БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Страница 7 из 24

2 — Әфәнделәрем, мин ҡолоғоҙҙоң өйөнә рәхим итегеҙ. Миндә ҡунығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ, иртән торғас, юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ.

— Юҡ, — тине улар. — Беҙ урамда ғына ҡунырбыҙ.

3 Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы.4 Йоҡларға ятырға ла өлгөрмәнеләр, ҡала кешеләре — Содомдың олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә ирҙәре — Луттың йортон уратып алды.

5 — Һиңә йоҡларға килгән кешеләр ҡайҙа? — тип ҡысҡырҙы улар Лутҡа. — Сығар бында, беҙ уларҙы татып ҡарарға теләйбеҙ.

6 Лут, тупһаға сығып, артынан ишекте япты ла уларға былай тине:

7— Ағай-эне, золом ҡылмағыҙ! 8 Бына минең кейәүгә сыҡмаған ике ҡыҙым бар, һеҙгә мин уларҙы бирәм, теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ, тик мосафирҙарға теймәгеҙ, улар бит минең өйөмдә.

9 — Кит бынан, — тинеләр уға. — Һин, килмешәк, беҙгә аҡыл өйрәтмәксе булаһыңмы? Беҙ һинең үҙеңдең кәрәгеңде бирербеҙ.

Улар Лутты ҡыҫырыҡлап, ишекте емерергә торғанда ғына,

10 мосафирҙар Лутты өй эсенә тартып алды ла ишекте йәһәт кенә бикләй һалды. 11 Ә тупһа янында өйөлөшкән кешеләрҙе — олоһон да, ке се һен дә — һуҡы райт ты лар, улар ишек те таба ал ма-йынса ыҙаланды. 12 Мосафирҙар Луттан:

— Был ҡалала тағы кемдәрең бар? — тип һораны. — Кейәүҙәрең, улдарың, ҡыҙҙарың йәки башҡа кемең генә булмаһын — бөтәһен дә алып кит: 13 беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ. Ҡала кешеләренең яуызлыҡтары хаҡында Раббыға ишетелде, шуға беҙҙе уны юҡ итергә ебәрҙе.

14 Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте:

— Тиҙерәк китегеҙ был ҡаланан, Раббы хәҙер һәләк итәсәк уны!

Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы.

15 Таң һыҙылғанда, мәликтәр Лутты ашыҡтыра башланы:

— Бар, ҡатының менән ике ҡыҙыңды ал да кит, юғиһә гонаһлы ҡала менән бергә үҙең дә һәләк булырһың!

16 Лут һаман ашыҡмағас, мәликтәр Раббы мәрхәмәте төшкән Лутты, уның ҡатынын, ике ҡыҙын ҡулдарынан етәкләп ҡаланан сығарып ебәрҙе.

17Ҡаланан сыҡҡас, мәликтәрҙең береһе Лутҡа былай тине:

— Йәнеңде ҡотҡар, артыңа әйләнеп ҡарама, был тирәлә бер ерҙә лә туҡталма, тауҙарға табан йүгер, юҡһа һәләк булырһың!

18 — Юҡ, Әфәндем! — тине Лут. — 19 Мин ҡолоңа шундай яҡшылыҡ эшләнең һин! Оло мәрхәмәт күрһәттең миңә — ғүмеремде һаҡлап алып ҡалдың! Ләкин тауҙарға тиклем йүгереп етә алмам мин, бәләгә юлығырмын, һәләк булырмын. 20 Ә бына алда ятҡан ҡала — яҡын, уға тиклем йүгереп етеп булыр, ул бәләкәй. Мин шунда йүгерәм, ул бәләкәй, шунда тере ҡалырмын!

21 — Ярар, — тине уға мәлик, — һинең хаҡыңа мин быны ла эшләрмен, һин әйткән ҡаланы һаҡлармын. 22 Әммә тиҙерәк йүгер, һин барып етмәйенсә, мин бер ни ҙә эшләй алмайым.

Лут уны бәләкәй тип әйткәнгә күрә, был ҡала Соар, йәғни «бәләкәй» тип атала.

23 Ер өҫтөнә ҡояш ҡалҡты, Лут Соарға килеп етте.

24 Һәм Раббы Содом менән Аморраға — күктән, Раббынан, ямғыр һымаҡ итеп утлы көкөрт яуҙырҙы, 25 ике ҡаланы ла, уның бөтә тирә-яғын, ерҙәге барлыҡ үҫемлектәрҙе юҡ итте.

26 Луттың ҡатыны артына әйләнеп ҡарағайны — тоҙ бағанаһына әйләнде лә ҡуйҙы.

27Иртә менән Ибраһим кисә генә Раббы алдында торған урынға килеп баҫты, 28 Содом менән Аморраға, уның тирә-яғына күҙ һалды һәм күрҙе: ер, көршәк яндыра торған мейестәй булып, төтөн аҫтында ята ине.

29 Ҡалаларҙы юҡҡа сығарғанда

Алла Ибраһимды иҫкә алды.

Йәшәгән ҡалаһын емергәндә Лутты үлеменән йолоп ҡалды.

30 Соарҙан Лут ике ҡыҙы менән тауҙарға китте: Соарҙа ҡалырға ҡурҡты ул. Ике ҡыҙы менән мәмерйә эсендә йәшәй башланы.

31 Өлкән ҡыҙы кесеһенә былай тине:

— Атайыбыҙ ҡартая. Ерҙә ата-бабаларҙан ҡалған йола буйынса беҙҙең менән йәшәрлек ир-ат юҡ. 32 Әйҙә, атайыбыҙҙы шарап эсереп иҫертәйек тә уның менән йоҡлайыҡ. Үҙ атабыҙҙан булһа ла балаларыбыҙ булыр.

33 Шул төндө улар аталарын шарап эсереп иҫертте. Өлкән ҡыҙы инеп, атаһы менән йоҡланы, ә Лут бер ни ҙә иҫләмәне — эргәһенә ятҡанын да, сығып киткәнен дә. 34 Икенсе көндө өлкәне кесеһенә:

— Үткән төндә мин атайым менән йоҡланым, — тине. — Бөгөн төндә лә уны шарап эсереп иҫертәйек тә, һин уның янына ятырһың. Үҙ атайыбыҙҙан булһа ла балаларыбыҙ булыр.

35 Улар тағы аталарын шарап эсереп иҫертте лә, кесе ҡыҙы инеп, уның менән йоҡланы, ә Лут бер ни ҙә хәтерләмәне — эргәһенә килеп ятҡанын да, сығып киткәнен дә.

36 Шулай итеп, Луттың ике ҡыҙы ла аталарынан ауырға ҡалды. 37 Өлкәне ул тапты, уға Муав тип исем ҡушты. Хәҙерге Муав кешеләре унан таралған. 38 Кесеһе лә ул тапты һәм Бән-Амми тигән ат бирҙе. Хәҙерге Аммон кешеләре унан таралып киткән.

Сара менән Ибраһим һәм Авимелех

О 1 Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, көньяҡҡа китте, ^ V/ Кадеш менән Шур араһында йәшәне, һуңынан Герарҙа урынлашты. 2Ул ҡатыны Сараны һеңлем тип танытты. Герар батшаһы Авимелех, Сара артынан кеше ебәртеп, уны үҙенә алдыртты. 3 Әммә төндә Алла, Авимелехтың төшөнә инеп, былай тине:

19:37-38 Муав исеме йәһүдсә — «атайымдың улы», ә Бән-Амми «атайымдың ҡустыһының улы» тигәнде аңлата. Бында авторҙың артабанғы замандарҙа Исраилдың дошмандарына әүерелгән халыҡтарға ҡаршы йәшерен бәхәсе сағыла.

— Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.

4 Ә Авимелех Сараға әле ҡағылмаған да ине.

— Хакимым! — тип ялбарҙы ул. — Һин бер ни белмәгән ғәйепһеҙ халыҡты һәләк итерһеңме ни? 5 Ибраһим бит үҙе миңә, ул минең һеңлем, тип әйтте. Сара ла шул уҡ һүҙҙе һөйләне. Намыҫым да, ҡулым да таҙа минең!

6 — Эйе, — тип яуапланы уға Алла төшөндә. — Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем — уға ҡағылыуҙан тыйҙым. 7Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул — пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр уны кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.

8 Икенсе көндө Авимелех иртә менән торҙо ла, яҡын кешеләрен йыйып алып, ошо һүҙҙәрҙе еткерҙе — барыһы ла бик ныҡ ҡурҡты. 9 Авимелех Ибраһимды саҡыртып алды ла:

— Ни эшләнең һин беҙҙең менән? — тине. — Ниндәй ғәйебем бар ине һинең алдыңда — мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә.

10 Авимелех Ибраһимдан:

— Һин быны ниндәй ниәт менән эшләнең? — тип һораны.

11 — Мин, был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйлағайным, — тине Ибраһим.

12 — Етмәһә, ул ысынлап та миңә һеңле лә — атайымдың ҡыҙы ул, тик икенсе әсәнән. Ул минең ҡатыным булды, 13 әммә Алла миңә атам йортон ҡалдырып, ил гиҙергә бойорғас, ҡатыныма: «Үтенеп һорайым, ҡайҙа ғына барһаҡ та, мине ағайым тип әйт», — тинем.

14 Авимелех Ибраһимға һарыҡтар, һыйырҙар, хеҙмәтселәр бирҙе, Сара ны кире ҡайтарҙы.

15 — Бына минең бөтә ерем һинең күҙ алдыңда, ҡайҙа теләһәң, шунда йәшә, — тине.

16 Ә Сараға ул былай тине:

— Ағайыңа мең шекел көмөш бирәм, был һинең яныңдағы кешеләрҙең күҙен ҡаплар пәрҙә булыр, намыҫың аҡланыр.

17 Ибраһим Аллаға доға ҡылды. Алла Авимелехты, уның ҡатынын һәм хеҙмәтселәрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы, 18 ә быға тиклем Ибраһимдың ҡатыны Сара арҡаһында Раббы Авимелехтың йортондағы бөтә ҡатындарҙы түлдән яҙҙырғайны.

Ибраһим улдары Исхаҡ һәм Исмәғил менән

О 1 1 Раббы Сараға илтифат ҡылды, уға нимә вәғәҙә итһә, шуны үтәне. 2 Сара Алла билдәләгән ваҡытта ауырға ҡалып, өлкәнәйгән көнөндә Ибраһимға ул табып бирҙе. 3 Ибраһим сабыйға, Сараның улына, Исхаҡ тип исем ҡушты. 4 Ә һигеҙенсе көнөндә, Алла бойорғанса, уны сөннәткә ултыртты.

5 Исхаҡ тыуғанда Ибраһимға йөҙ йәш ине.

6 — Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә шатланыр инде, — тине Сара.

7 Әйтте тағы:

— Берәйһе Ибраһимға, Сара бала имеҙәсәк, тиһә, һис ышанмаҫ ине. Бына мин уға ҡартайған көнөмдә ул табып бирҙем!

8 Бала үҫте, күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес үткәрҙе.

9 Сара, Ибраһимдың мысыр Хәжәрҙән тыуған улы ның Исхаҡтан көлгәнен күреп, 10 Ибраһимға былай тине:

— Был хеҙмәтсе ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Уның улы, минең Исхағым менән бер тиң тороп, һинең вариҫың бул ма һын!

11 Ибраһимға был һүҙҙәрҙе ишетеү бик ҡыйын булды, сөнки Исмәғил дә үҙ улы ине бит. 12 Әммә Алла уға былай тине:

— Улың тураһында ла, хеҙмәтсе ҡатының тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла, һинең нәҫелең Исхаҡтан тараласаҡ.13Хеҙмәтсе ҡатыныңдың улынан да тотош халыҡ барлыҡҡа киләсәк, ул да бит һинән тыуған.

14 Иртәгәһен Ибраһим Хәжәргә икмәк, бер турһыҡ һыу биреп яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Бәғәр-Шәвә сүллегендә аҙашты. 15 Турһығындағы һыу ҙа бөттө. Ул балаһын бер ҡыуаҡ аҫтында ҡалдырҙы ла

16 атылған уҡ арауығы ситкә китеп ултырҙы. «Баламдың үлемен күрмәһәмсе», — тип ҡысҡырып илай башланы. 17 Алла

21:3 Исхаҡ — «Алла йылмайҙы» тигәнде аңлата.

ир баланың илаған тауышын ишетте, шул саҡ Алла мәлиге күктән Хәжәргә:

Претензии к содержанию