БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Страница 8 из 24

— Һиңә ни булды, Хәжәр? — тип өндәште. — Ҡурҡма, ҡалдырып киткән балаңдың илаған тауышын Алла ишетте. 18 Тор, балаң янына бар ҙа уны етәкләп ал. Мин унан бөйөк халыҡ хасил итәсәкмен.

19 Алла ҡатындың күҙҙәрен асты — Хәжәр ҡоҙоҡ күрҙе. Ул барып турһығына һыу тул ты рып алды, улына һыу эсерҙе.

20 Алла баланы ташламаны, ул үҫте, сүллектә йәшәй башланы һәм уҡсы булып китте. 21 Ул Паран сүллегендә йәшәне, әсәһе уға Мысырҙан кәләш алып бирҙе.

Ибраһим менән Авимелехтың килешеү төҙөшкәне

22 Шул осорҙа Авимелех үҙенең ғәскәр башлығы Пихол оҙатыуында Ибраһимға килеп, былай тине:

— Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора. 23 Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит әле. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булғас, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә булырһың, тип уй ла йым.

24 — Ант итәм, — тине Ибраһим. 25 Әммә ул Авимелехҡа бер ҡоҙоғон тартып алған хеҙмәтселәренән зарланды.

26 — Мин быны кем эшләгәнен белмәйем, — тип яуапланы Авимелех. — Һин үҙең дә әйтмәнең, ошоға тиклем ишеткәнем дә юҡ ине.

27 Шунан һуң Ибраһим, Авимелехҡа ваҡ һәм эре мал биреп, уның менән килешеү төҙөнө. 28 Ваҡ мал көтөүенән ете һарыҡты алып, айырым ҡуйҙы.

29 — Ә был ете һарыҡты ниңә айырып ҡуйҙың? — тип һораны Авимелех.

30 — Ошо ете һарыҡты был ҡоҙоҡтоң минеке булыу билдәһе итеп ҡабул ит, — тип яуап бирҙе Ибраһим. — Мин ҡаҙыным уны.

31 Улар бер-береһенә ант иткән ошо урын хәҙер Бәғәр-Шәвә, йәғни Ант ҡоҙоғо тип атала.

32 Бәғәр-Шәвәлә Ибраһим менән килешеү төҙөгәс, Авимелех менән уның ғәскәр башлығы Пихол Пелешти еренә ҡайтып китте. 33 Аҙаҡ Ибраһим Бәғәр-Шәвәлә мәңге йәшел ағас ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Аллаға доға ҡылды.

34 Ошонан һуң Ибраһим Пелешти ерендә килмешәк булып бик оҙаҡ йәшәне.

Ибраһимдың Аллаға тоғролоғо

О О 1 Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.

2 — Ибраһим, — тип өндәште уға Алла.

— Эйе, мин, — тип яуап бирҙе Ибраһим.

Алла былай тине:

— Яратҡан берҙән-бер улың Исхаҡты ал да Мория еренә бар. Шунда Мин күрһәткән тауҙа улыңды ҡорбан итерһең.

3 Иртәгәһен Ибраһим, иртә менән тороп, ишәгенә йүгән һалды, ике хеҙмәтсеһен, Исхаҡты эйәртте, ҡорбанды яндырыу өсөн утын ҡырҡып алды ла юлға сыҡты — Алла күрһәткән урынға йүнәлде. 4 Өсөнсө көндә ул алыҫтан уҡ шул урынды күрҙе.

5 — Ошонда ишәк янында тороп тороғоҙ, — тине ул хеҙмәтселәренә. — Ә беҙ улым менән барып Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ ҙа һеҙҙең янға кире килербеҙ.

6 Ул, ҡорбан яндыра торған утынды алып, улы Исхаҡтың яурынына һалды. Унан һуң ут тоҡандырыу өсөн тере ҡуҙ, бысаҡ алды ла, Исхаҡ менән икәүләп китеп барҙылар.

7 Исхаҡ атаһы Ибраһимға өндәште:

— Атай! — тине ул.

— Эйе, улым, — тип яуап бирҙе Ибраһим.

— Беҙҙең ҡуҙыбыҙ ҙа, утыныбыҙ ҙа бар, ә ҡорбан өсөн һарыҡ бәрәсе ҡайҙа һуң?

8 — Ҡорбан өсөн бәрәсте Алла Үҙе хәстәрләр, — тине Ибраһим.

Икәүләшеп ары киттеләр.

9 Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә һалды, 10 бысағын алып, улының муйынына терәне.11 Шул ваҡытта күктән Раббы мәлиге тауыш бирҙе:

— Ибраһим, Ибраһим!

— Эйе, мин, — тип яуап бирҙе ул.

12 — Улыңа ҡул күтәрмә, — тине мәлик. — Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, Аллаға буйһонаһың һин — берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең Минән!

13 Күтәрелеп ҡараһа, Ибраһим ҡуйы ҡыуаҡлыҡҡа мөгөҙө менән эләгеп торған һарыҡты күреп ҡалды. Ул һарыҡты барып алды ла улы урынына ҡорбан итеп салды.

14 Ибраһим был урынды «Раббы йүнен биргән ер» тип атаны. «Раббының тауында йүне күрелер», — тигән әйтем шунан тороп ҡалған.

15 Раббы мәлиге Ибраһимға күктән тағы тауыш бирҙе:

16 — Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә Быны эшләгәнең өсөн —

Үҙем менән Үҙем ант итәм —

17 Фатихамды бирәм Мин һиңә!

Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа,

Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом,

Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом.

Балаларыңдың алдында

Дошман ҡапҡалары ҡолар!

18 Мине тыңлағаның өсөн Тоҡомоң аша фатиха аласаҡ Ерҙәге бөтә халыҡтар.

19 Ибраһим хеҙмәтселәрен ҡалдырған урынға кире килеп, улар менән бергә Бәғәр-Шәвәгә ҡайтты.

Нахорҙың тоҡомдары

20 Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Ибраһимға ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканың улдар табыуын хәбәр иттеләр. 21 Бына улар: Ус (баш бала), Буз, Кемуел (ул — Арамдың атаһы), 22 Кесед, Хазо, Пилдаш, Идлаф, Бетуил.

23 Бетуилдың Рабиға исемле ҡыҙы тыуҙы.

Ибраһимдың ҡустыһы Нахорға Милка ошо һигеҙ улды табып бирҙе. 24 Бынан башҡа Нахорҙың Реума исемле ҡатыны уға Тевахты, Гахам, Тахаш һәм Мааханы тапты.

Сараның вафаты

О О 1 Сара йөҙ ҙә егерме ете йыл йәшәне. 2 Ул Ҡынаан ерен-//ь/ дә хәҙер Хеврон тип аталған Кириат-Арбала вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап иланы, 3 шунан мәрхүмә эргәһенән китеп, хеттарға мөрәжәғәт итте:

4 — Мин һеҙҙең арала килмешәк һәм ҡунаҡ ҡына. Мәрхүмә ҡатынымды ерләү өсөн миңә зыярат урыны бирегеҙсе.

5 — Рәхим итә күр, әфәндебеҙ! — тине хеттар. — Һин хөрмәтле, Ал ла ның 6 һөйөклө бәндәһе. Мәрхүмәңде беҙҙең иң яҡшы зыяратыбыҙға ерлә, беҙҙең беребеҙ ҙә һиңә ҡәбер урыны биреүҙән баш тартмаҫ.

7Ибраһим, аяҡ өҫтө баҫып, ошо ерҙең халҡы хеттарға баш эйҙе лә:

8 — Әгәр миңә мәрхүмәмде ерләргә рөхсәт итәһегеҙ икән, зинһар өсөн, Сохар улы Эфрондан миңә 9 баҫыуының ситендәге Махпела мәмерйәһен һатыуын һорағыҙ әле. Ул был ерҙе һеҙҙең алда үҙе һораған хаҡҡа миңә зыярат урыны итеп һатһын ине, — тине.

10 Эфрон иһә халҡы араһында ултыра ине. Уның Ибраһимға яуабын ҡала ҡапҡаһы янында йыйылған барлыҡ хеттар ҙа ишет те:

11 — Юҡ, әфәндем, был мәмерйәне мин һиңә баҫыуы менән бергә бирәм. Халҡымдың күҙ алдында бүләк итәм мин һиңә уны, ерлә, әйҙә, мәрхүмәңде.

12 Был ер кешеләре алдында баш эйеп, 13 Ибраһим бөтә халыҡ ише тер лек итеп Эфронға:

— Мине тыңла әле, — тине. — Баҫыу өсөн һиңә көмөш бирәйем. Хаҡын ал, шунан мәрхүмәмде ерләрмен.

14 Эфрон Ибраһимға:

15 — Әфәндем, ерҙең хаҡы — дүрт йөҙ шекел көмөш, — тине. — Һинең менән миңә нимә генә инде был, әйҙә, ерләй күр шунда.

16 Ибраһим Эфрон ҡуйған хаҡ менән килешеп, хет халҡы алдында сауҙагәрҙәр араһында йөрөгән ауырлыҡ үлсәме буйынса дүрт йөҙ шекел көмөш үлсәп бирҙе. 17 Шулай итеп, Эфрондың Мамре янындағы Махпелалағы баҫыуы, ундағы мәмерйә һәм баҫыуҙағы, уның тирә-яғындағы бөтә ағастар 18 Ибраһимдың милкенә күсте. Быға хет иленең ҡала майҙанында йыйылған бөтә халҡы шаһит булды.

19 Ибраһим ҡаты ны Сара ны Ҡы на ан ерендә Мамре — хәҙер Хеврон — янындағы Махпела баҫыуы мәмерйәһендә ерләне.

20 Хет халҡының баҫыуы менән ундағы мәмерйә Ибраһимға зыярат урыны булып ана шулай күсте.

Исхаҡтың өйләнгәне

О Л 1 Ибраһим ҡартайғайны, йәше өлкәнәйгәйне инде. Раббы уға бөтә яҡлап та фатихала булды.

2 Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине:

— Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып, 3 күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улыңды бындағы Ҡынаан иле ҡыҙына өйләндермәйем, 4 ә һинең тыуған илеңә, туғандарың янына барып, Исхаҡҡа ҡатынды шунан алып ҡайтам, тип әйт.

5 Хеҙмәтсеһе һораны:

— Әгәр ул ҡыҙ минең менән был илгә килергә теләмәһә, ни эшләргә? Мин улыңды үҙең килгән илгә алып китергә тейеш булам мы?

6 — Һис юҡ! — тип яуап бирҙе Ибраһим. — Улымды унда алып китәһе булма! 7 Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙәрҙе нәҫел-нәсәбеңә бирәсәкмен» тип ант иткән күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан мәлиген ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.

8 Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙ һинең менән килергә теләмәһә, антыңдан азат буласаҡһың, әммә улымды унда алып барма!

9 Хеҙмәтсеһе хужаһының йән еренә ҡулын ҡуйып ант итте.

10 Шунан ул хужаһының ун дөйәһен, зиннәтле әйберҙәрен алды ла Месопотамияға Нахор йәшәгән ҡалаға сәфәр сыҡты.

11 Дөйәләрен ҡала янындағы ҡоҙоҡ эргәһендә туҡтатты. Эңер мәле, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыу алырға сыҡҡан ваҡыты ине.

12 Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине:

— Йә Раббым, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Бөгөн юлымды хәйерле ит, хужамды ярҙамыңдан ҡалдырма! 13 Бына мин ҡала ҡыҙҙары һыуға йөрөй торған ҡоҙоҡ янында торам. 14 Уларҙың ҡайһыһы: «Көршәгеңдән һыу эсергә рөхсәт итһәңсе», — тип әйтеүемә: «Эс. Ҡана, мин дөйәләреңде лә һуғарайым», — тип яуап бирә, шул ҡыҙ ҡолоң Исхаҡҡа Һин насип иткән ҡатын булыр. Хужама Һин күрһәткән мәрхәмәттең билдәһе шул булһын!

15 Шулай тип уйларға ла өлгөрмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахор менән ҡатыны Милканың улы Бетуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте. 16 Кейәүгә бармаған бик матур ҡыҙ ине ул. Ул, ҡоҙоҡ янына килеп, көршәгенә һыу алды ла кире боролдо. 17 Шул саҡ Ибраһимдың хеҙмәтсеһе уның ҡар шы һы на йүгереп сыҡты ла:

Претензии к содержанию