишәү өсөн тотош ҡаланы юҡ итерһеңме?
— Әгәр ҙә мәгәр унда ҡырҡ биш тәҡүәлене тапһам, ҡаланы юҡ итмәм, — тип яуап бирҙе Раббы.
29 Ибраһим йәнә һора ны:
— Ә, бәлки, унда ҡырҡ ҡына кеше табылыр?
Раббы яуап ла ны:
— Ҡырҡ ҡына кеше булһа ла, быны эшләмәм.
30 — Мин әйткәнгә асыуланмаһаң ине, Хакимым: ә, бәлки, унда тәҡүәле утыҙ ғына бәндә табылыр? — тине Ибраһим.
Раббы:
— Ә табыла икән бигонаһ утыҙ бәндә — аярмын ҡаланы, — тине.
31 Ибраһим әйтеүен белде:
— Хакимымдан мин тағы һорарға баҙнат итәм: әгәр ундайҙар тик егерме генә булһа?
— Егерме бәндә хаҡына ла ҡәһәремдән аярмын, — тип яуапла ны Раббы.
32 — Тағы бер тапҡыр һорауыма асыуланмаһаң ине, Хакимым: бәлки, унда тәҡүәлеләр унау ғыналыр? — тип дауам итте Ибраһим.
— Ун бәндә хаҡына ла аярмын, — тине Раббы.
33 Ибраһим менән һөйләшеп бөткәс, Раббы китеп барҙы. Ибраһим да өйөнә ҡайтып китте.
Луттың һәм Содом менән Аморраның яҙмышы
1 О 1 Ике мәлик Содомға шул көндө кисләгәс кенә килеп А. У етте. Лут был ваҡытта ҡала майҙанында ултыра ине. Уларҙы күргәс, ҡаршыларға тип урынынан торҙо ла, баш эйеп, былай тине: